Ирбит — Свердловск өлкәһендә урынлашҡан ҡала, Ирбит районының (район составына инмәй) административ үҙәге.

Ҡала
Ирбит
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Ҡала округы

Ирбит ҡалаһы

Координаталар

57°40′00″ с. ш. 63°04′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Юдин Николай Вениаминович

Нигеҙләнгән

1631

Ҡала с

1775

Майҙаны

64,23 км²

Бейеклеге

80 м

Халҡы

37 405[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

582,36 кеше/км²

Этнохороним

ирбитча́не, ирбитча́нин, ирбитча́нка[2]

Телефон коды

+7 34355

Почта индексы

623850

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

65 432

Код ОКТМО

65 739 000 001

Рәсми сайт

moirbit.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ирбит (Рәсәй)
Ирбит
Ирбит
Ирбит (ҡала) (Свердловск өлкәһе)
Ирбит

Ҡала округының берҙән-бер торама пункты булараҡ Ирбит ҡалаһы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтерә[3]. Муниципаль берәмек Ирбит ҡалаһының административ-территориаль берәмеге сиктәрендә урынлашҡан[4]. Көнсығыш идара итеү округының үҙәге. Ирбит «Рәсәйҙең мотоциклет баш ҡалаһы» тигән рәсми булмаған исем йөрөтә.

Географияһы үҙгәртергә

Ҡала Екатеринбургтан төньяҡ-көнсығышҡа 204 саҡрым алыҫлыҡта, Төмәндән 180 саҡрым алыҫлыҡта, Ирбит йылғаһының Ницаға ҡойған ерендә, Тура тигеҙлегенең урта өлөшөндә урынлашҡан[5]. Ҡала аша Екатеринбург — Тавда — Устье-Аха тимер юлы үтә, шулай уҡ көньяҡ-көнбайышҡа Камышловҡа һәм Артёмовскиға, көньяҡ-көнсығышҡа Байҡалға һәм Горбуновҡа, төньяҡ-көнсығышҡа Тавдаға һәм Туринскҡа, төньяҡ-көнбайышҡа Алапаевскҡа илткән төбәк автомобиль юлдары үтә.

Төп һыу артериялары булып Ница һәм Ирбит йылғалары һанала. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡаланың йылға үҙәнендә урынлашҡан өлөшө яҙғы ташҡында һыу аҫтында ҡала. Ҡала районында диатолимит ятҡылыҡтары урынлашҡан. Карьерҙар 31 гектар майҙан биләй.

Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә дөйөм ҡала әһәмиәтендәге парк һалынған, көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә «Бугры» урман паркы зонаһы урынлашҡан. Унда иҫ киткес матур рельеф, ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандар, һәм Урал аръяғына хас булмаған имән ултырмалары бар. Ҡаланан 20 саҡрым алыҫлыҡта «Белая горка» тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан, унда балалар һауыҡтырыу учреждениелары комплексы булдырылған. Төньяҡ-көнсығышта Ница менән Ирбит йылғалары араһында «Вязовая роща» тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан, унда ҡырағай ҡарамаларҙың Рәсәйҙә иң көнсығыш үҫкән ере.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.
  2. «Как правильно называются жители свердловских городов/Областная газета», <https://www-oblgazeta-ru.cdn.ampproject.org/v/s/www.oblgazeta.ru/amp/society/5578/?amp_js_v=a6&amp_gsa=1&usqp=mq331AQHKAFQArABIA%3D%3D#aoh=16096140474765&csi=1&referrer=https%3A%2F%2Fwww.google.com&amp_tf=%D0%A1%20%D1%81%D0%B0%D0%B9%D1%82%D0%B0%20%251%24s&ampshare=https%3A%2F%2Fwww.oblgazeta.ru%2Fsociety%2F5578%2F>  2022 йыл 4 февраль архивланған.
  3. Об установлении границ муниципального образования город Ирбит и наделении его статусом городского округа (с изменениями на 12 июля 2007 года), Закон Свердловской области от 12 октября 2004 года №69-ОЗ. docs.cntd.ru. Дата обращения: 24 апрель 2018.
  4. Список административно-территориальных единиц и населённых пунктов Свердловской области (приказ от 11 января 2016 года N 8-П, Министерство строительства и развития инфраструктуры Свердловской области)
  5. Рельеф " Краеведение. Библиотечная система город Ирбит