Икенсе халыҡ ополчениеһы

1611 йылдың сентябрендә Түбәнге Новгородта поляк интервенттарына ҡаршы көрәшеү өсөн барлыҡҡа килгән ополчение

Икенсе халыҡ ополчениеһы — 1611 йылдың сентябрендә Түбәнге Новгородта поляк интервенттарына ҡаршы көрәшеү өсөн барлыҡҡа килгән ополчение. Түбәнге Новгородтан Мәскәүгә барғанда, башлыса 1612 йылдың апрель-июль айҙарында Ярославлдә, әүҙем формалашыуын дауам итә. Рус батшалығының ҡала халҡы, үҙәк һәм төньяҡ район крәҫтиәндәренән торған. Етәкселәре —Түбәнге Новгород сауҙагәре һәм посад старостаһы Кузьма Минин һәм хәрби юлбашсы Дмитрий Пожарский. Пожарский 1612 йылдың авгусында Мәскәү янында Беренсе ополчениенан ҡалған көстәрҙең бер өлөшө менән Мәскәү эргәһендәге поляк армияһын ҡыйрата, ә 1612 йылдың октябрендә баш ҡаланы интервенттар оккупацияһынан тулыһынса азат итә.

Икенсе халыҡ ополчениеһы
Ил

Рус батшалығы

Войны

Рус-поляк һуғышы 1605—1618

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Мәскәү алышы (1612)

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Дмитрий Пожарский, Кузьма Минин

-

Икенсе ополчениены төҙөү тәүшарттары

үҙгәртергә

Икенсе халыҡ ополчениеһын ойоштороу инициативаһы Түбәнге Новгородтың һөнәрселек-сауҙа кешеләренән, мөһим хужалыҡ һәм Урта Волга буйындағы административ үҙәктән башлана. Түбәнге Новгород өйәҙендә ул ваҡытта 150 меңгә яҡын ир-ат йәшәгән (Түбәнге Новгородтың үҙендә — 3,5 меңгә яҡын ир-ат, шуларҙың 22,5 меңгә яҡыны — посад кешеләре), 600 ауылда 30 меңгә тиклем йорт булған.

Түбәнге Новгород крайындағы ауыр хәл

үҙгәртергә

Түбәнге Новгород үҙенең стратегик урыны, иҡтисади һәм сәйәси әһәмиәте буйынса Рус батшалығының көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарының төп пункттарының береһе була. Үҙәк властың көсһөҙләнеүе, интервенттарҙың хужалыҡ итеү шарттарында был ҡала бөтә халыҡ патриотик хәрәкәтенең инициаторы була, был хәрәкәт Үрге һәм Урта Волга буйы һәм илдең башҡа күрше өлкәләренә тарала. Түбәнге Новгород халҡы азатлыҡ көрәшен икенсе ополчение ойошторолғанға тиклем бер нисә йыл элек башлай.

1606 йылдың май айында Ялған Дмитрий I-не үлтергәндән һәм тәхеткә Василий Шуйскийҙың ултырыуынан һәң Рус батшалығында тиҙҙән икенсе ялған исемдә йөрөүсе, йәнәһе, иҫән ҡалған Ялған Дмитрий II-нең килеүе тураһында имеш-мимештәр тарала. 1606 йылдың аҙағында Түбәнге Новгород өйәҙендә һәм уға яҡын өйәҙҙәрҙә талауҙар һәм тәртипһеҙлектәр менән шөғөлләнгән ҙур шайкалар барлыҡҡа килә: ауылдарҙы яндыралар, халыҡты талайҙар һәм көсләп үҙ лагерҙарына алып китәләр. Әлеге «вольница» тип аталған казак ҡасаҡтары 1608 йылдың ҡышында Алатырҙы баҫып ала, Сүрә йылғаһында Сабуров исемле воеводаны батырып үлтерәләр, шулай уҡ Арзамасты яулап, унда үҙҙәренең базаһын булдыралар.

Түбәнге Новгород крайындағы хәлдәрҙе белеп ҡалғас, Василий Шуйский батша үҙенең воеводаларын Арзамасты һәм боласылар биләгән башҡа ҡалаларҙы азат итеү өсөн ебәрә. Уларҙың береһе, кенәз Иван Воротынский, Арзамас тирәһендә фетнәселәр отрядын тар-мар итеп, ҡаланы ала һәм Арзамас янындағы райондарҙы ҡасаҡтар отрядтарынан таҙарта.

Ялған Дмитрий II-нең урыҫ ерҙәренә килеүе менән казак ҡасаҡтары хәрәкәте тағы ла әүҙемләшә, ялған батша яғына Мәскәү баярҙарының һәм өйәҙ дворянлығының бер өлөшө күсә. Мордвалар, сыуаштар һәм сирмештәр баш күтәрә. Күп кенә ҡалалар яңы батша яғына күсеп, Түбәнге Новгород халҡын да өндәй башлайҙар. Әммә Түбәнге Новгород халҡы Шуйскийҙан баш тартмай һәм үҙ антына тоғро ҡала һәм, киреһенсә, боласыларҙы әсирлеккә ала, уларҙы язалай.

1609 йылдың ғинуар башында Түбәнге Новгородҡа Ялған Дмитрий ғәскәрҙәре ябырыла, уларҙы Семен Вяземский һәм Тимофей Лазарев етәкләй. Вяземский Түбәнге Новгородҡа хат ебәрә, унда, ҡала бирелмәһә, бөтә ҡала халҡы юҡ ителәсәк һәм ҡала тулыһынса яндырыласаҡ, тип яҙыла. Түбәнге Новгород халҡы хатҡа яуап бирмәй һәм, Вяземскийҙың ғәскәре ҙур булыуға ҡарамаҫтан, һөжүм башлай. Вяземский һәм Лазаревтың ғәскәрҙәре әсирлеккә эләгә, артабан уларҙы аҫып ҡуйыуға хөкөм ителә. Артабан Алябьев Муром һәм Владимир ҡалаларын боласыларҙан азат итә, үҙе Муром ҡалаһында башта воеводаһы булараҡ тороп ҡала. Алябьевтың уңыштары мөһим эҙемтәләргә килтерә, сөнки халыҡта ялған батшаға һәм сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы уңышлы көрәшеп булыу ышанысы уяна. Бер нисә ҡала, өйәҙ һәм улус ялған батшанан баш тарта һәм Рус батшалығын азат итеү өсөн көрәштә берләшә башлай.

Беренсе ополчениеның көсһөҙлөгө

үҙгәртергә

Милли-азатлыҡ хәрәкәттең күтәрелеүе 1611 йылда беренсе халыҡ ополчениеһын ойоштороуға, уның эшмәкәрлегенә һәм мәскәүҙәрҙең марттағы ихтилалына әүерелә, унда воевода кенәз Дмитрий Михайлович Пожарский ҙа ҡатнаша. Беренсе ополчениеның уңышһыҙлығы был күтәрелеште йомшартмай, киреһенсә, көсәйтә. Тәүге ополченсыларҙың күбеһе интервенттар менән көрәш тәжрибәһенә эйә була. Был тәжрибәгә ҡалаларҙа, өйәҙҙәрҙә һәм улустарҙа йәшәүселәр ҙә эйә була. Урыҫ халҡының үҙаллылығы өсөн артабанғы милли-азатлыҡ көрәше һәм икенсе халыҡ ополчениеһын ойоштороу урыны булып Түбәнге Новгород тороуы осраҡлы түгел.

1611 йылдың йәйендә илдә тәртипһеҙлек хөкөм һөрә. Мәскәүҙә поляктар хужа булһа, баярҙар ҡалаларға, өйәҙҙәргә һәм улустарға поляк королевичы Владиславҡа ант бирергә саҡырыу грамоталары ебәрә. Патриарх Гермоген төрмәлә ултырған сағында илдең азатлыҡ көстәрен берләштереү яҡлы була, поляк интервенттарына буйһонмаҫҡа, ә Мәскәү эргәһендәге казак полктары хәрби етәкселәре Дмитрий Трубецкой һәм атаман Иван Заруцкийҙың яғында һуғышырға ҡуша. Троица-Сергиев монастыры архимандриты Дионисий шулай уҡ бөтәһен дә Трубецкой һәм Заруцкий тирәләй берләшергә саҡыра. Был ваҡытта Түбәнге Новгородта яңы патриотик хәрәкәт барлыҡҡа килә, ул посад һәм хеҙмәтле кешеләрҙә һәм урындағы крәҫтиәндәрҙә терәк таба. Патриарх Гермогендың грамотаһы был халыҡ хәрәкәтенә ҡеүәт кенә бирә. Чудов монастыры төрмәһенән Гермоген Түбәнге Новгород халҡын сит ил баҫҡынсыларынан Русьте азат итеү өсөн изге көрәшкә саҡыра.

Икенсе ополчениены ойоштороуҙа Кузьма Мининдың роле

үҙгәртергә
 
Минин Түбәнге Новгород майҙанында (Иоанн Предтеча сиркәүе янында) халыҡты иғәнәләр йыйыуға саҡыра. К. Е. Маковский (1839—1915)

Был хәрәкәтте ойоштороуҙа Түбәнге Новгородтың земство старостаһы Кузьма Минин ҙур роль уйнай, был вазифаға ул 1611 йылдың сентябрендә һайлана. Тарихсылар фекеренсә, Минин азатлыҡ көрәшенә үҙ өндәүҙәрен посад кешеләре араһында башлаған, улар уны ихлас хуплаған. Артабан уны Түбәнге Новгород ҡала советы, воеводалар, дин әһелдәре һәм хеҙмәтле кешеләр хуплай. Ҡала советы ҡарарына ярашлы дөйөм йыйылыш ойошторола. Ҡала халҡы Кремлдә йыйыла. Тәүҙә сиркәү ғибәҙәте башҡарыла, унан һуң Савва исемле протопоп вәғәз менән сығыш яһай һәм Рәсәй дәүләтен католиктар һәм униаттар баҫып алыуҙан азат итергә саҡыра, артабан Минин хәрби белгестәр яллау өсөн аҡса йыйыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Миңиндың тәҡдиме буйынса, ирекле иғәнә менән генә сикләнмәй, Түбәнге Новгород халҡы бөтә ҡала өсөн ҡала һәм өйәҙ халҡының мөлкәтенең бер өлөшөн мотлаҡ рәүештә тапшырыуы, ә килешмәүселәрҙең бөтә мөлкәтен тартып алыуҙары тураһында «хөкөм» ҡабул итә. Аҡса йыйыу бурысы Мининға йөкмәтелә.

Икенсе ополчениеның хәрби начальнигы кенәз Пожарский

үҙгәртергә

Сираттағы йыйында Түбәнге Новгород халҡы кенәз Пожарскийҙы ополчениены етәкләргә үтенә. Пожарскийҙың имениеһы Түбәнге Новгородтан ҡөнбайышҡа табан 60 км алыҫлыҡта була, ул үҙенең имениеһында яраларын дауалай. Үҙенең бөтә сифаттары буйынса кенәз ополчениеның хәрби начальнигы роле өсөн тура килә. Ул бик затлы нәҫелдән — егерменсе тубығында Рюрикович — була. 1608—1609 йылдарҙа воевода булараҡ Пожарский ялған батша һәм атаман Сальков ғәскәрҙәрен тар-мар итә; 1610 йылда Зарайск ҡалаһын һаҡлап ҡала; 1611 йылдың мартында Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа ҡаты яралана. Ул ваҡыттағы йола буйынса, Пожарский тәҡдимдән оҙаҡ ҡына баш тарта, әммә Түбәнге Новгородтан Вознесенск-Печера монастыры архимандриты Феодосий етәкселегендәге делегация килгәндән һуң, риза була. Әммә уның бер шарты була — ополчениеның хужалыҡ эштәре менән Минин шөғөлләнергә тейеш.

Икенсе ополчениены ойоштороу

үҙгәртергә
 
Мининдың 1611 йылда Түбәнге Новгород халҡына өндәүе. М. И. Песков (1834—1864)

Пожарский Түбәнге Новгородҡа 1611 йылдың 28 октябрендә килә һәм шундуҡ Минин менән бергә ополчение ойоштора башлай. Түбәнге Новгород гарнизонында бөтә яугирҙәрҙең һаны 750-гә яҡын кеше була. Шул саҡта Арзамаста хеҙмәттә булған Смоленск кешеләрен саҡыралар. Әлеге кешеләр Смоленскиҙән, поляктар ҡаланы баҫып алғандан һуң, ҡыуылған була. Уларҙан башҡа шундай уҡ хәлгә тарыған Вязьма һәм Дорогобуж кешеләре йәлеп ителә. Ополчение өс мең кешегә тиклем арта. Ополчиндарҙы барыһы ла яҡшы эш хаҡы ала: 1-се статья хеҙмәтле кешеләренә — йылына 50 һум, 2-се статья — 45 һум, өсөнсө статя буйынса 40 һум бирелә, ә йылына 30 һумдан кәмерәк эш хаҡы булмай. Ополчиндарҙың даими аҡсалата тәьминәте булыуы ополчениеға тирә-яҡ өлкәләрҙән яңы хеҙмәтле кешеләрҙе йәлеп итә.

Эште яҡшы ойоштороу, айырыуса аҡса йыйыу һәм бүлеү, үҙ канцелярияһын булдырыу, күп кенә ҡалалар һәм райондар менән бәйләнеш булдырыу, уларҙы ополчение эштәренә йәлеп ите — былар барыһы ла Беренсе ополчениенан айырмалы рәүештә Икенсеһендә баштан уҡ маҡсаттар һәм ғәмәлдәр берҙәмлегенә килтерә. Пожарский һәм Минин ҡаҙна өсөн аҡса һәм ратниктар йыя, төрлө ҡалаларға ярҙам һорап, Мәскәү дәүләтен дошмандарҙан таҙартырға саҡыра. Икенсе ополчение властары ғәмәлдә кенәз Дмитрий Трубецкой һәм Иван Заруцкий етәкселегендәге Мәскәү эргәһендәге властарҙан бойондороҡһоҙ «таборҙар» эшмәкәрлеге менән етәкселек итә башлай һәм Мәскәүҙең "семибоярщинаһы"на ҡаршы торған хөкүмәт функцияларын тормошҡа ашыра. Башта ополчение хөкүмәте 1611—1612 йылдың ҡышында «Бөтә ер советы» булараҡ формалаша. Уға ополчение етәкселәре, Түбәнге Новгород ҡала советы ағзалары, башҡа ҡалалар вәкилдәре инә. Ул тулыһынса Ярославль ҡалаһында формалаша. Мәскәүҙе поляктарҙан «таҙартҡандан» һуң Бөтә ер советы формаль рәүештә Беренсе ополчениеның Земство соборы менән берләштерелә, әммә әлеге Совет, күрәһең, билдәһеҙ ҡаршылыҡтар арҡаһында йыйылмай, һәм хөкүмәтте Кузьма Минин һәм уның иптәштәре (урынбасарҙары) Д. Т. Трубецкой һәм Д. М. Пожарский төҙөй.

Икенсе ополчение хөкүмәтенә ҡатмарлы шарттарҙа эш итергә тура килә. Уға интервенттар һәм уларҙың ярҙамсылары ғына түгел, ә Мәскәү «семибоярщина»һы һәм Беренсе ополчениеның казак ирекмәндәре етәкселәре Заруцкий һәм Трубецкой ышанып етмәй. Улар барыһы ла Пожарскийға һәм Мининға төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Әммә улар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең ойошҡан эше менән үҙ позицияһын нығыта. Йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына таянып, бигерәк тә өйәҙ дворяндары һәм посад кешеләренә, улар төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ҡалаларында һәм өйәҙҙәрендә тәртип урынлаштыра, алмашҡа яңы ополчиндар һәм ҡаҙна йыя. Икенсе ополчение тарафынан ебәрелгән Дмитрий Лопата Пожарский һәм Роман Пожарский кенәздәр отрядтары Ярославль һәм Суздаль ҡалаларын баҫып ала.

Волга буйлап өҫкә ҡарай поход

үҙгәртергә

Икенсе ополчение Түбәнге Новгородтан Мәскәүгә табан 1612 йылдың февраль аҙағында — март башында сыға, юл Балахна, Тимонькино, Сицкое, Юрьевец, Решма, Кинешма, Кострома, Ярославль аша үтә. Балахнала һәм Юрьевцела ополченсыларҙы ҙур хөрмәт менән ҡаршы алалар. Бында улар ҡаҙнаһын байыталар, сафтарын тулыландыралар. Решмала Пожарский Псков халҡы һәм казак юлбашсылары Трубецкой һәм Заруцкийҙың ялған батша Исидорға ант биреүе тураһында белеп ҡала[1]. Кострома воеводаһы Иван Шереметев ҡалаға ополчение индерергә теләмәй. Шереметевты вазифаһынан бушатып һәм Костромала яңы воевода тәғәйенләп, ополченсылар 1612 йылдың апрель башында Ярославлгә бәреп инә.

Ярославлдәге Ставка

үҙгәртергә
 
Спас-Преображенский монастыры, унда ярты йыл дауамында ополчение тора

Ярославлдә ополчение дүрт ай, 1612 йылдың июль аҙағына тиклем, тора. Бында «Бөтә ер советы» хөкүмәте составы ла тулыһынса билдәләнә. Уға дворян нәҫелдәре вәкилдәре лә инә — Долгорукийҙар, Куракиндар, Бутурлиндар, Шереметевтар һ. б. Советты Пожарский һәм Минин етәкләй. Петр I-гә тиклем бөтә Мәскәү бөйөк кенәздәре, батшалары, хакимдары (Ялған Дмитрий I-нән башҡа) бер ҡасан да бер нәмәгә лә ҡул ҡуймаған, Грамоталарға Минин урынына Пожарский ҡултамға ҡуйған. Грамоталарға "Бөтә ер советы"ның бөтә ағзалары ҡул ҡуя. Сөнки ул ваҡыттарҙа һәр ваҡыт теүәл үтәлгән местничество тәртибенә ярашлы Пожарскийҙың ҡултамғаһы — унынсы урында, ә Мининдың ҡултамғаһы ун бишенсе урында тора.

Ярославлдә ополчение хөкүмәте ҡалаларҙы һәм өйәҙҙәрҙе тынысландырыуҙы, уларҙы поляк-литва отрядтарынан, Заруцкий казактарынан азат итеүҙе дауам итә, һуңғыларын көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ өлкәләрҙән матди һәм хәрби ярҙамдан мәхрүм итә. Бер үк ваҡытта ул Новгород ерҙәре баҫып алған Швецияны нейтралләштереү буйынса дипломатик аҙымдар яһай. Урыҫ тәхетенә швед короле Густав II Адольфтың ҡустыһы Карл-Филипты ултыртыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Ошо уҡ ваҡытта кенәз Пожарский герман императоры илсеһе Иосиф Грегори менән дипломатик һөйләшеүҙәр үткәрә, һүҙ илде азат итеүҙә ярҙам кәрәклеге тураһында бара. Император алмашҡа урыҫ батшаһы тәхетенә үҙенең ике туғаны Максимилианды тәҡдим итә. Һуңынан 1613 йылғы Земство соборы әлеге ике дәғүәсене кире ҡаға. Шулай итеп, ополчиндар Изге Рим империяһы, Швеция, Новгород республикаһы менән солох килешеүе төҙөй. Шветар һәм немецтар хатта ополчиндарға артиллерия менән хәрби отрядтар ебәрә.

 
Кенәз Пожарский Ватанды ҡотҡарыу өсөн ғәскәрҙе рухландыра. 1850 йыл.

Икенсе ополчениеға Поморье һәм Себер менән бик күп Мәскәү эргәһендәге ҡалалар ҡушыла. Хөкүмәт учреждениелары эшләй: «Бөтә ер советы» эргәһендә төрлө приказдар барлыҡҡа килә. Яйлап дәүләттең күпселек территорияһында тәртип урынлаштырыла. Ополчение отрядтары ярҙамында хөкүмәт ҡараҡ шайкаларынан таҙартыла. Ополчение ғәскәрендә яҡшы ҡоралланған һәм өйрәтелгән ун меңгә яҡын яугир иҫәпләнә. Ополчение властары көндәлек административ һәм суд эше менән дә шөғөлләнә (воеводалар тәғәйенләү, разряд китаптарын алып барыу, ялыуҙарҙы, үтенестәрҙе тикшереү һ. б.). Былар барыһы ла илдәге хәлде яйлап тотороҡландыра, хужалыҡ эшмәкәрлеген йәнләндереүгә килтерә. Хатта Ярославлдә эпидемия башланғас һәм Семибоярщина ополчение тараласағына ышанғас та, ополчение хөкүмәтенең санитар-гигиена саралары эпидемияны туҡтатырға мөмкинлек бирә.

1612 йылдың июль башында ополчиндар Мәскәүгә бөйөк литва гетманы Ходкевичтың ун ике меңлек отряды килеүе тураһында хәбәр ала. Пожарский һәм Минин шунда уҡ баш ҡалаға Михаил Дмитриев Һәм кенәз Лопата-Пожарскийҙың отрядтарын ебәрә, улар Мәскәүгә июль айында барып етә Ополчиндарҙың килеүе тураһында ишеткәс, Заруцкий үҙенең казак отряды менән Коломнаға, ә һуңынан Әстерханға ҡаса, сөнки бынан алда ул кенәз Пожарскийға үлтереүселәр ебәрә, әммә һөжүм уңышһыҙлыҡ менән тамамлана һәм Заруцкийҙың ниәттәре фаш ителә. Архимандрит Дионисий ополчениены Мәскәүгә табан ашыҡтыра һәм кенәз Трубецкойға Икенсе ополчение менән берләшергә үтенеп, мөрәжәғәт итә. 18 (28) августа Икенсе ополчение Мәскәүгә юллана, архимандрит уларға фатиха бирә. Ғәскәре менән бергә Мәскәүгә келарь Авраам Палицын да юллана[2].

Гетман Ходкевич ғәскәрҙәре менән алыш

үҙгәртергә
 
Халыҡ ополчениеһының поляктарҙы еңеүе. Минин һәм Пожарский һәйкәленән горельеф.

1612 йылдың 22 авгусында (1 сентябрендә) гетман Ян Кароль Ходкевич Новодевичий монастыры янында урынлаша, ул Мәскәү йылғаһы аша сығып, поляк гарнизонын аҙыҡ-түлек тәьмин итә. Кенәз Пожарский үҙенең хәрби кешеләре менән бергә уға ҡаршы сыға, ә кенәз Трубецкой казак полктары менән Мәскәү йылғаһының икенсе яғына, Ҡырым күперенә, аяҡ баҫа. Трубецкойҙың үтенесе буйынса, Пожарский уға биш атлы йөҙ ебәрә.

Һуғыш көндөҙгө сәғәт берҙә башлана һәм киске сәғәт һигеҙгә тиклем дауам итә. Ходкевичтың башлыса атлы ғәскәре булғанлыҡтан, тик атлылар ғына һуғыша. Ходкевичтың һөжүмен кире ҡағыу өсөн, Пожарский һәм башҡа ополчение воеводалары үҙҙәренең атлыларына пехота менән бергә, аттарынан төшөп, һуғышырға бойора. Бындай хәлде күреп, Трубецкойға ярҙамға ебәрелгән биш атлы йөҙ етәкселәре үҙ белдеге менән Трубецкойҙан баш тарта һәм ополчиндарға ярҙамға ашыға. Беренсе ополчениеның ҡайһы бер казак атамандары ла уларға ярҙам итә, әммә Трубецкойҙың ризалығынан тыш, Ходкевич — элекке позицияларына, ә һуңынан Дон монастыры яғына сигенергә мәжбүр була.

23 августа (2 сентябрҙә) кенәз Пожарскийҙың ополчениеһы гетман Ходкевич ғәскәрҙәре менән алышҡа инә, уның һөҙөмтәһендә поляктар Климент төрмәһен баҫып ала һәм унда торған казактарҙы әсирлеккә төшөрә. Шундай хәл-ваҡиғаларҙы күреп, Мәскәүгә ополчение менән килгән Троица-Сергиев монастыры кенәзе Авраамий Палицын Беренсе ополчение казактары торған станға юллана, уларға монастырь ҡаҙнаһынан эш хаҡын түләргә вәғәҙә бирә һәм шунан һуң ғына Беренсе ополчение казактары Икенсе ополчениеға ярҙамға килә.

1612 йылдың 24 авгусында (3 сентябрендә) ополчиндарҙың поляктар менән хәл иткес алышы була. Алыш яҡынса 14 сәғәт бара. Проявил доблесть и Шунда Кузьма Минин батырлыҡ күрһәтә, ул атлы ополчиндарҙың ҙур булмаған отряды менән ҡапыл гетман Ходкевичтың алғы отрядтарына һөжүм итә һәм уларҙың сафына кәүгә тарата. Икенсе ополчениеның төп көстәренең һәм уларға килгән Трубецкой казактарының ҡыҫымы аҫтында Ходкевич ғәскәре ҡаса башлай. Төнө буйы Дон монастыры янында торғандан һуң, Ходкевич ғәскәренең ҡалдыҡтары менән 25 августа иртәнсәк Мәскәүҙән китә.

Мәскәүҙе азат итеү

үҙгәртергә

Әммә ополчиндар әлегә бөтә Мәскәүҙе контролдә тотмай. Поляк полковниктары Струсь һәм Будиланың отрядтары Ҡытай-ҡалала һәм Кремлдә йәшенеп ҡалған була. Шулай уҡ Кремлдә хыянатсы-баярҙар ғаиләләре менән йәшенә. Улар араһында ул ваҡытта бик аҙ билдәле булған Тушино патриархы Михаил Романовтың яҡын ир туғаны була. Ҡамауҙа ҡалған поляктарҙың ҡот осҡос аслыҡ кисергәнен белеп, Пожарский 1612 йылдың сентябрь аҙағында уларға хат ебәрә, унда поляк гарнизонына бирелергә тәҡдим итә. «Һеҙҙең баштарығыҙ һәм ғүмерегеҙ һаҡланасаҡ», — тип яҙа ул, — «мин быны үҙ өҫтөмә алырмын һәм бөтә хәрби кешеләрҙең ризалығын һорармын». Был тәҡдимдән поляктар тәкәббер рәүештә баш тарта.

1612 йылдың 22 октябрендә (1 ноябрендә) урыҫ ғәскәрҙәре Ҡытай-ҡаланы баҫып ала, шулай ҙа Кремлдә поляктар тороп ҡала. Аслыҡ шул тиклем көсәйә, хатта Кремлдән баяр ғаиләләрен һәм башҡа граждандарҙы ҡыуып сығара башлайҙар, ә поляктар үҙҙәре кеше итен ашарға мәжбүр булалар.

 
Поляктарҙы Кремлдән ҡыуыу. Э. Лиснер

Пожарский ҡамауға алынғандарға байраҡтар һәм ҡорал менән ирекле сығыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Поляктар баш тарта. Пожарский полкы менән баяр ғаиләләрен ҡаршылау һәм уларҙы казактарҙан һаҡлау өсөн Кремлдең Троицк ҡапҡаһы янындағы Таш күперҙә тора. 1612 йылдың 26 октябрендә (5 ноябрендә) поляктар бирелә һәм Кремлде ташлап сыға. Будила һәм уның полкы Пожарский станына эләгә, улар барыһы ла иҫән ҡала. Һуңыраҡ улар Түбәнге Новгородҡа һөргөнгә ебәрелә. Струсь полкы Трубецкойға эләгә һәм бөтә поляктарҙы казактар юҡ итә. 1612 йылдың 27 октябренә (6 ноябренә) ҡарата кенәздәр Пожарский һәм Трубецкойҙың Кремлгә тантаналы рәүештә инеүе тәғәйенәләнә. Ғәскәрҙәр Лобный янында йыйылғас, Троица-Сергиев монастырының архимандриты Дионисий ополчиндар еңеүе хөрмәтенә тантаналы ғибәҙәт ҡыла. Бынан һуң ҡыңғырауҙар яңғырауы аҫтында еңеүселәр халыҡ оҙатыуында байраҡтар һәм хоругвалар менән Кремлгә инә. П. С. Казанский тәре йөрөшө йәкшәмбе көнөндә, 1612 йылдың 1 (11) ноябрендә, үткәрелгән тип иҫәпләй.

Тарихнамәһе

үҙгәртергә

Түбәнге Новгород ополчениеһы традицион рәүештә Рәсәй тарихнамәһенең мөһим элементы булып тора. П. Г. Любомировтың хеҙмәте иң төплө[3] тикшеренеү тип һанала. Түбәнге Новгород халҡы көрәшенең башланғыс осорон ентекле тасуирлаған берҙән-бер эш (1608—1609) — С. Ф. Платоновтың Боларыш тарихы буйынса фундаменталь хеҙмәте[4].

Нәфис әҙәбиәттә

үҙгәртергә

1611—1612 йылдарҙағы ваҡиғалар «Юрий Милославский, йәки Урыҫтар 1612 йылда» (авторы М. Н. Загоскин) беренсе рус тарихи романында һүрәтләнә.

Наталья Кончаловскаяның балалар һәм өлкәндәр өсөн китабында Икенсе халыҡ ополчениеһы, К. Минин һәм кенәз Пожарскийға бағышланған «Беҙҙең боронғо баш ҡалабыҙ» тигән бүлек бар. Китап 1956 йылда нәшер ителә, 1983 һәм 2015 йылдарҙа СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә яңынан нәшер ителә.

Кинематографта

үҙгәртергә

1939 йылда «Минин һәм Пожарский» совет нәфис фильмы төшөрөлә.

1612 йылғы ваҡиғалары «1612» тигән Рәсәй нәфис фильмында (2007) һүрәтләнә. Фильмдағы тарихи ваҡиғалар үҙгәртелгән, ә төп сюжет һыҙығы уйлап сығарылған.

1918 йылдың 20 февралендә Мәскәүҙә икенсе халыҡ ополчениеһы етәкселәре — Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарскийға һәйкәл асыла.

2004 йылдың 27 декабрендә Рәсәй Федерацияһында дәүләт байрамы — Халыҡтар берҙәмлеге көнө — булдырыла. Байрамды булдырыу тураһында закон проекты аңлатмаһында 4 ноябрь көнө Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендә Мәскәү поляк баҫҡынсыларын азат итеү көнө, тип билдәләнә[5].

2005 йылдың 4 ноябрендә Түбәнге Новгородта Минин һәм Пожарский һәйкәле асыла[6] , авторы — Зураб Церетели, был һәйкәл Мәскәүҙәге һәйкәлдең бәләкәйләштерелгән күсермәһе. Ул Түбәнге Новгород кремле янында, Иоанн Предтеча Раштыуаһы сиркәүе тирәһендә, урынлашҡан. Тарихсылар һәм эксперттар һығымтаһы буйынса, 1611 йылда Кузьма Минин тап ошо сиркәү папертынан Түбәнге Новгород халҡын Мәскәүҙе поляктарҙан азат итеүгә халыҡ ополчениеһын йыйырға саҡыра. Түбәнге Новгород һәйкәлендә яҙыу бар, әммә йылы күрһәтелмәгән.

2014 йылдың 3 ноябрендә Мәскәү өлкәһе Ленин районындағы «Русь» исемле Милли ат паркында халыҡ ополчениеһы хөрмәтенә һәйкәл асыла. Авторы — М. Тихонова.

2019 йылдың 4 ноябрендә Кирилл-Афанасиев монастыры территорияһында Минин һәм Пожарскийға һәйкәл асыла[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мәскәү ҡамау ултырышы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сидорке. Позже, в июне 1612 года, Д. Т. Трубецкой в письме князю Пожарскому написал, что он снял с себя эту присягу
  2. Церковно-политическое значение Троице-сергиевой лавры. Дата обращения: 12 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
  3. Антонов А. В. К начальной истории нижегородского ополчения 2008 йыл 18 февраль архивланған.
  4. Платонов С. Ф. Очерки но истории смуты в Московском государстве XVI—XVII. Изд. 3-е. М., 1937. С. 306—313.
  5. Под знамёна Пожарского и Минина собрались представители всех сословий и народов русской державы
  6. Новость об открытии восстановленного храма Рождества Иоанна Предтечи и памятника Минину и Пожарскому в Нижнем Новгороде 2012 йыл 26 июль архивланған. (4 ноября 2005) — сайт 1 канала.
  7. В Ярославле открыли памятник Минину и Пожарскому. «Российская газета» (4 ноябрь 2019). Дата обращения: 4 ноябрь 2019. Архивировано 4 ноябрь 2019 года.
  • Күп фетнәләр тураһында йылъяҙма. Икенсе баҫма. М.: 1788.
  • Русский биографический словарь 25 томда / күҙәтеү аҫтында А. А. Ҡыпсаҡ. 1896—1918. : Корсакова В. И. Пожарский, ҡ. Дмитрий Михайлович. СПб.: 1905. С.221247.
  • Березов П. И. Минин һәм Пожарский. М.: Мәскәү эшсеһе, 1957. 344 б.: ил.
  • Бибиков Г. Н. Рус халыҡ ополчениеһының поляк интервенттары менән алыштары 1612 йылдың 22-24 авгусында Мәскәү янында. Тарихи яҙмалар. М.: 1950. Т.32.
  • Буганов В. И. " Бөтә ерҙе һайлаған кеше " Кузьма Минин. // Тарих мәсьәләләре : журнал. — 1980. — № 9. 90-102 бб.
  • Забелин И. Е. Минин һәм Пожарский. Тура һәм кәкре Һыҙаттар Буталсыҡ ваҡытта. М.: Аграф, 1999. 336 б. Серия Яңы тарих. (Ориг. нәшриәте. Забелинъ И. Е. Мининъ һәм Пожарский. Тура һәм кәкре Һыҙаттар Буталсыҡ ваҡытта. М.: Тип. Солдатенкова, 1883)
  • Любомиров П. Г. Түбәнге Новгород ополчениеһы тарихы очерктары 16111613 йылдар М.: Соцэкгиз, 1939. 2-се баҫма. 342 с.
  • Селезнев Ф. А. Түбәнге новгород халҡы Һәм Сыуалыштарҙы еңеп сығыу. 1606—1618. Түбәнге Новгород ДЕКОМ, 2015. 141 с.[1]
  • Скрынников Р. Г. Мәскәү сиктәрен һаҡлай. М.: Мәскәү эшсеһе, 1986. 336 б.: ил.
  • Скрынников Р. Г. Минин һәм Пожарский. Смутное время хроникаһы. М.: Йәш гвардия, 1981. 352 б.: ил. Серияһы «Иҫ киткес кешеләрҙең тормошо».
  • Храмцовский Н. И. Түбәнге Новгород тарихы һәм тасуирламаһы тураһында ҡыҫҡаса очерк. Түбәнге Новгород, 1998. С.83113.

Һылтанмалар

үҙгәртергә