Евлоева Рая Әхмәт ҡыҙы

(Евлоева Рая Ахметовна битенән йүнәлтелде)

Евлоева Клавдия (Рая) Әхмәт ҡыҙы (9 декабрь 1945, Целиноград, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 30 ғинуар 2015, Назрань) — совет һәм Рәсәй ингуш гармунсыһы, йырсы, композитор һәм бейеүҙәр ҡуйыусы хореограф; Ингушетияның халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003).

Евлоева Рая Әхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 декабрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Астана, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 30 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Назрань, Ингушетия, Рәсәй
Һөнәр төрө композитор, йырсы, хореограф
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала саҡтан гармунда уйнай. Гармунда уйнау буйынса тәүге күнекмәләрен уға әсәһе һеңдерә, музыкаға һөйөү тәрбиәләй. Беренсе асыҡ сығышы 1961 йылда Грозный телевидениеһында Яңы йыл программаһында була.

1970 йылдарҙа Владикавказ мәҙәни ағартыу училищеһында, Кавказ гармоникаһы метроһы Булат Газдановта уҡый. Һуңынан Краснодар мәҙәниәт институтының вокал бүлеген тамамлай. 1990 йылдан параллель рәүештә Ҡала яны районында (Төньяҡ Осетия АССР-ы), һәм Чечен-Ингуш АССР-ында: Грозныйҙа, Назрандә эшләй. 1970-се йылдар аҙағында гармоникала уйнап, музыкаль видеоларға төшә.

«Асса», «Эрзи» популяр хореография ансамблдәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. «Вайнах» ансамбленең (Чечен-Ингуш Республикаһының төп бейеү коллективы) концертмейстеры булып эшләй. «Ингушетия» дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблен, «Магас» дәүләт йыр һәм бейеү фольклор ансамблен (1998)[1], «Сатта» гармунсылар ансамблен ойоштора, уларҙа концертмейстер була.

Бер ҡасан да никахта булмай, бөтә ғүмере буйы бер туған апаһы Люба менән йәшәй. 2000 йылдарҙан алып вафатына тиклем клиптарҙа төшә, унда ингуш халыҡ һәм автор көйҙәрен, йырҙарын башҡара, милли музыка тураһында төрлө тапшырыуҙарҙа ҡатнаша.

Назрань ырыу зыяратында ерләнгән.

Ингуш йырҙарын башҡара, фольклор хореография номерҙары ҡуя.

Рус, ингуш, чечен һәм ғәрәп шағирҙары һүҙҙәренә 200-ҙән ашыу йыр авторы.

Бүләктәре һәм танылыуы

үҙгәртергә

- Чечен-Ингуш АССР-ының халыҡ артисы (1988)

- Төньяҡ Осетия АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)

- Ингушетия Республикаһының халыҡ артисы (1996)

- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

- Хореография номинацияһында Рәсәй халыҡтарының 6-сы Артиадаһы лауреаты. Оҫталар лигаһы. Профессионалдар гильдияһы"

Рая Евлоева тураһында иҫтәлек

үҙгәртергә
  • Рая Евлоева исемендәге балалар гармунсылар ансамбле «Сатта».
  • Рая Евлоева исемендәге «Тау көйҙәре» фестивале
  • Вафат булғандан һуң, музейҙа Раяның иҫтәлеген мәңгеләштереү идеяһы була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Государственный фольклорный ансамбль песни и танца «Магас». ГФА «Магас». Дата обращения: 3 февраль 2015. Архивировано из оригинала 3 февраль 2015 года. 2015 йыл 3 февраль архивланған.