Викидатала элемент юҡ

Зөлхизә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Зөлхизә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Һижрә —Ай календарындағы 12-се айҙың исеменән алынған, ошо айҙа тыуған ҡыҙ балаларға ҡушылған[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Зөлхизә Илбәкова — күп һандағы халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты. Өфөлә солист-ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ишморат Ильбәков һәм телевидение режиссеры, шағирә Франгиза Илбәкова ғаиләһендә тыуа. Уның ҡатнашлығында беренсе клип өс йәшендә төшөрөлә. Биш йәшендә «Сулпылар» республика конкурсында Гран-при яулай. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын бөтөүгә Зөлхизә Илбәкованың ике яңғыҙ йыр альбомы һәм ике яңғыҙ йыр концерты була. Уның репертуарындағы бөтә йырҙар ҙа тиерлек үҙе һәм әсәһе тарафынан яҙылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Зөлхизә (йыр) — башҡорт халыҡ йыры. Оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20-се быуаттың 20-се йылдарында М. А. Буранғолов тарафынан яҙып алына.

Зөлхизә йәки Зү әл-хижә (ғәр. ذو الحجة‎‎) — Мосолман календарында 12-се ай. Был дүрт харам айҙың береһе (рәжәб, зәлхизә, зөлҡәғиҙә, мөхәррәм). Бигерәк тә тәүге ун көнө юғары баһалана (был көндәрҙә ураҙа тотоу сөннәт). Исламға тиклем был айҙа ғәрәптәр мәймүн (ميمون) тип атаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