Иванов Евгений Григорьевич

Иванов Евгений Григорьевич (26 ноябрь 1934 йыл — 29 сентябрь 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1959—1974 йылдарҙа «Башнефтепромстрой» тресы 3-сө төҙөлөш идаралығының монтажсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы.

Иванов Евгений Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 26 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Тарасовка, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Николо-Берёзовка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Иванов Евгений Григорьевич 1934 йылдың 26 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районының Семёновка ауылында тыуған.

Белеме — урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1952 йылда Волга-Дон йылға пароходсылығының пароход машинисы булып башлай. 1954—1957 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, демобилизациянан һуң Дүртөйлө районында «Башвостокнефтеразведка» тресының эҙләнеүҙәр партияһында моторист булып эшләй. 1959 йылда Нефтекама ҡалаһына күсә, унда «Башнефтепромстрой» 3-сө тресының төҙөлөш идаралығында монтажсылар бригадиры булып эшләй башлай.

Е. Г. Иванов бригадаһы республикала беренсе булып сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттарының эре блоклы ысулдарын индерә башлай. Һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966—1970) осоронда бындай алым менән бригада 22 объектты йыя, шулай итеп төҙөлөш ваҡытын бер нисә тапҡырға ҡыҫҡарта, шуның иҫәбенә 61 302 һум аҡса һаҡланып ҡала

Е. Г. Иванов 14 рационализаторлыҡ тәҡдим индерә, ул 10 208 һум экономия бирә, был бригадаға пландарҙы ваҡытынан алда — 1970 йылдың 22 апреленә, В. И. Лениндың 100-йыллығына ҡарата үтәргә мөмкинлек бирә

Биш йыллыҡ планды үтәүҙә юғары ҡаҙаныштары һәм юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре өсөн 1971 йылдың 30 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Е. Г. Ивановҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1974—1996 йылдарҙа «Башнефтепромстрой» тресында слесарь, мастер, автотранспорт колоннаһының хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженеры булып эшләй. 1996 йылда пенсияға сыға.

Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы.

Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 3. З-К. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. − 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә