Мечников Илья Ильич

табип, физиолог, микробиолог, физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһы лауреаты
(Илья Мечников битенән йүнәлтелде)

Мечников Илья Ильич (15 май 1845 йыл, Харьков губернияһының Ивановка, хәҙер (Двуречанский районы)|Ивановка — 15 июль 1916 йыл, Париж) — Рәсәй империяһы һәм француз биологы, (микробиологы, цитологы, эмбриологы, иммунологы, физиологы һәм патологы). Физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһы лауреаты(1908)[3]

Илья Ильич Мечников
рус. Илья Ильич Мечников
Тыуған көнө

3 (15) май 1845[1][2]

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Харьков губернаһы, Ивановка
(хәҙерге Украина, Харьков өлкәһе, Двуречанский районы)

Вафат көнө

2 (15) июль 1916[2] (71 йәш)

Вафат урыны

Париж, Франция

Ғилми даирәһе

иммунология, микробиология, геронтология, патология, эмбриология

Эшләгән урыны

Новороссийск университеты, Пастер институты

Альма-матер

Харьков университеты

Ғилми етәксеһе

Лев Семёнович Ценковский
Луи Пастер

Уҡыусылары

Даниил Кириллович Заболотный,
Николай Фёдорович Гамалея,
Владимир Аронович Хавкин,
Яков Юлиевич Бардах,
Лев Александрович Тарасевич,
И. Г. Шиллер

Ниндәй өлкәлә танылған

Шештең сағыштырма патологииһы, фагоцитар теория, иммунитет биологияһы, фәнни геронтологияға, эволюцион эмбриологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ билдәле

Награда һәм премиялары

Копли миҙалы (1906)
Нобель премияһы Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1908) (Пауль Эрлих менән бергә]])
Альберт миҙалы (1916)

Эволюцион эмбриологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, фагоцитоз һәм күҙәнәк эсендә матдәләр һеңдерелеүен тәүләп асыусы, шешеүҙең сағыштырма патологияһын, иммунитеттың фагоцитар теорияһын, фагоцителла теорияһын асыусы, фәнни геронтологияға нигеҙ һалыусы.

Биографияһы

үҙгәртергә
Файл:Данилевский Я.П. Мечников Илья - университет студенты 1860е.jpg
Мечников — Харьков университеты студенты (1860—1864)

Илья́ Ильи́ч Ме́чников Харьков губернияһындағы Купян өйәҙе, атаһы гвардия офицеры, помещик Илья Иванович Мечников (1810—1878) һәм әсәһе Эмилия Львовныа Мечникованың (ҡыҙ фамилияһы Невахович, 1814—1879) Ивановка имениеһендә тыуған.[4] Уның буласаҡ ата-әсәһен Эмилия Львовнаның ағаһы — Илья Ивановичтың хәрби хеҙмәт буйынса дуҫы таныштыра.[5]

Атаһы яғынан Илья Ильич Мечников боронғо молдаван бояр нәҫеленә ҡараған. Әсәһе — Эмилия Львовна Невахович, Варшавала тыуып үҫкән — билдәле еврей публицисы һәм мәғрифәтсеһе Лев Николаевич Неваховичтың ҡыҙы (1776—1831). Лев Николаевич рус-еврей әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы тип һанала (бигерәк тә уның «Иудей ҡыҙының әсе ауазы» («Вопль дщери иудейской») тигән китабы билдәле, СПб., 1803).[6][7] Эмилия Неваховичтың ағалары: Михаил Львович Невахович (1817—1850) — карикатурасы, Рәсәйҙә тәүге юмор йыйынтығы "Ералаш"ты баҫтырыусы (СПб., 1846—1849); Александр Львович Невахович (?—1880) — драматург, 1837—1856 йылдарҙа Император театрҙарының репертуар бүлеге етәксеһе. Илья Иванович Мечников ҡатынының ике ағаһы менән дә дуҫ булған.

