Ерәнсә сәсән башҡорттар менән ҡаҙаҡтар сиктәш йәшәгән Ҡыҙыл йылғаһының Яйыҡҡа ҡойған ерендә йәйләүҙә тыуған. Ҡаҙаҡ ғалимы Әхмәт Байторсоновтың яҙмалары буйынса, 1730 йылда Әбелхәйер хан идаралыҡ итә, ә Ерәнсә сәсәндең егет булып килгән сағы була. Һуңғараҡ Ерәнсә үҙен ҡаҙаҡ тип таныштыра. Хан уны тикшереп ҡарау маҡсатында ҡаҙаҡ ашамлыҡ, һауыт-һабаларын һораша, ә Ерәнсә сәсән ҡайһыларын белмәй. Уларҙы белмәүен башҡорттарҙың уны йәштән үк урлап алып китеүҙәре һәм уның шунда үҫеүе менән аңлата.

Ерәнсә сәсән башҡорт, ҡаҙаҡ араһында, йәйләүҙән йәйләүгә ил гиҙеп, ике халыҡтың моң-зарын кисереп йәшәгән.

Ерәнсә сәсән тормошо тураһында документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме «Ерәнсә сәсән», «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән» һ.б. башҡа риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Ерәнсә сәсән 14—15 йәки 17—18 бб. йәшәгән, уның ҡатыны Бәндәбикә булған. Байым (Әбйәлил районыны), Билал (Баймаҡ районы), Ҡорама (Учалы районы) ауылдары уның тыуған ере итеп күрһәтелә. Ерәнсә сәсән ҡәбере Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы эргәһендә тип һанала, был урын изгеләштерелгән. Сәсәндең шиғри мираҫына «Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне» һәм «Асҡар тауҙың үлгәне» ҡобайырҙары ҡарай. Тапҡыр һүҙлелеге, хәйләкәрлеге һәм аҡылы Ерәнсә сәсән исемен уртаҡлыҡ исемгә әйләндергән. Сәсән — тормош-көнкүреш әкиәттәренең («Ерәнсә сәсән менән хан», «Ерәнсә сәсәндең килен эҙләгәне», «Торахан менән Йәнәбәхан һәм Ерәнсә сәсән» һ. б.) һәм Хужа Насретдин тураһыдағы мәҙәктәргә оҡшаш көләмәстәрҙең геройы. Ерәнсә сәсән исеме ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, татар фольклорында осрай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф. Ә Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. — ISBN 5-295-03806-8
  • Ғ. Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-04834-0
  • Башҡорт халыҡ ижады. 5-се т.: Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). — Өфө, 2000.