Ислам мәҙһәбтәрен яҡынайтыу буйынса бөтә донъя ассамблеяһы

Бөтә донъя ислам мәҙһәбтәрен яҡынайтыу ассамблеяһы (перс. مجمع جهانی تقریب مذاهب اسلامی‎, ғәр. المجمع العالمي للتقريب بين المذاهب الإسلامية‎) — 1990 йылда Иранда асылған халыҡ-ара мосолман экуменик (панисламистик) ойошмаһы. Штаб-квартираһы Тәһранда аятулла Тәлиҡани урамында урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — халыҡ-ара конференциялар үткәреү һәм ислам мәҙһәбтәрен яраштырыуҙы пропагандалауҙың башҡа формалары.

Ислам мәҙһәбтәрен яҡынайтыу буйынса бөтә донъя ассамблеяһы
Тармаҡ religious congregations and associations[d]
Нигеҙләү датаһы октябрь 1990
Нигеҙләүсе Али Хаменеи[d]
Генеральный секретарь Hamid Shahriari[d]
Дәүләт  Иран
Административ-территориаль берәмек Тәһран
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Тәһран, Иран
Рәсми сайт taghrib.com
30-сы Халыҡ-ара Ислам берҙәмлеге конференцияһы. Тегеран, 2016 йыл.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ойошманың Уставында танылыу алған мәҙһәбтәр исемлеге яҙылған. 1999 йылдан алып ойошма ислам берҙәмлеге буйынса йыл һайын халыҡ-ара конференция үткәреү инициаторы булып тора. Ассамблея ҡарамағында төрлө мосолман дини-хоҡуҡи мәктәптәрен берләштереү өсөн платформа әҙерләү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, шулай уҡ уҡыу алып барылған Ислам мәҙһәбтәренең университеты булдырылған.

Рәсәй мосолмандары яғынан 2006 йылдан ассамблеяның мөхбир ағзаһы булып Рәсәй мөфтөйҙәр советы рәйесе шәйех Рауил Ғәйнетдин тора.

Ислам мәҙһәбтәренең яҡынайыуын (ғәр. تقريب‎, тәҡриб) пропагандалау тарихын аятулла Бүрүжерди менән шәйех Мәхмүт Шәлтүттең мәҙһәб-ара шиғый-сөнни диалогы тарихынан һүрәтләй башлайҙар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Халыҡ-ара мосолман ғалимдары союзы

Һылтанмалар

үҙгәртергә