 

И. И. Мечниковтың өлкән ағаһы — Лев Ильич Мечников — швейцар географы һәм социологы, анархист, Италияла милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы (рисорджименто). Икенсе ағаһы — Иван Ильич Мечников (1836—1881), Тула округ судында прокурор, Киев суд палатаһы рәйесе булып хеҙмәт итә һәм Л. Н. Толстойҙың «Иван Ильичтың үлеме» повесындағы геройҙың прототибы булған (1886).

Илья Иванович Мечников, мөлкәтен юғалтҡас, Санкт-Петербургтан китергә мәжбүр булған һәм үҙенең Ивановкалағы имениеһенә йәшәргә ҡайтҡан 1843 йылда улы Николай, ә ике йылдан һуң Илья тыуа. И. И. Мечников тыуғандан һуң күп тә тормай ғаилә имениенең икенсе осондағы [[Мечниково (Двуречанский районы)|Панасовкаға (шул уҡ Купянский өйәҙендә) иркенерәк өйгә күсә, буласаҡ ғалимдың балалыҡ йылдары шунда үткән.[6] Николай Мечников губерна секретары булып киткән, Харьков университеты|Харьков университетында уҡыған дәүерҙә 1868—1869 йылдарҙағы студенттар сыуалыштарында ҡатнашҡаны өсөн полицияның ҡаты күҙәтеүе аҫтына алғандар.[7]

Мечниковтар ғаиләһендә дүрт улдан тыш Екатерина исемле ҡыҙҙары ла булған(1834). И. И. Мечниковтың һеңлеһенең ҡыҙы — опера йырсыһы Мария Кузнецова.

Илья Ильич ике тапҡыр өйләнгән һәм ике тапҡыр үҙ ғүмерен өҙөргә тырышып ҡараған. 1869 йылда Петербургта ул Людмила Федорович менән никахлаша. Туберкулёз арҡаһында, кәләш шул хәтлем көсһөҙ булған, уны сиркәүгә ултырғыста ултырған килеш алып ингәндәр. Мечников һөйгән йәрен һауыҡтырыуына бик өмөтләнгән. Ләкин дүрт йылдан һуң, Людмила Васильевна Мадейрала туберкулёздан үлә. Өмөтһөҙлөктән Мечников күп порция морфий эсә. Бәхеткә ҡаршы, морфий дозаһы артыҡ ҙур булып сыға — ул ҡоҫоп ебәрә.

Мечников икенсе тапҡыр Одессала 30 йәшендә 17 йәшлек студентка Ольга Белокопытоваға өйләнә.[8][9] Ҡатыны тиф йоҡтороп ауырыу ҡайғыһынан, ул тағы суицидҡа ынтылған. Мечников возвратный тиф бактерияларын үҙенә кереткән, әммә ҡаты сирләгәндән һуң, ул барыбер терелгән. Ҡатыны Ольга ла һауыҡҡан

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1856—1862 йылдарҙа, икенсе кластан башлап, Харьковтағы 2-се ирҙәр гимназияһында уҡый (алтын миҙалға тамамлай).[10] Был ваҡытта ул ағаһы Николай менән К. И. Шульцтың хосуси пансионында, Рождественская урамындағы 1-се йортта (1856—1858) һәм титуляр советник Г. К. Гвоздиковтың Благовещенская урамындағы 14-се йортонда (1858—1864) йәшәгәндәр.[11][12] Харьков университетын тамамлай (1864), Германияла умыртҡаһыҙҙарҙың яңы кластарын аса. Н. И. Пироговтың ярҙамы менән Германияла Р. Лейкартта һәм К. Зибольдта махсуслашҡан (специализировался), Италияла умыртҡаһыҙ хайуандарҙың эмбриологияһын өйрәнгән, шунда ул Александр Онуфриевич Ковалевский менән танышҡан. Планарийҙарҙы өйрәнгәндә, 1865 йылда күҙәнәк эсендәге аш һеңдереү феноменын асҡан. Эмбриология методтары менән умыртҡалыларҙың һәм умыртҡаһыҙҙарҙың килеп сығыу нигеҙе бер төрлө булыуын иҫбат иткән, Новороссийск император университеты (хәҙер И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты) доценты булып киткән. 1867 йылда Петербург университетында магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған, 1868 йылдан — ул атап киткән университеттың приват-доценты булған.

Иван Михайлович Сеченов Мечниковты С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһына профессор вазифаһына тәҡдим иткән, ләкин ул һайланмай ҡалдырылған һәм шуға протест күрһәтеп отставкаға киткән, И. М. Сеченов, А. О. Ковалевский, Н. А. Умов менән Одессалағы Новороссийский университетында эшләгән.

1873 йылда уның ҡатыны Людмила Васильевна Феодорович туберкулёздан үлгән, суицидҡа ынтылыусан ҡара ҡайғылы Мечников үҙенә ҡул һалырға ла уйлаған, әммә һуңынан ғүмерен туберкулёз менән көрәшеүгә бағышларға булған. 1875 йылда ул Ольга Николаевна Белокопытоваға, ысын мәғәнәһендә ярҙамсы булып киткән һөйөклө кешеһенә, өйләнә (1858—1944), һәм күҙәнәк эсендәге аш һеңдереүҙең мөһим функцияһын — фагоцитар күҙәнәк иммунитетын аса. 1879 йылда үҫемлектәрҙе зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлауҙың биологик методын тәҡдим итә.[13]

Батша хөкүмәте һәм уң йүнәлешле профессураның мәғариф өлкәһендәге реакцион сәйәсәтенә протест йөҙөнән ул отставкаға сыға һәм Одессала шәхси лаборатория ойоштора, һуңынан, 1886 йылда, Николай Фёдорович Гамалея менән берлектә, йоғошло ауырыуҙар менән көрәшеү маҡсатында донъяла икенсе булып асылған беренсе рус бактериологик станцияһын булдыра.

1887 йылда Мечников Рәсәйҙән китә һәм Парижға күсеп килә, уға Луи Пастер нигеҙ һалған институтта лаборатория бирелә. 1905 йылдан ул институттың директоры урынбаҫары булып эшләй башлай. Ғүмеренең аҙағына тиклем Парижда йәшәһә лә, Мечников Рәсәй менән бәйләнештәрен өҙмәй. 1911 йылда ул Пастер Институтының Рәсәйҙәге чума сығанағына ойошторолған экспедицияһына етәкселек иткән, чума сире генә түгел, туберкулёз тураһында ла мөһим күҙәтеүҙәр алып барған.[14] Үҙен эстәлеге һуғышҡа ҡаршы ҡоролған «Летопись» журналына йәлеп итеүсе Климент Аркадьевич Тимирязев менән, Иван Михайлович Сеченов, Иван Петрович Павлов, Николай Алексеевич Умов, Дмитрий Иванович Менделеев һ. б.менән ул систематик рәүештә хат алышып торған.

Бөйөк ғалим 1916 йылдың 15 июлендә Парижда, бер нисә тапҡыр миокарда инфарктын үткәргәндән һуң, 71 йәшендә үлгән. Илья Мечников үҙенең тәнен медицина тикшеренеүҙәре өсөн ҡулланыуҙы, һуңынан уны кремациялауҙы һәм Пастер институты трриторияһында ерләүҙе васыят итеп ҡалдырған. Уның васыятын үтәгәндәр.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
Биологик систематика
 
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Metschn.» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Шәхси бите

 
И. И. Мечников һәм Луи Пастер

Мечниковтың ғилми хеҙмәттәре биология һәм медицинаның төрлө өлкәләренә ҡараған. 1879 йылда бөжәктәрҙең микоздарын барлыҡҡа килтереүсе нәмәләрҙе тапҡан[15]. 1866—1886 йылдарҙа Мечников сағыштырма һәм эволюцион эмбриология проблемаларын өйрәнгән, Александр Онуфриевич Ковалевский менән икеһе был йүнәлешкә нигеҙ һалыусы булып тора. Күп күҙәнәкле хайуандарҙың килеп сығыуы тураһындағы оригиналь теорияға нигеҙ һалған (ҡара: Фагоцителла теорияһы).

 
Украинаның юбилей монетаһы

1882 йылда фагоцитоз күренешен тапҡас (был турала ул 1883 йылда Одессала уҙған рус тәбиғәтте өйрәнеүсе белгестәренең һәм табиптарының 7-се съезында сығыш яһаған), уны өйрәнеү нигеҙендә шешеүҙең сағыштырма патологияһын ентекләп эшләгән (1892), артабан — иммунитеттың фагоцитар теорияһын («Инфекцион ауырыуҙарҙа бирешмәүсәнлек» — 1901; Нобель премияһы — 1908, Пауль Эрлих менән берлектә). Мечниковтың бактериология буйынса бик күп хеҙмәттәре холера, брюшной тиф, туберкулёз сирҙәренең эпидемиологияһы һ. б. йоғошло ауырыуҙарға бағышланған. Мечников, Пьер Поль Эмиль Ру менән берлектә, маймылдарҙа эксперимент үткәреп, тәүләп сифилис сирен өйрәнгән (1903).

Мечников хеҙмәттәрендә ҡартайыу проблемалары ла әһәмиәтле урын биләгән. Ул, кеше үҙ организмын микробтар һәм башҡа ағыуҙар менән ағыулауы арҡаһында, уға ҡартайыу һәм үлем ваҡытынан алда килә, тип иҫәпләгән. Мечников был тәңгәлдә эсәк флораһына ныҡ ҙур әһәмиәт биргән. Ошо ҡараштары нигеҙендә, Мечников кеше организмының үҙен-үҙе ағыулауына ҡаршы профилактика һәм гигиена сараларын тәҡдим иткән (аҙыҡты стерилизациялау (микробиология), ит ашауҙы сикләү һ.б.).

Ҡартайыу һәм организмдың үҙен-үҙе ағыулауына ҡаршы көрәшерлек төп сараһы, тип Мечников болғар әсе-һөт таяҡсаларын — Lactobacillus delbrueckii subsp. bulgaricus — атаған . Ул донъяла тәүгеләрҙән булып болғар студенты Стамен Григоров асышының әһәмиәтен баһалаған. 1905 йылда уҡ Мечников, Пастер институты директоры булараҡ, йәш болғар ғалимын үҙенең асышы тураһында ул замандың микробиология өлкәһендәге иң көслө белгестәре алдында Парижда лекция уҡырға саҡырған.

1907 йылда болғар таяҡсаһының һәм болғар әсе һөтөнөң функциональ үҙенсәлектәре тураһында донъялағы тәүге медицина тикшеренеү һөҙөмтәләре баҫылған.

Мечников Григоровтың тикшеренеүҙәренең нигеҙлелеген дәлилләү маҡсатында, уларҙы үҙе ҡабаттан ғәмәлдә тикшереп ҡарай. 1908 йылда, француз фәндәр академияһының нигеҙләнеү иҫтәлекле йыллығында, уның Әсе һөт тураһында бер нисә һүҙ мәҡәләһе баҫылып сыға[16]. Ҡартайыу мәсьәләләрен өйрәнеп һәм 36 ил буйынса йыйған мәғлүмәткә таянып, Мечников Болгарияла «йөҙ йәшкә еткәндәр»ҙең күп булыуын билдәләй — 1000 кешегә 4. Ул быны болғар йогурты менән бәйләгән (Болгарияла уны кисело мляко — «кислое молоко» тип атайҙар). Мечников үҙенең хеҙмәттәрендә киң йәмәғәтселеккә болғар йогуртының файҙаһын пропагандалаған. Һәм үҙе лә ғүмеренең аҙағынаса әсе һөт аҙығын ғына түгел, болғар таяҡсаһының таҙа культураһын регуляр ҡулланған.

 
Йәш сағындағы портреты

Иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәштең аҙаҡҡы маҡсатын Мечников ортобиоз — йәғни «тәбиғи үлем менән тыныс тамамлана торған тулы һәм бәхетле йәшәү циклына» өлгәшеү тип атаған[17], [18]. Хәҙерге заман фәнендә Мечниковтың ортобиоз тураһындағы ғилеменә нигеҙләнеп эшләнгән дисциплина-аралаш «ортобиотика» йүнәлеше барлыҡҡа килде.

Мечниковтың хеҙмәттәрендә күп кенә дөйөм теоретик һәм фәлсәфәүи проблемаларға ҡағылып үтелгән. Дарвинизм һорауҙарына бағышланған иртә хеҙмәттәрендә лә (Төрҙәрҙең барлыҡҡа килеү мәсьәләләре очергы, 1876, һ.б.), Мечников эволюция мәсьәләләрен хәҙерге заман ғалимдары аңлауынан алдараҡ, көн элгәре һиҙемләп, киләсәк өсөн күп идеяларҙы нигеҙләп, мираҫ итеп ҡалдырған.

Мечников үҙен рационализм яҡлы тип атаған («Рациональ донъяға ҡарашты ҡырҡ йыл эҙләү», 1913), дини, идеалистик һәм мистик фекерҙе тәнҡитләгән. Кешелек прогресында төп ролде фән уйнай, тип иҫәпләгән.

Мечников рус микробиологтары, иммунологтары һәм патологтарының беренсе мәктәбен булдырған; йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеүҙең төрлө формаларын ентекләп эшләүсе фәнни-тикшеренеү учреждениеларын асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан; Рәсәйҙәге байтаҡ бактериологик һәм иммунолок институттары Мечников исемен йөрөтә. Башҡортостанда, Өфө ҡалаһында, Мечников исемендәге «Иммунопрепарат» дарыу эшләп сығарыусы предприятиеһы эшләй.

Наградалары һәм почётлы исемдәре

үҙгәртергә
  • Петербург Фәндәр Академияһының Почётлы ағзаһы (1902).
  • Петербург университетында магистр (1867) һәм доктор (1868) диссертацияларын яҡлаған.
  • Одессалағы Новороссийский университеты профессоры (1870—1882).
  • Күп сит ил Фәндәр Академияларының, ғилми йәмғиәттәре һәм институттарының Почётлы ағзаһы.
  • Копли миҙалы (1906)
  • Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1908)
  • Королдең сәнғәт йәмғиәте Альберт миҙалы (1916)

Мечникова исеме менән аталғандар:

  • Санкт-Петербургтағы И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты
  • И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты
  • Мәскәү вакциналар һәм эремсек һыуы фәнни-тикшеренеү институты
  • Днепропетровскиҙағы Мечников исемендәге өлкә клиник дауаханаһы
  • СССР-ҙа И. И. Мечников исеме микробиологтарҙың һәм эпидемиологтарҙың Бөтөн Союз йәмғиәтенә бирелгәйне
  • И. И. Мечников исемендәге Харьков микробиология һәм иммунология Ғилми-Тикшеренеү Институты (НИИ)
  • Санкт-Петербургта Мечников исемендәге проспект
  • Калининград өлкәһе Балтийский районындағы Мечниково посёлогы
  • Мәскәү өлкәһендәге Красногорский районы И. И. Мечников исемендәге посёлок (Мечниково посёлогы тип үҙгәртелгән)
  • Днепропетровскиҙа Мечников урамы
  • Петергофта Мечников урамы
  • Һамарҙа Мечников урамы
  • Севастополдә Мечников урамы
  • Түбәнге Новгородта Мечников урамы
  • Муромда Мечников урамы
  • Нальчикта Мечников урамы
  • Дондағы Ростовта Мечников урамы
  • Красноярскиҙа Мечников урамы
  • Борисоглебскиҙа Мечников урамы
  • Элистала Мечников урамы
  • Клинда Мечников урамы
  • Киевта Мечников урамы
  • Тирасполдә Мечников урамы
  • Томскиҙа Мечников урамы
  • Өфөлә Мечников урамы
  • Гомелдә Мечников урамы
  • Новокузнецкиҙа Мечников урамы
  • Одессала Мечников урамы
  • Волгоградта Мечников урамы
  • Волжскийҙа Мечников урамы
  • Таганрогта Мечников тыҡрығы
  • Киевта 1989 йылдан 1993 йылға тиклем Кловская тип аталған метро станцияһы Мечников исемен йөрөтә
  • Санкт-Петербургта 1918 йылдан 1994 йылға тиклем Бөйөк Петр исемен йөрөткән дауахана ла хәҙер Мечиков исемен йөрөтә
  • Харьковта ойошторолған Мечников исемендәге йәш биологтар турниры
  • 1970 йылда Халыҡ-ара астрономик союз Айҙың кире яғындағы кратерға Мечников исемен биреүҙе юллай .

Филателияла

үҙгәртергә

Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә

үҙгәртергә

Әсе-һөт стрептококк һәм болгар таяҡсаһы ҡушып ойотолған пастеризацияланған һөттән мечников эремсеген яһайҙар. Уны яһау өсөн ГОСТ техник шарттары эшләнгән Р 53505-2009[19].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мечников Илья Ильич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Кругосвет (урыҫ) — 2000.
  3. И. И. Мечников: детство и юность
  4. Ольга Мечникова «Жизнь Ильи Мечникова»
  5. Olga Metchnikoff «Life of Elie Metchnikoff, 1845—1916»
  6. Н. И. Мечников в «Словаре революционеров» 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  7. Мечникова (ҡыҙ фамилияһы Белокопытова) Ольга Николаевна 2015 йыл 20 июнь архивланған.
  8. Икенсе никах (1875—1916) // И. И. Мечников
  9. Н. Н. Коган «Мечников И. И. — харьковчанин, учёный, нобелевский лауреат»
  10. Л. Г. Телепнёва «Мечников И. И. — первый нобелевский лауреат Украины»
  11. Л. Г. Телепнёва «Слобожанщина в судьбе И. И. Мечникова»
  12. И. И. Мечников. Биография. http://to-name.ru/biography/ilja-mechnikov.htm
  13. Рубальский О. В., Мирошников В. М., Галимзянов Х. М., Рыбкин В. С. Экспедиция И. И. Мечникова в Астраханскую губернию в 1911 году // Успехи современного естествознания. № 4, 2006 c. 22-25 http://www.rae.ru/use/?section=content&op=show_article&article_id=3768
  14. Белошапкин С. П., Гончарова Н. Г., Гриценко В. В., Захваткин Ю. А., Исаичев В. В., Исаичев С. В., Кручина С. Н, Пономарёва М. С, Попов С. Я, Соломатин В. М., Торянская Н. К., Третьяков Н. Н. Словарь-справочник энтомолога / Сост. Ю. А. Захваткин, В. В. Исаичев. — Москва: Нива России, 1992. — 334 с. — ISBN 5-260-00498-1
  15. C. r. Acad. Sci., 1908
  16. Мечников И. И. Этюды о природе человека. — 1904.
  17. Мечников И. И. Этюды оптимизма. — 1907.
  18. ГНУ «ВНИМИ» Россельхозакадемии. ГОСТ Р 53505-2009. Простокваша мечниковская. Технические условия. Федеральное агентство по техническому регулированию и метрологии (11 декабрь 2009). Дата обращения: 21 май 2011. Архивировано 23 август 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Нобелевская премия по физиологии и медицине Лауреаты 1901-1925