Емченко Владимир Степанович

Емченко Владимир Степанович (21 сентябрь 1935 йыл — 8 август 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, инженер-металлург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.

Емченко Владимир Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Алтай крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-металлург
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Степанович Емченко 1935 йылдың 21 сентябрендә Алтай крайы Ключевский районы Ульяновка ауылында тыуған.

1973 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1951 йылда һатыусы булып башлай.

1953 йылдан Магнитогорск металлургия комбинатында ОТК контролеры булып эшләй.

1955—1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1958 йылдан 1977 йылға тиклем Магнитогорск металлургия комбинатының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары булып эшләй, артабан ВЛКСМ ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Комбинатта мастер, смена башлығы, «Стан-250» башлығы була.

1978—1983 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында прокат цехы начальнигы, комбинаттың баш инженеры вазифаһын биләй[1]

Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалында уҡыта.

«150»-се автоматлаштырылған прокат станы төҙөүгә һәм үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. Уйлап табыуҙарға 12 авторлыҡ таныҡлығы бар. 12 баҫма хеҙмәт авторы.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Белорет ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 87.
  2. Емченко Владимир Степанович(недоступная ссылка)
  3. Емченко Владимир Степанович(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 87.

Һылтанмалар

үҙгәртергә