Икмәк музейы (Агдам)

Агдам ҡалаһында музей

Икмәк музейы (әзерб. Çörək muzeyi, Чөрәк музејиÇörək muzeyi, музеји Чөрәк) — Әзербайжан ССР-ы Агдам ҡалаһында элек булған музей

Икмәк музейы
Нигеҙләү датаһы 1983
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Агдамский район[d] һәм Агдам[d]
Урын Агдам[d]
Рәсми асылыу датаһы 25 ноябрь 1983
Карта
 Икмәк музейы Викимилектә

Музейҙың емерелгән бинаһы 2012 йылда

Музей 1983 йылдың ноябрендә асыла. Музей фондында боронғо һәм урта быуат[1] археологик табыштары, икмәк һәм игенселек, ташҡа әйләнгән орлоҡтар, ҡул тирмәне, һауыт-һаба, боронғо китаптар, ҡулъяҙмалар һәм башҡа төрлө материалдар, ҡорамалдар үҫеше (ураҡ, салғы, молотилка һ. б.) тураһында экспонаттар һаҡланған[2]. 1990-сы йылдар башында Ҡарабах һуғышында музей ныҡ зыян күрә, хәҙерге ваҡытта бина емерек хәлдә.

Бина фасадында биҙәкләп үрелгән селтәр һәм арыш башаҡтары менән ҡояш төшөрөлгән ике панно булған. Музей эсендә төҫлө витраждар, аҡлы-ҡаралы ағас квадраттарҙан торған түшәм, ярым ҡараңғылыҡ хасил иткән. Музей залдарының береһенә ингән урында «Икмәккә баш эйегеҙ!» тип яҙылған булған[3].

Музейҙың элекке директоры Ниязи Кулиев һүҙҙәренсә, Агдам ҡалаһы эргәһендә Чалаган-типе ауылы янында ҡаҙыныу эштәре барышында табылған күмергә әйләнгән бойҙай орлоҡтары ла экспонаттар араһында һаҡланған. Уларҙы музейға, бойҙайҙың ҡаты сорттарын селекция юлы менән алған ғалим-селекционер Имам Мостафаев бүләк иткән. Шулай уҡ, Кулиев һүҙҙәренсә, бер ваҡыт музейға Агамалы ауылынан һикһән ете йәшләк Мамедов Исмаил Кафар оғлы XVII быуаттың кир-кире (ҡул тирмәне таштарын) алып килә һәм икмәк нисек ауыр табылғанын кешеләр аңлаһын ине тигән теләк белдергән. Музейҙа һуғыш ваҡытында Ленинград блокадаһынан ҡалған көйгән икмәк тә һаҡланған, уны Ленинград блокадаһында ҡалған икмәк бешереүсе Галина Андреевна Канаева алып килгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Информация о городе Агдам на сайте министерства культуры и туризма Азербайджана(недоступная ссылка)  (әзерб.)(әзерб.)
  2. Агдамский хлебный музей. azerbaijans.com. Архивировано 13 ғинуар 2013 года.
  3. Геннадий Остапенко. Чурек и Юха // журнал : Вокруг Света. — Февраль 1990. — № 2.
  • Vüqar Tofiqli. Agdam Çörək Muzeyi:Dünəni, bugünü və sabahı. — Баку: Adiloglu, 2011. — ISBN 9789952251302.  (әзерб.)(әзерб.)
  • Р. Абдуллаев. Музей хлеба: [Агдам] // Гудок. — 28 января 1986.