Зигналь-Идуна-парк
«Сигнал Идуна Парк»[3] йәки «Зигналь Идуна Парк» (нем.Park Iduna Signal; МФА:); УЕФА һәм ФИФА турнирҙары матчы ваҡытында — BVB-Stadion эгидаһы аҫтында[4] 2005 йылға тиклем — Вестфаленштадион (нем.Westfalenstadion МФА:) — Дортмундта футбол стадионы, 81359 кешене һыйҙыра. «Боруссия» клубының үҙ майҙаны. 2001 йылда стадион «Ливерпуль» һәм «Алавес» (5:4) араһындағы иң һөҙөмтәле уйынды ҡабул итә[5].
Зигналь-Идуна-парк | |
нем. Signal Iduna Park нем. Westfalenstadion | |
Нигеҙләү датаһы | 1971 |
---|---|
Спорт төрө | футбол |
Дәүләт | Германия[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Дортмунд |
Хужаһы | Боруссия[d] |
Стоимость | 17 000 000 € |
Тип покрытия | газон[d] |
Архитектор | Architekt Ralf Schulte-Ladbeck[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 2 апрель 1974 |
Обитатель | Боруссия[d] |
Һыйым | 81 359 |
Адрес | Strobelallee 50, D-44139 Dortmund |
Рәсми сайт | signal-iduna-park.de |
Категория стадиона УЕФА | UEFA stadium category 4[d] |
Зигналь-Идуна-парк Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәСтадион 1971—1974 йылдарҙа футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн төҙөлә һәм 54 мең тамашасыны һыйҙыра. Стадионда беренсе уйын «Боруссия» һәм «04 Шальке» (0:3) араһында үтә. 1974/75 йылдан «Боруссия» командаһы өсөн үҙ стадионы сифатында ҡулланыла.
Модернизациялау
үҙгәртергә1990 йылдар башына тиклем стадион үҙгәрешһеҙ тиерлек ҡала. 1992 йылда төньяҡ трибуна яғында баҫып тороусы урындар ултырыу урындары менән алмаштырыла. Стадиондың һыйҙырышлығы 42 800 кешегә тиклем кәмей. 1995 һәм 1998 йылдар араһында трибуналар сиратлап киңәйтелә, һөҙөмтәлә стадион 80 000 ашыу тамашасыны һыйҙырыу мөмкинлегенә эйә була. 2006 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан стадионда электрон система ҡуйыла, инвалид кешеләр өсөн урындар һаны арттырыла, VIP-секциялар, команда кабиналары һәм санитар ҡорамалдар камиллаштырыла,.
Был модернизациялау менән бәйле, баҫып тороу урындары 1500 тамашасыға кәмей һәм стадион 81 264 тамашасыны һыйҙыра .
Исеменең үҙгәреүе
үҙгәртергә2005 йылдың 1 декабренән «Вестфаленштадион» (нем. Westfalenstadion) «Боруссия» етәкселеге һәм Signal Iduna страховка компаниялары араһында килешеү буйынса Signal Iduna Park тип үҙгәртелә.
2005 йылда Инненштадт-Вест округы ҡала хакимиәте стадион янындағы урамды Am Westfalenstadion тип атарға ҡарар итә, был клуб етәкселегенең ризаһыҙлығын тыуҙыра, әммә фанаттары араһында яҡлау таба. «Signal-Iduna» төркөмө менән страховка контракты 2016 йылдың 30 июненә тиклем иҫәпләнә. Һуңыраҡ контракт 2021 йылға тиклем оҙайтыла.
ФИФА талаптарына ярашлы 2006 йылда стадион донъя чемпионаты ваҡытында FIFA World Cup Stadium Dortmund исемен йөрөтә. Хәҙерге ваҡытта уйындар ваҡытында УЕФА һәм ФИФА эгидаһы аҫтында BVB-Stadion исеме ҡулланыла.
Стадион күренеше
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ «Сигнал Идуна Парк» // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ По аббревиатуре полного названия «Боруссии» — Ballspielverein Borussia
- ↑ Сигнал Идуна Парк на isocker . Дата обращения: 4 март 2013. Архивировано из оригинала 17 май 2013 года. 2013 йыл 17 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Сигнал Идуна Парк 2011 йыл 5 ноябрь архивланған.