Кәлимуллин Иҙрис Батыршәйех улы

йырсы, театр актёры
(Идрис Калимуллин битенән йүнәлтелде)

Кәлимуллин Иҙрис Батыршәйех улы (30 март 1965 йыл) — йырсы, актёр. 1997 йылдан «Сәйәр» эстрада театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2011), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

Кәлимуллин Иҙрис Батыршәйех улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Шәммәт, Аҡкүҙ ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр, йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Әүҙемлек урыны Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Иҙрис Батыршәйех улы Кәлимуллин 1965 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Шәммәт ауылында тыуған.

1982 йылда, урта белем алғандан һуң, Өфө дәүләт сәнғәт институтының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) актёрҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә.

Юғары һөнәри белем алған йәш артист 1989 йылда Өфөлә яңы асылған Йәш тамашасы театрында (бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры эш башлай һәм 1991 йылға тиклем труппаның әйҙәүсе актёрҙарының береһенә әйләнә[1].

1991 йылда Иҙрис Кәлимуллин, бынан өс йыл алда яңынан тергеҙелеп, әле генә «дәүләт театры» статусы алған бөгөнгө Өфө «Нур» татар дәүләт театрына эшкә күсә. 1997 йылға тиклем дауамдағы сәхнә эшмәкәрлеге барышында актёр 20-нән артыҡ үҙенсәлекле образ тыуҙыра. Улар араһында тәү сиратта бар донъяға танылған Уильям Шекспирҙың киң билдәле «Ромео менән Джульетта» трагедияһында төп герой Ромео, шулай татар драматургтары Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалпаҡ» әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Баҡый, Илдар Юзиевтың «Ҡыр ҡаҙҙары артынан» драмаһында Малик, Ғаяз Исхаҡиҙың «Зөләйхә»һендә Сәлимйән ролдәрен атарға була[1].

1997 йылда Иҙрис Кәлимуллин, театрҙағы актёрлыҡ эшен ҡалдырып, «Сәйәр» эстрада театрын ойоштора һәм бөгөн дә уның менән уңышлы етәкселек итә. Хәҙер был коллективтың рәсми атамаһы — Башҡортостан Республикаһының «Сәйәр» йәштәр ижад үҙәге[2].

2011 йылдың июлендә Иҙрис Кәлимуллинға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә