Ерекле (рус. Ериклинская (Точильная)) — Силәбе өлкәһе Әшә районындағы карст һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән мәмерйә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1987).

Ерекле мәмерйәһе
Ерекле мәмерйәһенә инеү урыны
Ерекле мәмерйәһенә инеү урыны
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Тәрәнлеге15 м
Оҙонлоғо51 м
Күләме153 м³
Типкарст  
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Коридорлы типтағы ҡыя карст ҡыуышлығы. Өҫкө девон - түбәнге карбон палеозой эзбизташтарында һалынған. 1 м бейеклектәге һәм киңлеге 0,6 метр тәшкил инеү тишеге төньяҡ-көнбайышҡа ориентирланған. Мәмерйәгә ингән ерҙән 3 метр үткәндән һуң 3x1x1 м ҙурлығындағы эзбизташ киҫәге коридорҙы ҡаплаған. Эзбизташ киҫәге артында мәмерйәнең иҙәне ҡапыл төшөп китә(15-35°). 12 м үткәс, коридор 3-4 метрға тиклем киңәйә һәм 6 м тиклем оҙон тауырт барлыҡҡа килтерә. Уның осонда 5 м самаһы оҙонлоҡтағы һәм тәрәнлеге 1,5 метрға еткән ер аҫты күле бар.

Тауырттың осонда түбә ҡапыл түбәнәйә, һыу аҫтында китә һәм тулыһынса ябыҡ сифон барлыҡҡа килтерә. Сифондан һуң 10 метр оҙонлоҡтағы һәм киңлеге 5 метрлыҡ тирәһе киләһе йомро тауырт асыла. Ул төньяҡтан көньяҡҡа тиклем төп коридорға ҡаршы һуҙылған. Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә 2 ер аҫты күле-сифон бар. 1-се сифон өҫтөндә юғары булмаған сталагмиттар барлыҡҡа килгән. Ҡар ирегәндә йәки ҡойма ямғырҙар яуғанда тәбиғи һыу баҫымы барлыҡҡа килә һәм һыу бөтә өҫтәрәк урынлашҡан карст бушлыҡтарын тултыра. Ер аҫты һыуҙары кимәле арта, был күл-сифон кимәленең ҡапыл күтәрелеүгә килтерә. Ул мәмерйәнең бөтә күләмен тултыра, 12 м бейеклеккә күтәрелә һәм мәмерйә ауыҙы аша тышҡа аға башлай; мәмерйә карст сығанағы булараҡ эшләй башлай, ҡулауыҡтың биләүе буйлап көслө һыу ағымы күҙәтелә.[1]

Географик урыны

үҙгәртергә

Ерекле мәмерйәһе Әшә йылғаһы буйында, Әшә ҡалаһынан 13 саҡрым төньяҡ-көнбайышҡа һәм Точильный ҡасабаһынан 1,5 саҡрым көнсығыштараҡ урынлашҡан. Мәмерйә Ерекле карст шишмәһе битләүенән 50-60 метр бейеклектә ята (мәмерйәгә инә торған урын менән шишмә бейеклеге араһында 10 м )[2]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атамаһына килгәндә, уға Ерекле шишмәһенең исеме ҡушылған. "Ерекле"— ерек ағастары бай тигәнде аңлата.

Мәмерйәне өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Ерекле мәмерйәһе күптән урындағы халыҡҡа билдәле; 20 быуат башында унан кварцлы ҡом сығарғандар. Тәүге тапҡыр мәмерйә 1977 йылда "Орион" коркинск спелеосекцияһының ағзалары тарафынан өйрәнелә (етәксеһе Н. Барышников). 1980 йылда "Плутон" клубынан Силәбе спелеологтары ҡабаттан тикшереү үткәрә ( етәксеһе С. Савчук). 1993 йылдың мартында Мәскәүҙән һәм Силәбенән берләштерелгән экспедиция ағзалары аквалангтар менән 1-се сифонға төшәләр һәм сифондың артҡы өлөшөн тикшерәләр. Был ҡыуышлыҡ шишмәләр менән бергә динамик режимлы берҙәм гидрогеология системаһының өлгөһө булараҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 1987 йылда М. А. Андреевтың, С. Баранов, А.П.Моисеев һәм Силәбе өлкәһенең 361-се башҡарма комитеты ҡарары буйынса 1987 йылда Ериклинский мәмерйәһенә тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә.[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә