Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы
Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы (1922 йыл — 9 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ПВО часы элемтәсеһе.
Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлибаева | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Ҡалмыҡстан, Сарпан районы, Садовое ауылы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
пехота |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942 |
Хәрби звание | |
Хәрби алыш/һуғыш |
Биографияһы
үҙгәртергәЗәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлибаева 1922 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының) Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1930-сы йылдарҙа атаһы Маҡар районының 12-се һанлы совхозы директоры була, ҡатыны менән өс ҡыҙ бала үҫтерәләр.
Петровский мәктәбендә 1-се синыфтан 7-се синыфҡа тиклем уҡый. Артабан Өфө сәнғәт училищеһының актёр бүлегендә белем ала. ВЛКСМ-ға инә. Атаһы һуғышҡа киткәс, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, совхозда эшләй[1].
Һуғышҡа барырға ҡарар иткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып медицина курстарында уҡый, әммә уны тамамлап бөтмәй һәм 1942 йылдың 8 майында Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград фронтына оҙатыла. ПВО частарында элемтәсе булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылдың 9 авгусында бейеклекте дошмандан бер үҙе һаҡлап ҡалып һәләк була.
Хәтер
үҙгәртергә- Ҡалмыҡ Республикаһы Сарпан районының Садовое ауылының бер урамына уның исеме бирелгән. Ошо ауылдың 2-се мәктәбе алдында уға һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Рейф И. Последняя высота Зайтуны Алибаевой // AlTaBash. — 2008. — № 5 (44). — С. 6—10, 19. — ISSN 1614-9432.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- КАЛМЫЦКАЯ САГА О БАШКИРСКОЙ КРАСАВИЦЕ. Сайт «Яндекс-Дзен», 2 марта 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2020)
- Рейф И. Последняя высота Зайтуны Алибаевой // AlTaBash. — 2008. — № 5 (44). — С. 6—10, 19. — ISSN 1614-9432.
- Рейф И. Последняя высота Зайтуны Алибаевой // Труд. — 1997. — № 84.
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- Письма надежды: Зайтуна Альбаева. 2015 йыл 4 октябрь архивланған. Выпуск № 5 от 1 мая 2015. ГУП ТРК «Башкортостан».