Егауҙы (йылға)
Егауҙы — рус. Егоза - Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе[2] биләмәләрендә аға.
Егауҙы | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 17 km |
Географияһы
үҙгәртергәЕгауҙы йылғаһы тамағы Ҡыштым Ҡала быуаһында. Артабан һыу Ҡала быуаһынан Һаҙан һәм Оло Нанога күлдәре аша Тинес йылғаһына баш биргән Ирташ күленә барып ҡоя. Йылға оҙонлоғо 17 км.[3] .
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тинес. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500712111200003108
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200310
- Бассейн коды — 14.01.05.007
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
үҙгәртергәЙылға башҡорт телендәге "ек" (йик - төркисә йылға тип аңлатыу ҙа бар) һәм "ауыҙ" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип фараз ителә.Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Егоза атамаһының килеп сығыуы былай аңлата:
Егоза, речка, гора, территория города Кыштыма.Название возникло в результате переосмысливания в русском языке башкирского топонима, составленного словами: ек — «расселина», «межгорье» и аузы — «вход», «горло», «рот», т. е. «вход в межгорье». Пониженная долина речки действительно представляет открытый вход в систему горных массивов. Непонятное башкирское название Екауза,Непонятное башкирское название Екауза, Еказа по звуковому сходству было сближено русскими поселенцами со словом «егоза». Форма названия Еказа у речки, тоже железнодорожный разъезда, территорий города Кыштыма, встречается на карте торфяного фонда СССР, 1931 г.[5].[6]
Шул уҡ ваҡытта боронғо башҡорт телендә "-ҡаҙы, -ғаҙы, - гәҙе, " ҡушымталы гидронимдарҙың күп булыуы ла билдәле (мәҫәлән Ауырғаҙы, Ҡуҫағаҙы, Ҡыйғаҙы һәм башҡалар [7]. Ҡаҙы - йылға, һыу сығанағы тигәнде аңлатҡан һәм бәләкәйерәк йылғаларға ҡарата ҡулланыла (ҡоҙоҡ - бер үк сығышлы, тик ул ҡаҙып эшләнә).Йәғни, йылға атамаһы "ек" һәм "ғаҙы" һүҙҙәренән килеп сығыуы ла ихтимал.
"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "ек" һүҙенә шундай аңлатма бирелә:
- Ек - үҙ-ара тығыҙ ятҡан бүрәнә, таҡта, таш һ.б. [8]
- Ауыҙ - тән ағзаһы ғына түгел, башҡорт телендә "урман, ҡыуаҡлыҡ һ.б. башланған йәки бөткән урыны,сите" тигән мәғәнәһе лә бар. Н. И Шуваловтың тау массивтары араһына ек кеүек инеп киткән арауыҡтан - ауыҙҙан аҡҡан йылға атамаһы тип аңлатыуы ла ысынбарлыҡҡа тап килеүе ихтимал[9] .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ Егоза (река)[1] 2019 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Егоза .
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
- ↑ Р. Хәлилов. Инештәргә бай икән 2016 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 310-сы бит/Ек
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 92-се бит/Ауыҙ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[3]</ref>
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л. : Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том,92-се, 310-сы биттәр