Гайслер Зоя Павловна
Гайслер Зоя Павловна (22 ғинуар 1930 йыл) — биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977).
Гайслер Зоя Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1930 (94 йәш) |
Тыуған урыны | Иглин районы |
Һөнәр төрө | рәссам |
Биографияһы
үҙгәртергәЗоя Павловна Гайслер 1930 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Шыланны ауылында тыуған.
1958 йылда М. И. Калинин исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай.
1950 йылдан алып Өфөлә художество-сәнәғәт артелдәрендә эшләй, 1963—1992 йылдарҙа «"Ағиҙел" башҡорт художество промыслалары» производство берекмәһендә эшләй.
Зоя Павловна Башҡорт АССР-ында беренсе булып республиканың биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә өбөрөлө келәм туҡыусылыҡты индерә, стилистика эшләй һәм милли келәм өлгөләрен булдыра.
Рәссамдың эштәре Башҡортостан Республикаһының музейында, «Ағиҙел» (Өфө) дәүләт унитар предприятиеһында, Мәскәүҙә биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәтенең Бөтә Рәсәй музейында һаҡлана.
Эштәре
үҙгәртергәН. С. Хрущев (1960) һәм В. И. Ленин (1974) портреттары менән келәмдәр, «Совет Башҡортостаны» (1960), «Ер һылыуҡайы» (1971) келәмдәре, шыма йөнлө келәмдәр: «Башҡортостан йондоҙҙары» (1971), «Ҡояшлы Башҡортостан» (1972), «Еңеүҙең 40 йыллығы» (1985) һ. б
Күргәҙмәләре
үҙгәртергәГайслер Зоя Павловна республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә рәсәй, бөтә союз күргәҙмәләрендә 1960 йылдан алып ҡатнаша, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә 1978 алып йылдан ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977).
- Мәскәүҙә халыҡ художество кәсептәре изделиеларының Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе дипломанты (1960, 1971, 1978, 1979).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Гайслер Зоя Павловна (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2021)
- Художники и искусствоведы. Гайслер Зоя Павловна (Уфа). РО ВТОО "Союз художников России" Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)