Ермолаева Любовь Иосифовна
Ермолаева Любовь Иосифовна (13 ғинуар 1934 йыл — 17 октябрь 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр педагогы, режиссёр. Омск «Студия» драма театрына нигеҙ һалыусы һәм художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы.
Ермолаева Любовь Иосифовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 ғинуар 1934 |
Тыуған урыны | Төмән өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 17 октябрь 2013 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Омск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | драматург-режиссёр |
Уҡыу йорто | П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюбовь Иосифовна Ермолаева Төмән өлкәһенең Омутинское ауылында тыуған. Бала саҡтан артист булырға хыяллана. Өлкән апайы артынан 1951 йылда Омскиға күсеп бара һәм Омск ауыл хужалығы институтына, һөт сәнәғәте факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан уҡ студенттар театрында уйнай башлай һәм был театрҙың алдынғы артисы булып китә. Институтты тамамлағандан һуң, 1956 йылда бер аҙ һөнәре буйынса эшләй, әммә театрҙа уйнауын дауам итә.
1968 йылда ул Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтын театр коллективы режиссеры һөнәре буйынса ситтән тороп тамамлай. 1966 йылдан Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр шиғриәт театры менән етәкселек итә. Уның коллективына юғары уҡыу йорттары студенттары һәм нефть комбинаты хеҙмәткәрҙәре инә. М. А. Светлов, А Т. Твардовский, П. Н. Васильев әҫәрҙәре буйынса шиғри спектаклдәр ҡуялар. Шул уҡ ваҡытта Омск ауыл хужалығы институтының йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында сәхнә телмәре һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса уҡыта. Театр әүҙем гастролдәрҙә йөрөй һәм төрлө театр фестивалдәрендә ҡатнаша.
1989 йылда Ермолаева театры театр-студия статусын ала, ә 1991 йылдан муниципаль театр була. 1997 йылда элекке «Строитель» Мәҙәниәт йорто бинаһында даими теркәлә. Любовь Иосифовна музыкаль композициялар башҡарыусы булараҡ билдәле була. Уның башҡарыуында «Омские улицы» йыры Омскиҙың рәсми булмаған гимнына әүерелә.
2013 йылдың 17 октябрендә Омскиҙа вафат була. Иҫке-Төньяҡ зыяратында ерләнгән.
Хәтер
үҙгәртергәҺәр йылдың 13 ғинуарында театр труппаһы, төп байрамдарының береһе булараҡ, уның тыуған көнөн билдәләй.
Ғаиләһе
үҙгәртергәУлы Юрий — Малунцев исемендәге Мәҙәниәт һарайында «Группа характеров» пластик театр режиссеры, ҡыҙы Ирина — Омск ҡала Хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы сәнғәт бүлегенең баш белгесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
- «Золотой конёк» театр фестиваленең «За честь и достоинство» премияһы лауреаты (2002)
- «Иң яҡшы театр эше — 2007 й.» өлкә фестиваль-конкурсында «Омск сәхнәһе легендаһы»
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Городской драматический театр «Студия» Л. Ермолаевой