Заяш Владимир Николаевич

Заяш Владимир Николаевич (16 апрель 1955 йыл) — инженер-төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1991 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы «Стронег» акционер йәмғиәте директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Советтың Һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы.

Заяш Владимир Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 апрель 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Болотное, Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Николаевич Заяш 1955 йылдың 16 апрелендә Новосибирск өлкәһенең Болотное ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1977 йылда Куйбышев инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда эшсе булып башлай. Инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса юғары белем алғас, «Туймазынефтестрой» трестында мастер була. эшләй. 1981—1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафында офицер булып хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Туймазы ҡалаһында «Туймазынефтестрой» трестында бүлек мөдире, төҙөлөш идаралығы начальныгы, ошо уҡ трест управляющийы урынбаҫары. 1990—1991 йылдарҙа «Башгражданстрой» төҙөлөш-монтаж берекмәһендә производство начальнигы урынбаҫары. 1991 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы «Стронег» акционер йәмғиәте директоры.[1]

Октябрьский ҡалаһындағы 106-сы Губкин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Юғары Советтың Һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә