Исламбаҡты ауыл Советы (Йәрмәкәй районы)
Исламбаҡты ауыл Советы — Йәрмәкәй районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административно-территориаль берәмек һәмауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452187. ОКАТО коды — 802258000. 1994 йылда ойошторолған[1]. Тарҡаҙы ауыл Советы менән берләштерелә.
Исламбаҡты ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Йәрмәкәй районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәИсламбаҡты ауылы— административ үҙәге, Ык ауылы
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының 1994 йылдың 16 декабрендәге "Йәрмәкәй районында ҡайһы бер административ-территориаль ҡоролоштағы үҙгәртеүҙәр тураһында" 6-2/189 һанлы укзы ҡарар итә: "1. Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылында административ үҙәк менән Әбделкәрим ауыл Советы ойошторорға.
2. Йәрмәкәй ауыл Советынан Әбделкәрим ауылын сығарып, Әбделкәрим ауыл Советы составына индерергә.
3. Әбделкәрим һәм Йәрмәкәй ауыл Советтарының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Тарҡаҙы ауылында административ үҙәге менән, «Тарҡаҙы» атамаһын һаҡлап, Тарҡаҙы һәм Исламбаҡты ауыл Советтарын берләштерергә.Исалмбаҡты ауыл Советының Исламбаҡты һәм Ыҡ ауылдарын Тарҡаҙы ауыл Советы составына индерергә.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Исламбаҡты ауыл Советын алып ташларға.
Тарҡаҙы ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Географик урыны
үҙгәртергә2008 йылға сиктәре киҫелешендә Бәләбәй, Бишбүләк райондары, Ырымбур өлкәһе сиктәре буйлап Һигеҙенсе Март ауыл Советы, Тарҡаҙы ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума ВС РБ от 16.12.94 N 6-2/189 "О некоторых изменениях административно - территориального устройства в Ермекеевском районе" 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН