Ирназар Хоҙайназаров

Ирназар Хоҙайназаров (1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Ирназар Хоҙайназаров
Тыуған ваҡыты

1789({{padleft:1789|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Муйнаҡ ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1807—?

Хәрби звание

зауряд-есаул

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ирназар Хоҙайназаров Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Муйнаҡ ауылында йәшәгән[1].

1807 йылдың 12 февраленән казак булып хеҙмәт итә.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1815 йылдың 22 февралендә зауряд-есаул званиеһын ала.

1807, 1819 һәм 1831 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡатындары — Алмасбикә һәм Алмабикә; улдары — Ауазбәней һәм Ирғәли; ҡыҙҙары — Ғәбиҙә һәм Гөлйөҙөм[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 112. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 79
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.