Искәндәр Ярлыҡапов

Искәндәр Ярлыҡапов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Искәндәр Ярлыҡап улы
Тыуған ваҡыты

1785({{padleft:1785|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Һарыбай ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1802—?

Хәрби звание

сотник

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Биографияһы

үҙгәртергә

Искәндәр Ярлыҡапов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Һарыбай ауылында йәшәгән. Төрки һәм рус телдәрендә уҡый-яҙа белгән[1].

1802 йылдың 1 ноябренән — казак, 1804 йылдың 13 декабренән — пятидесятник, 1807 йылдың 1 декабренән — писарь, 1808 йылдың 28 февраленән — зауряд-хорунжий, 1812 йылдың 22 майынан зауряд-сотник булып хеҙмәт итә.

1804 йылда Уральск ҡалаһында баш күтәргән казактарҙы тынысландырыуҙа ҡатнаша. 1806 йылда дистанция башлығы булып хеҙмәт итә.

1807 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1808 йылда Ҡырғыҙ-ҡасаҡ далаһында баш күтәргән ҡаҙаҡтарҙы тынысландырыуҙа ҡатнаша. 1809 йылда резерв командаһы составында хеҙмәт итә.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1816 йылда дистанция башлығы булып хеҙмәт итә. 1819 йылда — 1820 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендә ихтилалсыларҙы тотоуҙа ҡатнаша.

1821 йылдың 11 майында 14-се класҡа һәм нәҫел дворяндары ҡатламына күтәрелә[1].

1833 йылда дистанция башлығы булып хеҙмәт итә. 1833 йылдың 18 майынан кантон башлығының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1835 йылдың 25 февралендә сотник чинына күтәрелә.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡатындары — Сәлимә, Ғәбиҙә һәм Хәбибъямал; улдары — Әхмәткирәй, Мөхәмәтҡол, Йомағужа, Әлмөхәмәт, Динмөхәмәт; ҡыҙҙары — Фатима һәм Мөхибъямал[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104—105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400—401
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 79
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82