Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе
Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе (ингл. European Coal and Steel Community)- Франция, ФРГ, Италия, Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургты тау, күмер һәм металлургия сәнәғәтен берләштергән һәм Европала иҡтисади интеграцияға нигеҙ һалған халыҡ-ара ойошма.
Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе булдырыу идеяһы беренсе тапҡыр 1950 йылдың 9 майында Роберт Шуман, Франция Тышҡы эштәр министры тарафынан, Германия менән Франция араһында буласаҡ һуғышытарына сик ҡуйыу сараһы булараҡ тәҡдим ителә. «Франция менән Германия араһында ниндәй ҙә булһа көрәш ниәтһеҙ генә түгел, матди яҡтан да мөмкин түгел»,-тип белдерҙе ул. Әлеге ойошма Франция һәм ФРГ ҡына түгел, Италия һәм Бенилюкс илдәре: Бельгия, Люксембург һәм Нидерланд кергән. Илдәр араһындағы килешеү кысаларында күмерҙең дөйөм баҙары барлыҡҡа килде һәм ҡурылды. Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе Министрҙар Советы, Ассамблея һәм бойондороҡһоҙ суд тарафынан контролдә тотола торған юғары етәксе орган менән идара итә.
Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе составына дүрт учреждение кергән: үҙ заттарҙан торған юғары орган, Милли парламентарийҙарҙан торған гомуми ассамблея, милләттәр һәм суд министрҙарынан махсус совет. Һуңғы вакытта, был Европа комиссияһы, Европа парламенты, Европа союзы Советы һәм Европа Суды өсөн нигеҙ буласаҡ.
Килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты сығыуына сәбәпле, 2002 йылдың 23 июнендә Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе йәшәүҙән туҡтаны.