Истомина Авдотья Ильинична

рус балет артисы
(Евдокия Ильинична Истомина битенән йүнәлтелде)

Истомина Авдотья Ильинична (6 ғинуар 1799 йыл26 июнь 1848 йыл) — Санкт-Петербург балетының легендар бейеүсеһе.

Истомина Авдотья Ильинична
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 (17) ғинуар 1799[1][2]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 26 июнь (8 июль) 1848[3][1] (49 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Үлем сәбәбе Ваба[2]
Ерләнгән урыны Оло Охта зыяраты[d]
Һөнәр төрө балет артисы, актёр
Уҡыу йорто Петербургское театральное училище[d][2]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 25 апрель (7 май) 1836[2]
 Истомина Авдотья Ильинична Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Авдо́тья (Евдоки́я) Ильи́нична Исто́мина 1799 йылдың 6 ғинуарында Санкт-Петербургта тыуған. 1816 йылда Петербург театр училищеһын тамамлай һәм урындағы Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһай башлай. Тиҙҙән ул балет труппаһының төп бейеүсеһенә әйләнә.

Авдотья Истомина — атаҡлы балетмейстер Шарль-Луи Дидлоның талантлы уҡыусыларының береһе. Александр Сергеевич Пушкин үҙенең киң билдәле «Евгений Онегин» романында нәҡ уны һүрәтләй. Шарль-Луи Дидло үҙе ижад итеп, 1818 йылда сәхнәгә ҡуйған «Зефир һәм Флора», шулай уҡ ошо йылдағы «Африка арыҫланы» («Африканский лев») балет спектаклдәрендә бейеүсе ҙур уңыштарға өлгәшә. 1820 йылда сәхнәләштерелгән «Калиф Багдадский», «Евтимий һәм Евхариса», «Роланд һәм Моргана», «Лиза һәм Колен», унан һуңыраҡ ҡуйылған «Лелия Нарбонская» һәм башҡа балеттарҙағы сығыштарынан һуң да Авдотья Истоминаны тамашасы оҙайлы һәм ҡайнар алҡыштарға күмә.

Ҡай бер ваҡыттарҙа Авдотья Истомина шулай уҡ комедия жанры булған водевилдәрҙә, телмәрле ролдәрҙә лә уйнай. Бейеүсе янында һәр саҡ уның таланты һәм матурлығына, сәхнә ижадына ғашиҡтар өйкөлөшөп йөрөй. Ул заман йәш егеттәр араһында Авдотья Истомина арҡаһында дуэлдәр берәү генә булмай, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта фажиғәле тамамлана (ҡара —ru:Четверная дуэль).

Балеттан киткәндән һуң ғына, бары тик 1840-сы йылдарҙа, Авдотья Истомина драма актёры П. С. Экунинға кейәүгә сыға.

Талантлы бейеүсе 1848 йылдың 26 июнендә ваба (холера) сиренән вафат була.

Авдотья Истомина Санкт-Петербургтың хәҙерге Ҡыҙыл гвардия районында урынлашҡан Оло Охта зыяратында (ru:Большеохтинское кладбище) ерләнгән[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Истомина Авдотья Ильинична // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Русский биографический словарь (урыҫ) / под ред. А. А. Половцов, Н. П. Чулков, Н. Д. Чечулин, В. В. Мусселиус, М. Г. Курдюмов, Ф. А. Витберг, И. А. Кубасов, С. А. Адрианов, Б. Л. Модзалевский, Е. С. ШумигорскийСПб., М..
  3. Avdotia Ilyinichna Ekunina // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Алфавитный указатель исторических могил, находящихся на кладбищах гор. Петрограда и его окрестностей // Отдел IV: Алфавитный указатель исторических могил… // Весь Петроград на 1917 год, адресная и справочная книга г. Петрограда. — Петроград: Товарищество Алексея Сергеевича Суворина — «Новое время», 1917. — С. 487. — ISBN 5-94030-052-9.
  • Эльяш Н. И. Авдотья Истомина. — Л.: Искусство, 1970. — 192 с. — (Корифеи русской и зарубежной сцены). — 50 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә