Иванов Мартиниан Иванович

(Иванов Мартемьян Иванович битенән йүнәлтелде)

Иванов Мартиниан (Мартемьян) Иванович (1812 — ?) — тел белгесе. Башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ мәғрифәтселегенең тыуыуына тос өлөш индергән[1].

Мартиниан (Мартемьян) Иванович Иванов
Тыуған көнө

1812({{padleft:1812|4|0}})

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Иванов Мартиниан (Мартемьян) Ивановичтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Бер формурҙа ул сығышы менән помещиктар ғаиләһенә ҡарауы күрһәтелгән. Башҡа версия буйынса, ул башҡорт ғаиләһендә тыуған, иртә етем ала һәм урыҫ помещигы ғаиләһен ҡабул ителә һәм суҡындырыла. Әммә шуныһы аныҡ билдәле Мартемьян Иванов башҡорттар һәм татарҙар араһында үҫеп уларҙың телдәрен яҡшы белгән[2].

1825 йылда Ырымбур Неплюев хәрби училищеһына уҡырға керә. Бында уҡыу йылдарында уҡ өлкән кластарҙа төрки теле уҡытыусыһы вазифаһын биләй. Училищены 1831 йылда тамамлай[3].

1832 йылдың 10 мартында Ҡазан университеты телмәр фәндәре бүлегендә төрки һәм фарсы телдәренән имтихан бирә һәм гимназияларҙа төрки теле уҡытыусыһы һәм фарсы теленең фонетикаһын, яҙмаһын һәм грамматикаһын өйрәтергә хоҡуҡ ала. Артабан Ырымбурға килә һәм Неплюев хәрби училищеһында кесе уҡытыусы булып эшләй. Уҡыу әсбаптары етешмәгәнлектән, Шәреҡ һәм Европа тел һәм әҙәбиәтен өйрәнеү ҡаҙаныштарын ҡулланып үҙе уҡыу материалдарын йыя һәм төҙөй. Материаль ҡыйынлыҡтар арҡаһында бер үк ваҡытта Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһында тәржемәсе булып эшләргә мәжбүр була[2].

1842 йылда Ҡазан университеты типографияһында «Төрки грамматикаһы» (рус. «Татарская грамматика») баҫылып сыға[1]. Был китапта тәүгеләрҙән булып төрки телдәргә — башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ телдәренә сағыштырма анализ бирелә, шул уҡ ваҡытта башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә[2]. Шулай уҡ автор был хеҙмәттә Ырымбур башҡорттары теле миҫалында башҡорт теленең фонетик әм морфологик үҙенсәлектәрен: [һ], [ҙ], [ҫ] фонемалары, эйәлек килештә -дың/-дең, төшөм килештә -ды/-де аффикстары ҡулланылыуын һәм башҡаларҙы айырып күрһәтә[3].

1842 йылда Ҡазан университеты типографияһында 2 бүлектә «Төрки хрестоматияһы» (рус. «Татарская хрестоматия») баҫылып сыға. Хрестоматияның тәүге өлөшөндә — башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың фольклор (йомаҡтар, йырҙар, мәҡәлдәр, риүәйәттәр, әйтемдәр, әкиәттәр һәм башҡалар) һәм йәнле һөйләү телмәре өлгөләре, икенсеһендә китап телендә — төрки телендә шәреҡ әҙәбиәте әҫәрҙәренең өҙөктәре бирелгән[3].

1840-сы йылдарҙың 2-се яртыһында Архангел (Асҡын) баҡыр иретеү заводында идарасы булып эшләй[2]. 1896 йылда «Төрки хрестоматияһы»ның һүҙлекле 2‑се баҫмаһын әҙерләй, әммә ул баҫылмай ҡала[3].

«Төрки хрестоматияһы»ның 1‑се баҫмаһының ҡулъяҙма нөсхәһе — Ғилми китапханала, 2‑се баҫмаһының ҡулъяҙмаһы Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Шәреҡ ҡулъяҙмалары институтында һаҡлана[3]. Шулай уҡ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың архив фондында Шаһиморат Хәсәновтың «Мартемьян Иванов тураһында» шиғыры һаҡланып ҡалған[2].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Татарская грамматика. — Казань, 1842.
  • Татарская хрестоматия: в 2-х частях. — Казань, 1842.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә