Европа берлеге менән Төркиә араһында таможня берлеге
Европа берлеге менән Төркиә араһында таможня берлеге — Европа берлеге менән Төркиә араһында Европа берлеге-Төркиә ассоциацияһы советының (1963 йылғы договор менән ойошторолған совет) 1995 йыл 6 март ҡабул ителгән һәм 1995 йыл 31 декабрь көсөнә ингән ҡарары буйынса төҙөлгән таможня берлеге.
Европа берлеге менән Төркиә араһында таможня берлеге | |
Төп тема | таможенный союз[d] |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 31 декабрь 1995 |
Подписавшийся | Европа Берләшмәһе һәм Төркиә |
Берлек Европа берлеге илдәре менән Төркиә Республикаһы араһындағы сиктәр аша үткәрелгән тауарҙарға таможня сикләүҙәрен бөтөрә. Таможня берлеге ауыл хужалығы (уға ике яҡлы сауҙа льготалары ҡарала), хеҙмәттәр, дәүләт һатыу-һатып алыуҙары кеүек иҡтисадтың ҡайһы бер мөһим өлкәләренә ҡағылмай [1][2].
1996 йылда Төркиә менән Таможня берлеге араһында Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһенә ҡараған продукция өсөн ирекле сауҙа зонаһы булдырыла. Ассоциация советының 1/98-се ҡарары илдәр араһында ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙаны көйләй. Дөйөм таможня көйләүенә өҫтәп, Таможня берлеге иҡтисадтың бер нисә мөһим өлкәһендә, айырыуса сәнәғәт стандарттарында, Төркиәнең үҙ ҡануниәтен Европа берлегенең «Acquis communautaire» хоҡуҡ концепцияһына тап килтерергә тейешлеген күҙҙә тота.
Төркиә өсөн һөҙөмтәләре
үҙгәртергәТөркиә Европа берлеге менән башлыса сәнәғәт тауарҙары менән сауҙа алып бара: импорттың да, экспорттың да 95 проценты уға тура килә. 1996 йылдан башлап Төркиәнең эске тулайым продукты 4 тапҡырға арта, шулай итеп, ил донъяның иң йылдам үҫеүсе иҡтисадтары араһына инә. Әммә шул уҡ ваҡытта (1995—2008 йылдар) Төркиәнең Европа берлеге илдәре менән тышҡы сауҙалағы дефициты — 2 тапҡырға, Европа берлегенә инмәгән башҡа илдәр менән 6 тапҡырға арта. Таможня берлеге был ваҡиғаларҙың икеһенең дә сәбәпсеһе тип ҡарала. Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, Төркиәнең Европа сеймалына һәм комплектлаусыларына бәйлелеге ғәйепле.
Ҡайһы бер комментаторҙар хатта Таможня берлеге договорын Беренсе донъя һуғышынан һуң Ғосман империяһының капитуляция тураһындағы договорына оҡшата: ул да «берлеккә» (Антантаға, әлеге осраҡта — Европа берлегенә) иҡтисади һәм сәйәси вәкәләттәр бирә, әммә был "берлектә" ҡул ҡуйған яҡ (Ғосман империяһы, бөгөн — Төркиә) ағза түгел. Атап әйткәндә, тәнҡитселәр шуны билдәләй: таможня берлеге протоколын ҡабул итеп, Төркиә Европа берлегенә үҙенең тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәре менән «уйнарға» мөмкинлек бирә; ил, алдан билдәләнгәнсә, Европа берлеге илдәре араһындағы һәм Европа берлегенә инмәгән башҡа бөтә илдәр менән Европа берлеге араһындағы килешеүҙәрҙе ҡабул итергә тейеш булып сыға (договорҙың 16-сы һәм 55-се статьялары). Таможня берлегенә инеп, Төркиә Европа берлегенә инмәгән башҡа илдәр менән рөхсәтһеҙ бер ниндәй килешеү төҙөргә хоҡуҡлы түгел, төҙөһә, Европа берлеге был килешеүҙе юҡҡа сығара ала (56-сы статья).
Берлеккә инеп, Төркиә шулай уҡ Европа судының бөтә закондарына һәм ҡарарҙарына буйһонорға ризалаша, әммә ул судта бер төрөк судьяһы ла юҡ.
Төркиә Европа тауарҙарына баҙарын аса. Илдең етештереүселәренә, айырыуса тәүге осорҙарҙа, сифат айырмаһы арҡаһында Европа менән ярышыу бик ауыр була. Етмәһә, Европа тауарҙары илгә бер ниндәй таможня пошлинаһыҙ индерелә.
Европа берлеге менән таможня берлегендә торғас, Төркиә үҙенең тарифтарын һәм пошлиналарын Европа ҡануниәтенә яраҡлаштырырға тейеш. Әммә Европа берлеге ҡул ҡуйған ирекле сауҙа тураһындағы килешеүҙәр (FTA) Төркиәгә ҡағылмай — шунлыҡтан Европе берлегенең FTA буйынса партнерҙары тауарҙарын Төркиәгә пошлинаһыҙ экспортлай ала, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрендә төрөк тауарҙарына тарифтарҙы һаҡлап ҡалдыра.
Трансатлантик сауҙа-инвестиция партнерлығы (TPIP) буйынса һөйләшеүҙәр алып барғанда, Төркиә Таможня берлегенән сығыу мәсьәләһен ҡуҙғата, сөнки Америка тауарҙарының республикаға пошлинаһыҙ ағыла башлауы арҡаһында илдә иҡтисадтың көсһөҙләнеүе көтөлә. Европа берлеге менән Төркиә әле Европа берлеге менән Төркиә араһында берлек тураһындағы килешеүгә үҙгәрештәр индереү тураһында ҡатмарлы һөйләшеүҙәр бара.
Европа берлегендә тулы хоҡуҡлы ағзалыҡ
үҙгәртергәТөркиә 1964 йылдан Европа берләшмәһендә ассоциацияланған ағза була. 1987 йылдың 14 апрелендә тулы хоҡуҡлы ағза булыуға ғариза бирә.
Төркиәнең ғаризаһын ҡарау 1993 йылға тиклем кисектерелә, сөнки Европа берләшмәһе «күпкә ҡатыраҡ» Европа берлегенә әүерелеү юлында була. Советтар Союзының тарҡалыуы һәм икеГерманияның берләшеүе Төркиәнең Европа берлегенә инеүен тағы ла тотҡарлай.
1999 йылдың декабрендә Хельсинкиҙағы саммитта Төркиә кандидат ил статусын ала. 2004 йылдың аҙағында Европа Комиссияһы, Төркиәнең Берлеккә инеү өсөн сәйәси талаптарға яуап биреү кимәлен баһалап, Европа Советы өсөн ыңғай баһалы доклад баҫтыра. Шунан сығып, 2005 йылдың 3 октябрендә Европа Советы Төркиәне ҡабул итеү буйынса һөйләшеүҙәр башларға ҡарар сығара.
Европа-Урта диңгеҙ буйы ирекле сауҙа зонаһы
үҙгәртергәТөркиә шулай уҡ Европа-Урта диңгеҙ буйы партнерлығының да ағзаһы булып тора, шунлыҡтан башҡа Урта диңгеҙ буйы партнерҙары менән ирекле сауҙа тураһында килешеүҙәр төҙөргә теләй һәм тәүҙә 2010 йылда ойоштороу планлаштырылған Европа-Урта диңгеҙ буйы ирекле сауҙа зонаһын булдырыу маҡсатында эш итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Cemalettin, Artan, 2009, с. 15–17
- ↑ Aydoğan, 2012
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Kalaycı, Cemalettin; Seyfettin Artan. The Impact of a Customs Union on Turkey's Foreign Trade. — Eskişehir, 2009.
- Кудряшова Ю. С. Турция и европейский союз: История, проблемы и перспективы взаимодействия. — М., 2010. — 364 с. — ISBN 978-5-89394-211-8.
- Metin Aydoğan Avrupa Birliğini Yaratan Nedenler ve Türkiye // ZMO. — 2012.