Егауҙы (йылға)

Силәбе өлкәһе

Егауҙырус. Егоза - Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе[2] биләмәләрендә аға.

Егауҙы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 17 km
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Егауҙы йылғаһы тамағы Ҡыштым Ҡала быуаһында. Артабан һыу Ҡала быуаһынан Һаҙан һәм Оло Нанога күлдәре аша Тинес йылғаһына баш биргән Ирташ күленә барып ҡоя. Йылға оҙонлоғо 17 км.[3] .

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыТинес. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [4]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500712111200003108
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200310
  • Бассейн коды — 14.01.05.007
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йылға башҡорт телендәге "ек" (йик - төркисә йылға тип аңлатыу ҙа бар) һәм "ауыҙ" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип фараз ителә.Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Егоза атамаһының килеп сығыуы былай аңлата:

Егоза, речка, гора, территория города Кыштыма.Название возникло в результате переосмысливания в русском языке башкирского топонима, составленного словами: ек — «расселина», «межгорье» и аузы — «вход», «горло», «рот», т. е. «вход в межгорье». Пониженная долина речки действительно представляет открытый вход в систему горных массивов. Непонятное башкирское название Екауза,Непонятное башкирское название Екауза, Еказа по звуковому сходству было сближено русскими поселенцами со словом «егоза». Форма названия Еказа у речки, тоже железнодорожный разъезда, территорий города Кыштыма, встречается на карте торфяного фонда СССР, 1931 г.[5].[6]

Шул уҡ ваҡытта боронғо башҡорт телендә "-ҡаҙы, -ғаҙы, - гәҙе, " ҡушымталы гидронимдарҙың күп булыуы ла билдәле (мәҫәлән Ауырғаҙы, Ҡуҫағаҙы, Ҡыйғаҙы һәм башҡалар [7]. Ҡаҙы - йылға, һыу сығанағы тигәнде аңлатҡан һәм бәләкәйерәк йылғаларға ҡарата ҡулланыла (ҡоҙоҡ - бер үк сығышлы, тик ул ҡаҙып эшләнә).Йәғни, йылға атамаһы "ек" һәм "ғаҙы" һүҙҙәренән килеп сығыуы ла ихтимал.

"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "ек" һүҙенә шундай аңлатма бирелә:

  • Ек - үҙ-ара тығыҙ ятҡан бүрәнә, таҡта, таш һ.б. [8]
  • Ауыҙ - тән ағзаһы ғына түгел, башҡорт телендә "урман, ҡыуаҡлыҡ һ.б. башланған йәки бөткән урыны,сите" тигән мәғәнәһе лә бар. Н. И Шуваловтың тау массивтары араһына ек кеүек инеп киткән арауыҡтан - ауыҙҙан аҡҡан йылға атамаһы тип аңлатыуы ла ысынбарлыҡҡа тап килеүе ихтимал[9] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  3. Егоза (река)[1] 2019 йыл 7 апрель архивланған.
  4. 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Егоза.
  5. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
  7. Р. Хәлилов. Инештәргә бай икән 2016 йыл 6 ноябрь архивланған.
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 310-сы бит/Ек
  9. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 92-се бит/Ауыҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л. : Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том,92-се, 310-сы биттәр

Һылтанмалар

үҙгәртергә