Европа күпере (Австрия)

Европа күпере (Бреннер үткәүеле)Австрияла, E45 Европа автобаны трассаһындағы (ИннсбрукБольцаноМодена) күпер (виадук). Австрия һәм Германияны Италия менән Альп тауҙары аша иң ҡыҫҡа автотранспорт бәйләнешен тәьмин итә.

Европа күпере
Нигеҙләү датаһы 17 ноябрь 1963
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Европа
Дәүләт  Австрия[1]
Административ-территориаль берәмек Шёнберг[d][2] һәм Пач[d][2]
Рәсми асылыу датаһы 17 ноябрь 1963
Төҙөүсе-инженер Waagner-Biro[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Wipp Valley[d]
Несёт на себе Brenner Autobahn[d]
Наибольший пролёт 198 метр
Оҙонлоҡ 777 метр
Киңлек 24,6 метр
Бейеклеге/буйы 190 метр
Карта
 Европа күпере Викимилектә

Европа күпере. Капелланан күренеш

Бреннер үткәүеле аша сауҙа юлы Антик осорҙан уҡ файҙаланылған.

Бреннер үткәүеле аша автомобиль магистрален (ИннсбрукБольцаноМодена) төҙөү тураһында ҡарар 1957 йылда уҡ ҡабул ителә, әммә ул ваҡытта күпер төҙөү күҙалланмаған. Ләкин тиҙҙән Альп тауҙарында туризмды бөтә яҡлап үҫешендә ҡыҙыҡһынған урындағы халыҡтың талабы буйынса план үҙгәртеп ҡарала.

Күперҙең көньяҡ осондағы автомобиль заправкаһының эргәһендә урынлашҡан таҡтаташҡа ярашлы, 1959 йылдың 25 апрелендә Австрияның сауҙа бундесминистры Фриц Бок һәм Тироль регионы менән идара итеүсе Ганс Чигфри виадук төҙөү тураһында ҡарарҙы ҡабул итә.

 
Европа күпере төҙөлөүенә һәйкәл

1963 йылдың 17 ноябрендә күперҙе төҙөү буйынса эштәр тамамлана. Төҙөү буйынса эштәр тамамланғас Австрияны хөкүмәт башлығы бундесканцлер Альфонс Горбах күперҙе асыу тантанаһындағы үҙенең телмәрендә күперҙең «Европаның тыныс һәм ирекле халыҡтары бәйләнешен тәьмин итеүе» һәм «ул тоташтырған илдәрҙең бәхетле киләсәгенең символы» тип айырым әйтеп үтә.

Күпер, дөрөҫөрәге виадук, 5 пилонға терләгән тимер бетондан яһалған балкалы конструкциянан тора, балкаларҙың эсе буш. Киңлеге 10 метр, бейеклеге 7,7 метр һәм оҙонлоғо 657 метр. Пилондарҙың иң бейегенең бейеклеге 146,5 метр тәшкил итә, был үҙ сиратында аҫта ағыусы Штиль йылғаһы өҫтөнән күперҙең максималь бейеклеген бирә — 190 метр. Төҙөү эштәре тамамланған мәлдә Европала иң бейек күпер тип иҫәпләнгән.

1984 йылғы күперҙе киңәйтеү буйынса эштәр башҡарғандан һуң, уның киңлеге 24,6 метр тәшкил итә. Автомобиль хәрәкәте — һәр бер яҡҡа өс рәт. Күперҙең иҫәпләнгән тулы күтәрелешлеге 3150 тонна. Күперҙең аушайыуы яҡынса 4 % тәшкил итә.

 
Күпер өҫтөндәге капелла

Күперҙе төҙөгәндә яҡынса 55 мең кубометр грунт күсерелгән һәм 70 мең кубометр бетон ҡулланылған.

Виадукты төҙөгән ваҡытта 22 кеше һәләк булған. Раҫланамаған имеш-мимештәр буйынса шуларҙың береһе (башҡа вариантта — өсәүһе) авария һөҙөмтәһендә әле ҡатып өлгөрмәгән бетон массаһында батып үлгән һәм пилон эсендә күмелеп ҡалған. Төҙөлөш һәм уның ҡорбандары тураһында иҫтәлеккә парковка эргәһендә күтәрелгән ҡаяға хәҙерге заман стилендә капелла төҙөлгән, уның аҫтында күҙәтеү майҙансығы эшләнгән.

  1. https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=at&srlanguage=de&srid=103726 — 2017.
  2. 2,0 2,1 (unspecified title)