Зиязов Нәзир Заһит улы

Зиязов Нәзир Заһит улы (рус. Зиязов Назир Загитович; 9 июль 1946 йыл ) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт хеҙмәте һәм ауыл хужалығы ветераны.

Зиязов Нәзир Заһит улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 9 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Яңауыл районы, Иҫке Ҡоҙаш
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

БиографияһыҮҙгәртергә

Нәзир Заһит улы Зиязов 1946 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Иҫке Ҡоҙаш ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын 1969 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Яңауыл районы «Урожай» колхозында инженер-механик булып башлай. 1969—1970 йылдарҙа Совет Армияһына саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Яңауыл районы «Сельхозтехника» берекмәһенең өлкән инженеры, бүлек мөдире, технологик транспорт идараһының баш инженеры вазифаларында эшләй. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары. 1991 йылдан Яңауыл ҡалаһы һәм районының хакимиәт башлығы.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

ҺылтанмаларҮҙгәртергә