Ингеборга (Дания принцессаһы )

Дания прицессаһы Ингеборга (ингл. Ingeborg Charlotta Carolina Frederikke Louise, 2 август 1878 йыл — 11 март 1958 йыл) — Дания короле Фредерик VIII һәм королева Ловистың икенсе ҡыҙы, кейәүҙә Вестергетланд герцогиняһы, Швеция принцы Карлдың ҡатыны.

Ингеборга
ингл. Ingeborg Charlotta Carolina Frederikke Louise
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Дания короллеге[d]
Титул Princess of Denmark[d] һәм герцогиня[d]
Тыуған көнө 2 август 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Шарлоттенлунн[d], Гентофте[d], Копенгаген[d], Дания
Вафат булған көнө 11 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][5] (79 йәш)
Вафат булған урыны Стокгольм, Швеция
Ерләнгән урыны Кунглига бегравнингсплатсен[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Фредерик VIII[d]
Әсәһе Ловиса Шведская
Бер туғандары Кристиан X[d], Хокон VII[d], Луиза, принцесса Датская[d], Харальд Датский[d], Тира Датская[d], Густав Датский[d] һәм Дагмара Датская[d]
Хәләл ефете Карл Шведский[d]
Балалары Маргарита Шведская[d], Марта Шведская, Астрид Шведская һәм Карл Бернадот[d]
Нәҫеле дом Глюксбургов[d]
Туған тел Дат теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Дат теле
Һөнәр төрө аристократ
Префикс титула Королевское высочество[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Серафимов орден Слона Орден Милосердия (Османская империя)
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе Конькиҙа шыуыу
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Ингеборга Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Вестергетланд герцогы, принц Карл Шведский менән Копенгагенда 1897 йылдың 27 авгусында никахлаша. Дүрт балалары була:

  • Принцесса Маргарита (1899—1977), принц Аксель Датский ҡатыны.
  • Принцесса Марта (1901—1954), Норвегия кронпринцы Улаф, 1957 йылда — Норвегия короле Улаф V ҡатыны.
  • Принцесса Астрид (1905—1935), Бельгия короле Леопольд III ҡатыны.
  • Принц Карл (1911—2003), морганатик никах менән өйләнә һәм принц Бернадот титулын ала.

Германияла улар туй сәйәхәте үткәрә. Принцесса, швед короле Карл XV ейәнсәре булараҡ, Швеция халҡы араһында бик популяр була. Уның хаҡында «Ингеборга — иң яҡшы швед королеваһы булыр ине» тиҙәр. 1897 — 1907 йылдарҙа королева София йәмғиәттә бик һирәк күренә, ә тәхет вариҫы принцесса Виктория үҙенең күп ваҡытын сит илдә үткәрә, шуға күрә Швецияла беренсе леди булып принцесса Ингеборга һанала.

Ул автомобилдәрҙе һәм спортты бик ныҡ ярата, конькиҙа шыуа. 1908 йылда ул принц Вильгельмды һәм уның ҡатыны Бөйөк княгиня Мария Павловнаны Рәсәйҙә оҙатып йөрөй.

Ғаилә тормошо

үҙгәртергә

Уның ғаилә тормошо бәхетле була, әммә 1935 йылда уның ҡыҙы Астрид һәләк була. Был бөтә ғаилә өсөн ҙур ҡайғы була.

Ингеборга Швецияла бик популяр була. Уны яҡшы кәйефе, тыныс һәм күңелле характеры өсөн ныҡ яраталар. 1905 йылда Норвегия хөкүмәте кем Норвегия короле һәм королеваһы булырын хәл итә. Ингеборга һәм уның ире, уларға был титул бирелмәгәс, рәхәтләнеп тын ала.

Өс ҡыҙының никахы арҡаһында Принцесса Ингеборга ҡайһы бер Европа монархтарының өләсәһе. Улар: Норвегия короле Харальд V, Бельгия короле Бодуэн һәм Альберт II. Шулай уҡ ул Люксембургтың Бөйөк герцогы Анриҙың өләсәһе.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 http://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=14274
  2. Ingeborg C C F L (швед.) — 1917.
  3. (unspecified title)Дания: 1914.
  4. Lundy D. R. Ingeborg Charlotte Caroline Frederikke zu Schleswig-Holstein-Sonderburg-Glücksburg, Princess of Denmark // The Peerage (ингл.)
  5. https://www.skbl.se/sv/artikel/Ingeborgprinsessa