Шкуратова Зинаида Фёдоровна

(Зинаида Шкуратова битенән йүнәлтелде)

Шкуратова Зинаида Федоровна (28 ғинуар 1924 йыл) — фронт шәфҡәт туташы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғыш яланынан Ҡыҙыл Армияның 120-нән ашыу яраланған яугирын алып сыға һәм 3 меңдән ашыу һалдат һәм офицерға медицина ярҙамы күрһәтә[1][2][3]. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Шкуратова Зинаида Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (100 йәш)
Тыуған урыны Кинель[d], Самарский уезд[d], Һамар губернаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө public health physician, табип
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зинаида Федоровна Шкуратова 1924 йылдың 28 ғинуарында Куйбышев өлкәһенең Кинель ҡалаһында тыуған. 13-сө мәктәптә белем ала. Комсомолға ингәс, 1940 йылдың ҡышҡы каникулында санитар поездда башҡа ҡыҙҙар менән бергә Выборг эргәһенә совет-фин һуғышында яраланған яугирҙарҙы госпиталгә оҙатып барыу өсөн һуғыш яланына ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Зинаидаға 17 йәш була һәм ул үҙ теләге менән район военкоматына барып, Куйбышев ҡалаһына шәфҡәт туташтары әҙерләү тиҙләтелгән курстарына 4,5 айға уҡырға ебәрелә. Зина Шкуратова госпиталдәрҙә медицина практикаһын «Михаил Ломоносов» теплоход-госпиталендә үтә[1]. Медицина шәфҡәт туташтары курсын тамамлағандан һуң фронтҡа ебәрелә. 1943 йылдың ғинуарында ант ҡабул итә һәм 69-сы армияның уҡсылар батальоны менән бергә Харьков янына ебәрелә. Харьков янында ҡаты, ҡан ҡойғос һуғыштар бара, нескә генә Зинаида яу яланынан ут һәм снарядтар ямғыры аҫтынан ярылған яугирҙәрҙе алып сыға, улар: а медицина ярҙамы күрһәтә. Зинаида Федоровна Калинин, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк һәм 1-се Белоруссия фронттары алыш алып барған урындарҙа медсестра була. Курск һуғышы тамамланып барғандағы бер алышта яу яланында яралыны бәйләгән ваҡытта яҡында ғына немец снаряд ярылып, контузия ала. Ялан госпиталендә оҙаҡ дауаланғандан һуң фронтта 3-сө армияның медицина ротаһы составында була, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңнүҙе Берлинда ҡаршылай, Рейхстаг стенаһына: «Волганан старшина Шкуратова» тип яҙып ҡалдыра[1].

Старшина Зинаида Федоровна Шкуратова яу яланынан 120-нән ашыу яралыны алып сыға, Ҡыҙыл Армияның 3 меңдән ашыу һалдат һәм офицерына медицина ярҙамы күрһәтә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Германияла хеҙмәт итә, алты йыл Магдебургтың совет һалдаттары һәм офицерҙары дауаланған1408-се армия госпиталендә эшләй[1]. Һуңынан тыуған ҡалаһы Куйбышевҡа ҡайта, фельдшер-акушерҙар мәктәбен тамамлап, оҙаҡ йылдар Красноглинск районында төрлө медицина учреждениеларында эшләй. Һуңынан 10 йыл самаһы ведомствонан тыш һаҡта хеҙмәт итә, Зинаида Федоровна хаҡлы ялға милиция сержанты дәрәжәһендә китә[1].

Бер нисә йыл элек Зинаида Федоровна шундай йөкмәткеле рәхмәт хаты ала: «Мин һеҙ 1943 йылда Харьков өсөн барған алыштарҙан алып сыҡҡан яралы капитан Леонид Михайлович Селяковтың ейәне. Рәхмәт. Павел». Капитаны Леонид Михайлович Селяков Зинаида Федоровнаға арнап шиғыр яҙа[4].

2019 йылда Зинаида Федоровна Шкуратованы 95 йәше менән Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡотлай[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы одендары
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «Хәрби батырлығы өсөн»,
  • «Батырлыҡ өсөн»,
  • «Сталинградты обороналаған өсөн»,
  • «Берлинды алған өсөн» һәм башҡа бик күп миҙалдар[1][2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә