Ивано Балич
Ивано Балич (хорв. Ivano Balić; 1 апрель 1979 йыл, Сплит, Хорватия, Югославия) — хорват гандболсыһы (элекке баскетболсы). Хорватия йыйылма командаһы составында — 2004 йылда Олимпия уйындары чемпионы һәм 2003 йылда донъя чемпионы.
Ивано Балич | |
хорв. Ivano Balić | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Хорватия |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Хорватия |
Тыуған көнө | 1 апрель 1979 (45 йәш) |
Тыуған урыны | Сплит[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] |
Һөнәр төрө | гандболист |
Командалағы уйын позицияһы | полусредний[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | HSG Wetzlar[d] |
Масса | 95 килограмм |
Спорт төрө | гандбол |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2004[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 189 сантиметр |
Ивано Балич Викимилектә |
Халыҡ-ара гандбол федерация версияһына ярашлы, (www.ihf.info сайтына 11000 инеүсенән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса) — тарихта бөйөк гандболсы[1].
Биш тапҡыр МФХ эгидаһында халыҡ-ара ярыштарында иң ҡиммәтле призды яулаусы[2].
2008 йылда Пекиндағы йәйге Олимпия уйындары 2008 тантаналы асыу парадында хорват милли командаһының байраҡсыһы.
Иҫ киткес сығышы менән «гандболь Джорданы», «гандболь Моцарты» һәм «гандболь Роналдиньоһы»[3] ҡушаматтарын алған.
Карьераһы
үҙгәртергәКлубта
үҙгәртергәИвано башта профессиональ баскетбол уйнау менән шөғөлләнә һәм бер дәүер «Сплит» баскетбол командаһында сығыш яһай.
Гандболға күскәндән һуң да «Сплит» командаһында уйнауын дауам итә.
2001 йылда «Меткович» командаһының составына, ә 2004 йылда Сан-Антонионан Испанияға «Портленд» командаһына күсә.
2008 йылда Хорватияға «Загребта» командаһы составында ҡайта.
2012 йылдың йәйенән алып Мадрид өсөн "Атлетико"ла сығыш яһай.
2013 йылда Ивано Балич немец Ветцлар клубына күсә. Унда ике миҙгелде үткәреп, шунан һуң уйын карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.
Йыйылма командала
үҙгәртергәХорватия йыйылма командаһы составында 2004 йылда Афиналағы Олимпия уйындарында, 2003 йылда Португалиялағы донъя чемпионатында һәм 2001 йылда Тунистағы[4] Урта диңгеҙ уйындарында еңеүгә өлгәшә.
Шулай уҡ, Ивано иҫәбендә 2012 йылдағы Лондон Олимпиадаһынан «бронза», Тунистағы (2005) һәм Хорватиялағы (2009) донъя чемпионаттарынан көмөш миҙалдар, 2008 һәм 2010 йылғы Европа чемпионаттарынан ике «көмөш» һәм 2012 йылда Сербиялағы Европа чемпионатынан бронза миҙал.
.2003 йылдағы донъя чемпионаты һәм 2006 йылдағы Европа чемпионаты һөҙөмтәһендә шул йылдарҙың иң яҡшы гандболист исемен ала.
2008 йылда Европа чемпионатында 44 гол менән иң яҡшы бомбардир исеменә лайыҡ була һәм турнирҙың символик йыйылма командаһына инә .
Статистика
үҙгәртергәМиҙгел | Клуб | Лига | Матч | Голдар | 7-метрлыҡ | Голдар |
---|---|---|---|---|---|---|
2013/14 | Ветцлар | Бундеслигаһына | 23 | 40 | 0 | 40 |
2014/15[5] | Ветцлар | Бундеслигаһына | 31 | 58 | 2 | 56 |
2013—2015 | Йәмғеһе | Бундеслигаһына | 54 | 98 | 2 | 96 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ivano Balic voted best male player ever . ihf.info (8 декабрь 2010). Дата обращения: 23 ғинуар 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йыл 13 май архивланған.
- ↑ World Handball Players of the Year 2006: Nadine Krause (GER) and Ivano Balic (CRO) . IHF (МФГ) (14 июнь 2007). Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2008 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ Eine fast perfekte Show von Balic (нем.). Neue Zürcher Zeitung. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 6 апрель 2013 года.
- ↑ HOO Mediteranske igre 2001. 2013 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ DKB Handball Bundesliga — 19 HSG Wetzlar 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ивано Балич — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(инг.)