Жемчужников Алексей Михайлович

Жемчужников Алексей Михайлович (11 [23] февраль 1821[5], Почеп, Мглин өйәҙе, Чернигов губернаһы — 25 март [7 апрель1908, Тамбов, Мәскәү) — рус лирик шағиры, сатирик һәм юморист. Козьма Прутков образына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Жемчужников Алексей Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 11 (23) февраль 1821 или 21 февраль 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2]
Тыуған урыны Почеп[d], Мглинский уезд[d], Черниговская губерния[d], Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 25 март (7 апрель) 1908 (87 йәш) или 7 апрель 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2] (87 йәш)
Вафат булған урыны Тамбов, Рәсәй империяһы[3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны Ново-Алексеевский монастырь[d]
Атаһы Михаил Николаевич Жемчужников[d]
Әсәһе Ольга Алексеевна Перовская[d]
Бер туғандары Лев Михайлович Жемчужников[d], Владимир Михайлович Жемчужников[d] һәм Александр Михайлович Жемчужников[d]
Нәҫеле Жемчужниковы[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, сатирик, журналист, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт[4], сатирическая литература[d][4] һәм юмористическая литература[d][4]
Уҡыу йорто Первая Санкт-Петербургская классическая гимназия[d]
Император хоҡуҡ белеме училищеһы
Ойошма ағзаһы Козьма Прутков[d]
 Жемчужников Алексей Михайлович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Жемчужниковтарҙың боронғо дворяндар нәҫеленән сыҡҡан — сенатор Жемчужников Михаил Николаевичтың (1788-1865) Ольга Алексеевна Перовская (1799—1833) менән никахында тыуған. Билдәле яҙыусы Погорельский Антонийҙың туғаны, Алексей Толстойҙың ике туған ҡустыһы була.

Елец янындағы нәҫелдән килгән Павловка имениеһында үҫә, ҡыҫҡа ваҡытта Беренсе Санкт-Петербург гимназияһында уҡый һәм 1835 йылда Хоҡуҡ белеме училищеһына күсерелә. 1841 йылда училищены тамамлағандан һуң Сенатта хеҙмәт итә; ( «иң яҡшы дуҫы» В.А. Арцимович һәм Д.Н. Бегичев менән бергә) Орел һәм Калуга губерналарының һәм Таганрог ҡала башлығының сенат ревизияларында ҡатнаша. 1847 йылда, сит илдә үткәргән ялынан һуң, юстиция министрлығына хеҙмәткә күсә, ә 1849 йылда Дәүләт канцелярияһында эшләй; Дәүләт советының статс-секретарь ярҙамсыһы була.

1858 йылда отставкаға сыға һәм Калуга, Мәскәүҙә йәшәй һәм 1860 йылдарҙың 2-се яртыһында сит илдәрҙә, башлыса Германия, Швейцария, Италия һәм көньяҡ Францияла йәшәй.

Рәсәйгә ҡайтып, Тамбовта һәм Тамбов губернаһында, кейәүе Михаил Баратынский имениеһында (шағир Евгений Баратынскийҙың туғаны) Кирсанов өйәҙенең Ильинка ауылында (Ильиновка) Кирсановский өйәҙе (хәҙер — Тамбов өлкәһе, Умет районы Ильинка ауылы) ҡала[6][7].

 
А. Жемчужников

1850 йыл әҙәби дебюты «Современник» (№ 2) журналында була, «Странная ночь» комедияһы баҫылып сыға. «Современник» журналынан тыш, Жемчужников шулай уҡ «Отечественные записки», «Искра» һәм башҡа журналдарҙа баҫылып сыға. Ҡустылары Владимир һәм Александр, ике туған ҡустыһы Алексей Толстой менән берлектә Козьма Прутковтың әҙәби псевдонимын ойоштора.

1859—1869 йылдарҙа М. А. Жемчужников әҫәрҙәрен баҫтырып сығармай һәм бөтөнләй яҙмай тиерлек. Аҙаҡ яйлап, бигерәк тә Рәсәйгә 1884 йылда әйләнеп ҡайтҡандан һуң, әҙәбиәткә ҡайта башлай. Жемчужниковтың беренсе шиғырҙар китабы 1892 йылда (2 томда, автобиографик очерктар менән) баҫылып сыға һәм 1893 йылда Пушкин премияһына лайыҡ була. 1900 йыл, уның әҙәби эшмәкәрлегенең 50-йыллығына Жемчужниковтың «Песни старости» яңы йыйынтығы донъя күрә. Шул уҡ йылда ул беренселәрҙән булып (Толстой, Чехов, Кони һәм башҡалар менән) Петербург фәндәр академияһының нәфис һүҙ разряды буйынса почетлы академигы итеп һайлана.

 
Е. А. Жемчужникова, ҡатыны

1859 йылда Жемчужников Дьякова Елизавета Алексеевнаға (1833-1875), полковник Алексей Николаевич Дьяковтың (1790—1837), баронесса Мария Ивановна Д ' Альгейм менән икенсе никахтан булған (1833 йылда үлгән) ҡыҙына өйләнә. Атаһы вафат булғандан һуң үгәй әсәһе — Дьякова Елизавета Алексеевна (1805 —1886) тәрбиәләй[8]. Никахтан балалары:

  • Ольга Алексеевна (1859—1920), яҡшы музыкант, беренсе никахта медицина фәндәре докторы Александр Рорецта кейәүҙә; икенсе никахы 1892 йылдан — Михаил Андреевич Боратынскийҙа (1855—1924).
  • Лидия Алексеевна (1860—1887)
  • Татьяна Алексеевна (14.02.1867— ?), Карлсруэла тыуған, Н. В. Карамзиндың крестнигы.
  • Анастасия Алексеевна (04.11.1868—?), Ротенбургта тыуған, И. С. Тургеневтың крестнигы
  • Владимир Алексеевич
  • Жемчужников А. Стихотворения в двух томах. СПб., 1892
  • Жемчужников А. Песни старости. СПб., 1900
  • Жемчужников А. Прощальные песни. СПб., 1908.
  • Жемчужников А. Избранные произведения. Вступительная статья и примечания Е. Покусаева, М. — Л., 1963.
  • История русской литературы XIX века. Библиографический указатель, М. — Л., 1962.
  • Жемчужников А. Стихотворения. -М.: Советская Россия, 1988

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118772503 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Zhemchuzhnikov, A. M. (Alekseĭ Mikhaĭlovich), 1821-1908 // Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  3. 3,0 3,1 Жемчужников Алексей Михайлович (урыҫ) / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. 4,0 4,1 4,2 Žemčužnikov, Aleksej Michajlovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Е. Войналович, М. Кармазинская Жемчужников Алексей Михайлович // Русские писатели. 1800—1917. Биографический словарь. Г—К / Главный ред. П. А. Николаев. — М.: Большая российская энциклопедия, 1992. — Т. 2. — С. 264.
  6. Елена Ярова. Мои тамбовские корни. Дата обращения: 6 июль 2020.
  7. Фото. А.М.Жемчужников с дочерьми в усадьбе Боратынских Ильиновка - Умётский район. Дата обращения: 6 июль 2020.
  8. Е. А. Дьякова была дочерью генерала А. М. Окулова; певица-любительница, из-за особенностей внешности Пушкин называл её «долгоносой певицей».

Һылтанмалар

үҙгәртергә