Ившина Лариса Алексеевна

Ившина Лариса Алексеевна (укр. Лариса Олексіївна Івшина; 9 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (63 йәш), Локачи[d], Волынь өлкәһе) — СССР һәм украин журналисы. «День» гәзитенең баш мөхәррире. Украинаның атҡаҙанған журналисы (2001).

Ившина Лариса Алексеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 9 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Локачи[d], Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Евгений Кириллович Марчук[d]
Һөнәр төрө журналист, йәмғиәт эшмәкәре, мөхәррир
Эшмәкәрлек төрө Журналистика[1] һәм редактирование[d][1]
Эш урыны День[d]
Уҡыу йорто Институт журналистики Киевского университета[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный журналист Украины

Биографияһы үҙгәртергә

Лариса Алексеевна Ившина 1960 йылдың 9 июнендә Волынск өлкәһенең Локачи ҡасабаһында тыуған. Атаһы — Жаловага Алексей Павлович (1927—1961), әсәһе — Мария Архиповна (1927 йылғы)[2]. 1984 йылда Тарас Шевченко исемендәге Киев дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай[3]. Лариса Ившина университетын тамамлағандан һуң эшләй хәбәрсе, һуңғараҡ 1990 йылда «Киевский вестник» тип үҙгәртелгән «Знамя коммунизма» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй. 1992 йылдың июлендә «Киевские ведомости» гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөхәррире, ә киләһе йылда баш мөхәррир урынбаҫары була. 1994 йылдың декабрь айында АҠШ-та Брукинг университетында стажировка үтә[3].

1995 йылдан алып 1996 йылға тиклем Ураинаның премьер-министры Евгений Марчуктың пресс-секретары. Артабан 1996—1997 йылдан — Халыҡ-ара медиа-үҙәктең баш мөхәррире вазифаһында[3].

1997 йылдың ғинуарында «День» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй[3].

Лариса Ившина Джеймс Мейс исемендәге премияны ойоштороусы[4]. Блаженный Кароль Войтыла исемендәге журналистика премияһының жюри составына инә[5]. «Острое академияһы» милли университетының, Леся Украинка исемендәге Волынь милли университеты, Иван Франко исемендәге Львов милли университетыы һәм «Львов политехник» милли университетының күҙәтеү советына инә. 2016 йыл — Леся Украинка исемендәге Волынь милли университетының почетлы профессоры[6].

Йоғонтоһо үҙгәртергә

Ившина Лариса Алексеевна «Фокус» аҙналығы төҙөгән «Украинаның 100 иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙы» исемлегенә бер нисә тапҡыр индерелә. Мәҫәлән, 2006 йылда ул 32-се урынды биләгән[7], 2007 йылда — 35 урынды[8], ә 2008 йылда — 20-се урынды биләй[9], 2013 йылда — 83 урынды[10], 2014 йылда — 85 урынды биләй[11], 2015 йылда — 62 урынды биләй[12], ә 2016 йылда — 71 урынды[13].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Украинаның атҡаҙанған журналисы (2001)[3].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Ире — сәйәсмән Евгений Марчук[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Івшина Лариса Олексіївна (укр.). static.rada.gov.ua. Дата обращения: 8 март 2021.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Ившина Лариса Алексеевна. LB.ua. Дата обращения: 8 март 2021.
  4. Лауреатом Премії ім.Джеймса Мейса цього року став Олександр Палій (ВІДЕО) (укр.). detector.media (21 ноябрь 2012). Дата обращения: 8 март 2021.
  5. Лауреатом першої премії для журналістів, які пишуть на релігійну тематику, стала Катерина Щоткіна (укр.). detector.media (24 июнь 2011). Дата обращения: 8 март 2021.
  6. Кириленко Максим. Лариса Івшина – почесний професcор Лесиного вишу (укр.). Волинський національний університет імені Лесі Українки. Дата обращения: 8 март 2021.
  7. Рейтинг еженедельника Фокус «100 самых влиятельных женщин Украины». ФОКУС (28 октябрь 2006). Дата обращения: 21 февраль 2021.
  8. самых влиятельных женщин Украины. ФОКУС (8 ноябрь 2007). Дата обращения: 5 март 2021.
  9. Список самых влиятельных женщин Украины. ФОКУС (3 октябрь 2008). Дата обращения: 21 февраль 2021.
  10. самых влиятельных женщин Украины 2013 года. ФОКУС (28 ноябрь 2013). Дата обращения: 21 февраль 2021.
  11. самых влиятельных женщин Украины 2014 года. ФОКУС (18 ноябрь 2014). Дата обращения: 21 февраль 2021.
  12. самых влиятельных женщин Украины. Полный список. ФОКУС (9 ноябрь 2015). Дата обращения: 21 февраль 2021.
  13. самых влиятельных женщин Украины. Полный список. ФОКУС (4 ноябрь 2016). Дата обращения: 21 февраль 2021.