Рәсәйҙә исламРәсәй Федерацияһы территорияһында нығынған ислам дини ағымдар йыйылмаһы.

Рәсәйҙә ислам
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәйҙә ислам Викимилектә
Рәсәйҙең мосолмандар күпселек булған төбәктәре.
Мәскәү

Эксперттар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 8 миллион самаһы мосолман бар[1]. Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшө мосолмандары диниә назараты раҫлауынса, Рәсәйҙә 20 миллионлап мосолман йәшәй. ВЦИОМ-дың бөтә Рәсәйҙә үткәргән һорашыуы мәғлүмәттәренән күренеүенсә (2010 йылдың ғинуары), үҙен исламға эйәреүсе (донъяға ҡараш йә дин булараҡ) тип иҫәпләгәндәрҙең һаны һорашылғандар араһында 2009 йылда 7 проценттан 5 процентҡа тиклем төшкән[2].

Уларҙың күбеһе мосолман дине талаптарын үтәмәй, традиция йә йәшәгән урыны (айырыуса Татарстанда һәм Башҡортостанда ундайҙар күп) буйынса ғына «этник» мосолмандарға инә. Кавказдағы общиналар көслөрәк (Төньяҡ Осетия христиан төбәгенән башҡа).

Мосолмандарҙың күпселеге Волга-Урал төбәгендә, шулай уҡ Төньяҡ Кавказда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәй.

Дини ойошмалар һәм уларҙың етәкселәре үҙгәртергә

  • Тәлғәт Тажетдин — Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре мосолмандары үҙәк диниә назаратының юғары мөфтөйө (мөфтөй шәйх-үл-ислам) (Өфө).
  • Рауил Ғәйнетдин — Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе, Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары диниә назараты башлығы (Мәскәү).
  • Нәфиғулла Әширов — Рәсәйҙең Азия өлөшө мосолмандары диниә назараты башлығы, Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйестәше.
  • Мөхәммәт хажи Рәхимов — Рәсәй ислам татыулығы ассоциацияһы (Бөтә Рәсәй Мөфтиәте) рәйесе, Рәсәй мөфтөйө (Мәскәү).
  • Магомед Албогичаев — Төньяҡ Осетия мосолмандары координация үҙәге рәйесе вазифаһын башҡарыусы.

Рәсәй тарихында ислам үҙгәртергә

Әле Рәсәй составында булған байтаҡ территорияла ислам быуаттар буйы дәүләт дине булараҡ йәшәгән. Алтын Урҙаның ислам осоронда (1313—1433) христиан кенәзлектәре мосолман улустарының һәм ханлыҡтарының вассалы булған. Рәсәй ерҙәре Иван III һәм уның вариҫтары тарафынан берләштерелгәс, мосолман ханлыҡтарының бер өлөшө православие монархияһына бойондороҡло ҡала, ә тағы бер өлөшө Рәсәй дәүләте тарафынан аннексиялана.

Дәүләт дине булараҡ ислам беренсе булып 922 йылда Волга Болғарында ҡабул ителә (хәҙерге Татарстан, Сыуашстан, Ульяновск һәм Һамар өлкәләре). Волга Болғарының Боронғо Рус дәүләте менән ярышташлығы XIII быуатта, улар икеһе лә татар монголдары тарафынан баҫып алынғас, тамамлана. 1313 йылда Джучи Улусында (Алтын Урҙала) Үзбәк хан тарафынан ислам дәүләт дине итеп раҫлана. Улуста граждандар законы тип Сыңғыҙхан заманынан килгән «Бөйөк Яза» һанала. Мөһим ҡарарҙарҙы ҡоролтайҙарҙа аҡһөйәктәр ҡабул итә. Джучи Улусы территорияһында христиан дине рөхсәт ителә, әммә православный митрополитҡа һәм руханиәткә «хан өсөн, уның ғаиләһе һәм ғәскәре өсөн» Аллаға доға ҡылыу бурысы йөкмәтелә[3].

Оло Урҙа (Улуғ Улус, 1433—1502 йылдар), Нуғай Урҙаһы (XIV—XVIII быуаттар), шулай уҡ Рәсәй территорияһында XVIII быуат аҙағына тиклем һаҡланған бер нисә ханлыҡ Джучи Улусының вариҫтары була. Мәҫәлән, Краснодар крайы территорияһында 1783 йылға тиклем Ҡырым ханлығының бер өлөшө урынлашҡан була.

1552 йылда Яуыз Иван IV — Ҡазан, ә 1556 йылда Әстерхан ханлыҡтарын баҫып ала. Яйлап башҡа ислам дәүләттәре лә Мәскәү Русына һәм Рәсәйгә хәрби юл менән ҡушылдырыла.

XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәй империяһы составына башлыса мосолмандар йәшәгән Төньяҡ Кавказ территориялары индерелә.

1917 йылдың 1-11 майында Мәскәүҙә Асадуллаев йортонда үтә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы. Съезды үткәреү өсөн урынды Асадуллаевтың улы бирә. Был съезд алдағы Түбәнге Новгородта һәм Санкт-Петербургта 19051906 һәм 1914 йылдарҙа үткән дүрт Бөтә Рәсәй мосолмандар съездарының дауамы була. Нумерацияның айырмаһы 1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң съездарҙың нумерацияһын яңынан башлау менән бәйле[4]. Съезды үткәреү инициаторы IV саҡырылыш Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы була. Съезды саҡырыу буйынса ҡарар 1917 йылдың мартында Санкт-Петербургта кәңәшмәлә ҡабул ителә. II Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы — Ҡазанда, III — Ташкентта, IV — Баҡыла үтәсәге билдәләнде.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, татарҙар хәҙерге Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр араһында һаны буйынса икенсе урынды биләй (5,5 миллиондан ашыу кеше). Татарҙар Рәсәй мосолмандарының да күп өлөшөн алып тора һәм донъялағы мосолман халыҡтарының иң төньяҡтағыһы һанала. Татар ҡатын-ҡыҙҙары үҙ халҡының ижтимағи тормошонда йыш ҡына мөһим урын биләгән. Дәүләт башлығы булған тәүге мосолман ҡатындарының береһе Сөйөмбикә XVI быуатта Ҡазан ханлығында батшалыҡ иткән.

Совет осоронан һуңғы тарихы үҙгәртергә

СССР тарҡалғас та илдә диниә назараттары ла тарҡала башлай. Төньяҡ Кавказ мосолмандарының диниә назараты 7 идаралыҡҡа бүленә, унан һуң тағы икәү төҙөлә. Шунан һуң СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назараты (үҙәге Өфө була) тарҡала. Уның составынан беренсе булып — Татарстан, унан һуң Башҡортостан мосолмандарының диниә назараттары айырылып сыға, улар артынса Себер мосолмандарының диниә назараты төҙөлә.

1993 йылда ҡабат берләшеү башлана, һәм Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары диниә назаратын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1996 йылдың июлендә иң абруйлы диниә назараттарының башлыҡтары Рәсәй Мөфтөйҙәр советын ойошторорға була. Совет йылына кәм тигәндә ике тапҡыр ислам уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашлығындағы киңәйтелгән ултырыштарға йыйыла. Совет рәйесе 5 йылға һайлана.

 
Чечен Республикаһы

Төньяҡ Кавказ мосолмандары үҙ координациялау үҙәген булдыра. Шул уҡ ваҡытта Дағстан, Чечен Республикаһы, Төньяҡ Осетия Республикаһы, Адығ Республикаһы, Ингушетия Республикаһы мосолмандары диниә назараттары Рәсәй Мөфтөйҙәр советына лә инә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Петрова А. С. Вера, религия, церковь // Фонд «Общественное мнение». — 16.08.2000. Архивировано из первоисточника 27 сентябрь 2007.
  2. Россияне бьют рекорды по обращению в православие, но не спешат читать Библию — опрос // Интерфакс-Религия. — 30.03.2010.
  3. Толстой, М. В. Рассказы из истории русской церкви. Книга вторая (1991). Дата обращения: 29 май 2007. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  4. Ислам в Москве: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов. — Н. Новгород: Издательский дом «Медина», 2008.

Һылтанмалар үҙгәртергә