Ермолова Мария Николаевна
Мария Николаевна Ермолова ( 3 [15] июль 1853, Мәскәү - 12 март 1928, Мәскәү ) - Бәләкәй театрҙың рус драматик актрисаһы, Станиславский һүҙҙәре буйынса, ул күргән иң ҙур актёр. Ул иректе яратыусы, идеалдарына тоғро һәм тирә-юндәге вульгаризмға ҡаршы тороусы шәхес ролдәре менән билдәле. Император театрҙарының атҡаҙанған артисы (1902). Республиканың беренсе халыҡ артисы (1920). Хеҙмәт Батыры (1924). 1935 йылдан Мәскәү драма театры уның исемен йөрөтә.
Ермолова Мария Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 3 (15) июль 1853 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 12 март 1928[2][3][4] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[2] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Николай Петрович Шубинский[d] |
Һөнәр төрө | актёр, театр актёры |
Эш урыны | Кесе театр |
Уҡыу йорто | М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1923 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Изображается на | Портрет М. Н. Ермоловой[d] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d] |
Ермолова Мария Николаевна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМария Ермолова Мәскәүҙә 1853 йылдың 3 (15) июлендә Кесе театр суфлёры Николай Алексеевич Ермолов ғаиләһендә тыуған; олатаһы Алексей Семенович Ермолов бер тапҡыр Волконский кенәздәренең крепостной скрипкасыһы булған, ирек алғас, театрға гардероб оҫтаһы булып инә. Театр сәнғәте менән мауғып, ул балаларын шул уҡ юҫыҡта урынаштыра. Уның улы Николай Алексеевич суфлер булыр алдынан ҙур драматик артист була һәм император Мәскәү труппаһы сәхнәләрендә барған бер нисә водевиль авторы була, әммә уның ижады айырым талант менән билдәләнмәй [5] .
1862 йылда Мария Мәскәү театр мәктәбенең балет класына ебәрелә. Ул балет өсөн махсус талант күрһәтмәй, ләкин балеттарҙың, операларҙың һәм драматик спектаклдәрҙең күп күренештәрендә ҡатнашып, Ермолова иң ҙур сәхнә оҫталарының эшенә шаһит була. Буш кистәрҙә училище уҡыусылары спектаклдәрҙә уйнай, уларҙа Ермолованың ҙур драма һәләте асыла.
1866 йылда, ҡыҙының драма сәхнәһе менән мауығыуын белгән атаһы, уға үҙенең бенефисында Д.Т. Ленскийҙың «Жених нарасхват» водевилендә ҡылансыҡ ҡыҙ Панетта ролен уйнарға рөхсәт итә. Был уның беренсе роле була, ләкин ул әле уңыш килтермәй.
1870 йылда Надежда Медведева Ермоловаға үҙенең бенефисында төп роль бирергә була. 1870 йылдың 30 ғинуарында үткән "Эмилия Галотти" пьесаһында Ермолова көслө сәхнә темпераментын һәм ғәжәйеп ихласлыҡ күрһәтә.
1871 йылда Ермолова театр училищеһын тамамлай һәм Бәләкәй театр труппаһына ҡабул ителә. Беренсе йылдарҙа Ермоловаға етди ролдәр ышанып тапшырылмай, уға комедияларҙа һәм водевилдә уйһыҙ йәш ҡатын-кыҙҙар ролен уйнарға тура килә. Ермолованың, нигеҙҙә, трагик һәм героик таланты, асылмай.
1870—1880 йылдарҙа ул бик күп мәҙәни һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ эшен хоҡуҡҡа бағышларға теләгән, буласаҡ ире Николай Петрович Шубинский менән осраша. Был ваҡытта Ермолова үҙен ҡыҙыҡһындырған ысын ролдәр уйнай башлай. 1873 йылда ул "Гроза" пьесаһында Катерина ролен башҡара. Был роль өҫтөндә эш бер нисә йыл дауам итә. Ермолованың Катеринаһы көндәлек тормоштан өҫтөн сыға, үҙенең мәхәббәт һәм хыялдар дөньяһында йәшәй; ул эске көс һәм батырлыҡ фиҙакәрлеге менән тулы рус ҡатыны була.
1890 йылдарҙа ул символистар пьесаларын уйнай: Хауптман, Ибсен, Горький. Максим Горькийҙың шул уҡ исемле пьесаһында Васса Железнова ролен башҡара. Ермолова ҡарт һәм аҡыллы Васса ролен уйнай.
Ермолова мәктәптә актёрҙар менән күп шөғөлләнә.
1920 йылда ул Халыҡ артисы исемен ала.
1921 йылда уның ире Николай Петрович Шубинский һөргөндә вафат була. Ике йылдан һуң, 1923 йылда актриса сәхнәнән китә. Ул яңғыҙ була, бик күп кеше ҡабул итә. Актриса янына табип Павлинов килеп йөрөй, Ермолова уға ғашиҡ була [6] .
Ермолова 1928 йылдың 12 мартында вафат була. Васыятнамә нигеҙендә, Владыкинола Изге Богородица Раштыуаһы ғибәҙәтханаһы урынында, ата-әсәһе һәм һеңлеләре менән йәнәшәлә ерләнә [7] . 1971 йылда уны Новодевичье зыяратында [8] , Чехов, Станиславский һәм Мәскәү театры сәнғәт актёрҙары яҡҡа күсереп ерләйҙәр (ҡәбер ташын Мухина Вера яһай [9] ). Элекке ерләнгән урынында имән ағасы аҫтында мемориаль билдә бар [10] . Ермолова менән берлектә, Мәскәү табибы Василий Яковлевич Зеленинда кейәүҙә булған ҡыҙы Маргарита Николаевна (1876—1965) [11], һәм Татьяна Львовна Шепкина-Коперник ерләнгән [12] .
Хәтер
үҙгәртергә- 1957 йылда Ермоловаға арналған СССР почта маркаһы сыға.
- 1985 йылда Сулпанда кратер уның хөрмәтенә аталған.
- 1986 йылда, 1773 йылда төҙөлгән Тверь бульварындағы һарайҙа бөйөк актриса йәшәгән— М.Н.Ермолованың йорт - музейы —А.А.Бахрушин исемендәге Театр музейы филиалы [13]
- Совет осоронда, Мәскәүҙәге дан ҡаҙанған Оло Каретный тыҡрығы Ермолова исемен йөрөтә.
- Ермоловтың исеме менән Тверь урамында урынлашҡан Мәскәү драма театры аталған.
Театрҙағы ролдәре
үҙгәртергә- 1866 — «Жених нарасхват», Д.Т.Ленский, — Фаншетта
- 1870 — «Эмилия Галотти», Г.Э. Лессинг, — Эмилия Галотти
- 1871 — «Свадьба Кречинского» Сухово-Кобылина — Лидочка
- 1871 — «Тартюф» Мольер — Марианна
- 1872 — «Сверчок домашнего очага», Ш. Бирх-Пфейфер — Фадетта
- 1873 — «Гроза» Островский, Александр Николаевич — Катерина
- 1876 — «Овечий источник», Лопе де Вега — Лауренсия
- 1876 — «Василиса Мелентьева», Островский Александр Николаевич — Василиса Мелентьева
- 1877 — «Последняя жертва», А. Н. Островский — Юлия Тугина
- 1878 — «Ричард III» , У.Шекспир, — леди Анна
- 1878 — «Гамлет» У. Шекспир, — Офелия (затем в 1891 г.)
- 1879 — «Уриэль Акоста» К.Ф.Гуцков, — Юдифь
- 1879 (?) — «На пороге к делу», Н.Я.Соловьёв — Лонина
- 1879 — «Бесприданница», А.Н.Островский, — Лариса
- 1879 — «Мария Тюдор», В. Гюго,— Мария I Тюдор
- 1881 — «Таланты и поклонники», А. Н. Островский, — Негина
- 1883 — «Горячее сердце», А. Н. Островский, — Параша
- 1883 — «Невольницы», А. Н. Островский, — Евлалия
- 1884 — «Орлеанская дева» Ф.Шиллер, — Иоанна Д’Арк (бу рольне 18 яшендә уйный)
- 1886 — «Мария Стюарт», Ф. Шиллер, — Мария Стюарт
- 1886 — «Воевода», А. Н. Островский, — Олена
- 1886 — «Звезда Севильи», Лопе де Вега — Эстрелья
- 1887 — «Зимняя сказка», У. Шекспир, — Гермиона
- 1889 — «Татьяна Репина», А.С.Суворин, (актриса Евлалия Кадмина турында), 16 гыйнварда Кече театрда куела — Евлалия Кадмина
- 1889 — «Эрнани», В. Гюго, — донья Соль
- 1890 — «Федра», Ж. Расин, — Федра
- 1892 — «Сафо», Ф.Грильпарцер, — Сафо
- 1892 — «Граф де Ризоор», В. Сарду — Долорес
- 1892 — «Мария Шотландская», Б. Бьёрнсон — Мария
- 1893 — «Расплата (Эгоисты)», Е.П. Гославский — Берта Рейман
- 1895 — «Родина», Г. Зудерман - Магда
- 1896 — «Макбет», У. Шекспир — леди Макбет
- 1896 — «Марианна», Э. Эчергарайя — Марианна
- 1902 — «Кориолан» У. Шекспир — Волумния
- 1903 — «Измена», А. И. Сумбатов — Зейнаб
- 1904 — «Красная мантия», А. Брие — Янетта
- 1908 — «Без вины виноватые», А.Н. Островский— Кручинина
- 1908 — «Холопы», П. П. Гнедич — Княжна Плавутина-Плавунцова; «Приведения» Г. Ибсен, — фру Альвинг
- 1909 — «Дмитрий Самозванец и Василий Шуйский», А.Н.Островский, — инокиня Марфа
- 1915 — «Стакан воды» Э. Скриба — Королева Анна
- 1918 — «Декабрист», П.П. Гнедич
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #36911982 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ермолова Мария Николаевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Maria Nikolayevna Yermolova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Maria Nikolajewna Jermolowa // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=14666 (нем.)
- ↑ Родословная роспись Марии Николаевны Ермоловой
- ↑ Сердечные тайны, брошенные в огонь
- ↑ Где похоронена Ермолова?
- ↑ кладбище — Покой великих
- ↑ Прогулки по Новодевичьему
- ↑ Новодевичье кладбище. Мария Николаевна Ермолова. Актриса
- ↑ Виртуальный некрополь. Маргарита Николаевна Зеленина
- ↑ Могилы ушедших поэтов. Татьяна Львовна Щепкина-Куперник
- ↑ Дом-музей М. Н. Ермоловой на сайте ГЦТМ имени А.А. Бахрушина
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ермолова Мария Николаевна // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Ермолова, Мария Николаевна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Ермолова, Мария Николаевна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Мария Николаевна Ермолова: Письма. Из литературного наследия. Воспоминания современников. — М., 1955.
- М. Н. Ермолова. Сборник статей А. И. Дюжина, Н. Эфрос, П. Н. Сакулина и др. — Л., 1925.
- Луганский М. Ермолова. — М., 1938.
- Марков П. А. Театральный портреты. Сб. статей. — М.—Л., 1939.
- Щепкина-Коперник Т. Л. О М. Н. Ермоловой. — М.—Л., 1940.
- Дурылин С. Н. Мария Николаевна Ермолова. 1853-1928. — М., 1953.
- М. Н. Ермолова. 1853-1928. [Альбом], текст Ю. Дмитриева и М. Рогачево. — М., 1954.
- Тынянов Л. Повесть о великой актрисы. — М., 1966.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ермолова, Мария Николаевна // Энциклопедия «Кругосвет».
- Дом-музей М. Н. Ермоловой
- Влас Михайлович Дорошевич. «М. Н. Ермолова»