Икенсе әрме (риүәйәт)
Икенсе әрме (риүәйәт) (рус. Вторая армия (предание)) — 1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорт полктарын һуғышҡа оҙатыуға арналған риүәйәт[1].
Икенсе әрме | |
Атамаһы | Икенсе әрме (риүәйәт) |
---|---|
Жанр | легенда |
Автор | халыҡ ижады |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1992 |
Тарих
үҙгәртергәБашҡорттар өсөн Наполеон Францияһына ҡаршы һуғыш ғәмәлдә 1806 — 1807 йылдарҙа уҡ башлана. 1805 йылдың 26 декабрендә Ырымбур крайынан 7 мең башҡорт (14 полк), 600 ҡалмыҡ, 1000 Ырымбур һәм Силәбе казактарынан торған берләшмә урыҫ ғәсҡәрҙәрен тулыландырыу өсөн юлға сыға. 1807 йылдың 10 майынан ике башҡорт полкының полковник Углецкий командалыҡ иткән 1-се һәм 2-се Ырымбур полктары менән бергә француз генералдары Массен менән Вредегә ҡаршы һуғыштың алғы һыҙығын тәшкил итә[2]. Урыҫ ғәскәрҙәренең Пруссия һәм Польша биләмәләрендәге хәрби хәрәкәтен күҙәткән Англия вәкиле офицер Роберт Вильсон француз эскадроны ҡыйратылыуын тасуирлағанда башҡорттарҙың тауыш-тынһыҙ ҡорал ҡулланыуын билдәләй һәм "Башҡорттарҙың уғы билен яралаған француз офицеры был ҡоралдың көсөн баһалап еткермәүен аңлай", — тип яҙа ул. Р. Вильсон күп тапҡырҙар башҡорт яугирҙарының француздарҙың көслө регуляр армияһына ҡаршы оҫта һуғышыуын билдәләй.
Атаман Платовтың баш командующийға ебәргән рапортында ике башҡорт полкының, уларҙың командиры полковник Ураковтың, башҡорт кантон начальнигы поручик Буранғол Ҡыуатыв (1740 — 1833), йөҙ баштары Ҡарағужа Ҡәҙерғолов (1780 — 1824), Айсыуаҡ Үҙәнбаев (1767 — ?) (Ырымбур өйәҙенең Муйнаҡ ауылы уҙаманына 1839 йылда уға 72 йәш була) һәм прапорщик Ҡаһарман Буранғоловтарҙың айырыуса оҫта һуғышыуҙары билдәләнә[3].
Риүәйәттең тасуирламаһы
үҙгәртергәҒәҙәттә яуға китә торған уландарҙы оҙатыу мәлендә ырыуҙың ололары ла, йәштәре лә, уларҙың яу юлдарын еңеллек менән үтеп, дошманды еңеү буйынса үҙ теләктәрен белдерер була. Яугирҙәрҙе оҙатыу мәлендә инәйҙәрҙең теләктәре:
- Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ,
- Буҙ балалар, инде хушығыҙ.
- Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп,
- Иҫән йөрөп, еңеп ҡайтығыҙ.
Бисә-сәсәнең әйткәне:
- Атҡайҙарға менеп, һаҙаҡ алып,
- Яуға китер ирҙәр булдығыҙ.
- Һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе,
- Тәңкәләрҙәй төҫлө шылтырашып,
- Шат көлөшөп еңеп ҡайтығыҙ.
Яуға киткән егеттәргә ҡыҙҙар, ҡулъяулыҡ, янсыҡтар бүләк итеп, "Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай, Күҙкәйҙәрҙе талдырып көтөрбөҙ", — тип һамаҡлағандар. Ә ата-әсәләр ир-егеттәрҙе яу мәлендә ашыҡмай ғына, уйлап һуғышырға өндәй: "Ҡулдарыма һаҙаҡ алдым, тиеп, Торомтайҙай осма, йән күреп", — ти улар.
Сәсәндәр ҙә яуға китеүселәрҙе өгөтләп һамаҡлай:
- Урал батыр биш булып,
- Яу ҡайтарған белегеҙ,
- Ҡараһаҡал, Салауат —
- Яуы булып үткәнен,
- Батыр булып, дан сәсеп,
- Дошманын ҡуйҙай ҡырғанын,..
- Типһә тимер өҙөрҙәй,
- Салауаттай беләкле
- Яуға барған нөгәрҙең
- Батырҙары күп булһын.
- Һөрән һалып яу ҡырған,
- Ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ
- Теле майҙай иреткән,
- Бөтә эште сер тотҡан,
- Уйлағанда таш йотҡан
- Ҡараһаҡалдай ир булып,
- Яуҙы башлар ир булһын,
- Ир булһын, ау, ир булһын!
Яуға китеүселәрҙең әйткәне:
- Ата-бабаларҙың ҡанын һыулап
- Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юнып,
- Һай, илкәйем, моңло еркәйем,
- Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, килтереп,
- Беҙ ҡайтырбыҙ илгә шатланып.
- Быуын-быуын үткән батырҙарҙың
- Һүҙен тыңлап, йырын йырларбыҙ.
- Һай, илкәйем, батырҙарҙың һүҙкәйен.
- Илкәйебеҙ өсөн булырбыҙ шаһит,
- Дошмандарға илде бирмәбеҙ.
- Һай, илкәйем, батырҙарҙың әйткән һүҙкәйен.
Башҡорт ғәскәрҙәре, тау шишмәһендәй гөжөлдәп, диңгеҙҙәй урыҫ ғәскәренә ҡушылып, француздарҙы ҡыуып алып киткәндәр, ти.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- "Любезные вы мои...". составитель А. З. Асфандияров. Уфа.Китап. — 1992. Т.15 000 экз. 240 стр.ISBN 5-295-01085-6.
- Законы Российской империи о башкирах...|составитель Ф. Х. Гумеров. Уфа. Китап. —1999. Т. 4000 экз.— 568 стр.ISBN 5-295-02119-Х.