Иран пиццаһы ( фарсы : پیتزای اارانی), ул шулай уҡ фарсы пиццаһы (پیتزای پارسی) [1][2] тип тә билдәле. Улар эслеге менән түгел, төрлө стилгә ярашлы әҙерләүенә ҡарап айырыла. Ғәҙәттә ҡамырға күп итеп сыр һалып бешерелә. Иранда йәки иран диаспораһы тарафынан әҙерләнә торған пицца. Ғәҙәттә, уның эслегенә үткәрелгән ит, һыйыр малы тултырмаһы (колбасаһы), болгар боросо, бәшмәк, моцарелла сыры һәм фарсы тәмләткестәре һалалар.

Иран пиццаһы
фарс. پیتزایِ ایرانی
фарс. پیتزایِ پارسی
Рәсем
Ил  Иран
Махсус тип аталған пицца
Мәхлүт тип аталған пицца

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Иран пиццаһының уникаль тәме уны бешергәндә ҡулланылған ингредиенттар төрлөлөгөнә бәйле. Фарсы пиццаһы ҡалын йәки йоҡа ҡамыр нигеҙендә әҙерләнеүе мөмкин. Йоҡа төрҙәре - әҙерәк эслек менән әҙерләнә торған рим пиццаһына оҡшатыу. Шуға ҡарамаҫтан, фарсы пиццаһында эслек традицион рәүештә бик мул була, ғәҙәттә улар төрлө ит, колбаса, итле ассорти, йәшелсә (бигерәк тә болгар боросо, аҡ һуған һәм бәшмәк), ҡалын ҡатлам сырҙан тора һәм уртаса ҡалынлыҡтағы ҡамырға күп итеп һалып бешерелә.

Һәр бер фарсы пиццерияһы тиерлек пиццаның төп сорттарын тәҡдим итә: мәхлүт (ҡатнаш эслекле: үткәрелгән һыйыр ите, төрлө колбаса, бәшмәк, һуған менән татлы борос) һәм махсус ( мәхлүттәге кеүек үк ингредиенттар, тик унан айырмалы, ит фаршы ҡушылмай). Һуңғы ваҡытта төрлө тауыҡ пиццалары популяр булып китә (мәҫәлән, тауыҡ пестоһы, тауыҡ барбекюһы), һәм йәшелсә пиццаһы (татлы борос, бәшмәк, кукуруз, помидор һ. б.). Төп фарсы тәмләткестәре - авишан була ( тимьян ), ҡыҙыл һәм ҡара борос онтағы һәм киптерелгән һарымһаҡ оно.

Тегеранда ҡайһы бер пиццериялар пиццаны томат соусы ҡушмай бирә. Был осраҡта итальян пиццерияларынан айырмалы рәүештә, тәмләткес булараҡ кетчуп киң ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. "USPTO IssuesTrademark: Persian Pizza." US Fed News Service, Including US State News. 2012. HighBeam Research. August 15, 2016.
  2. The Find: Café Glacé's Persian Pizza is a Cheesy Delight at Los Angeles Times. Retrieved August 16, 2016.