Дога Евгений Дмитриевич

молдован совет композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.
(Евгений Дога битенән йүнәлтелде)

Дога Евгений Дмитриевич (молд. Eugen Doga; 1 март 1937 йыл — СССР һәм Молдова композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1987).

Дога Евгений Дмитриевич
рум. Eugen Doga
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Молдова
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Мокра[d][1]
Һөнәр төрө композитор, кинокомпозитор, музыка педагогы
Эш урыны Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d], СССР Кинематографистар союзы[d] һәм Молдавия фәндәр академияһы[d]
Жанр Опера, балет, романс[d], Йыр, кантата[d] һәм инструментальная музыка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт dogamusic.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 55 000 ± 99[2]
 Дога Евгений Дмитриевич Викимилектә

Евгений Дога төрлө жанрлы һәм стилле музыка яҙа. Ул өс балет «Лучафэрул» (Luceafărul), «Венансия», "Королева Марго"ны, «Мөхәббәт диалогтары» операһын, 100-ҙән артыҡ инструменталь һәм хор әҫәрҙәре — симфониялар, алты квартет, «Реквием», тынлы инструменттар өсөн көйҙәр, 13 спектаклгә һәм радиопостановкаға музыка, 200-ҙән артыҡ фильмға, 260-тан артыҡ йыр һәм романс, 70-тән артыҡ вальс авторы. Шулай уҡ балалар өсөн әҫәрҙәр, Мәскәүҙә 1980 йылда үткән Олимпиаданы асыу һәм ябыу церемонияһына, 2014 йылдағы Сочи Олимпиадаһын асыуға бағышланған музыка яҙған[3].

Композитор 70 йәшлек юбилейын үткәргән 2007 йыл Молдавияла «Евгений Дога йылы» тип иғлан ителде[4].

Кишинёв ҡалаһының почётлы гражданины, уның исеме музыка мәктәбенә бирелгән[5].

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгений Дмитриевич Дога 1937 йылдың 1 мартында хәҙерге ваҡытта Днестр буйы Молдавия Республикаһы тип йөрөтөлгән (танылмаған) ерҙең Рыбницкий районында Мокра ауылында тыуған.

Атаһы Икенсе донъя һуғышында һәләк булған. Кескәй генә сағынан үк ауыл оркестрын тыңларға яратҡан, уның өсөн көйҙәр уйлап сығарырға маташҡан.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Кишинёвта 1951—1955 йылдарҙа Ш. Няги исемендәге Музыкаль училищеһында виолончель класында уҡый. Уны, алдан музыкль әҙерлеге бер ҙә булмаған көйө, училищеға уҡырға алғандар.

1960 йылда виолончель класы буйынса (уҡытыусыһы Г. С. Хохлов) Г. Музическу исемендәге Кишинёв консерваторияһын (хәҙер Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт Академияһы) тамамлай, 1965 йылда — Соломон Моисеевич Лобелдә һәм Марк Рувимович Копытманда композиция класында шөғөлләнә[6].

1957—1962 йылдарҙа — Молдаван радиоһы һәм телевидениеһында оркестр артисы булып эшләй. Уҡыу менән параллель рәүештә молдаван композиторҙары һәм ярымпрофессионалдар, шулай уҡ классиктарының: Эдвард Григ, Дмитрий Дмитриевич Шостакович һәм Арам Ильич Хачатуряндың әҫәрҙәрен оркестровкалай. Музыканттың карьераһына һул ҡулының фалижы ҡамасаулай[7].

1957 йылдың 1 ғинуарында «Яңы йыл йыры» (Cântec de anul nou) тигән тәүге әҫәре молдаван радиоһында балалар хоры һәм Шико Бениаминович Аранов етәкселегендәге оркестр тарафынан башҡарыла[8]. Шул уҡ йылдың көҙөндә уның курсташы, буласаҡ опера примадоннаһы Мария Лукьяновна Биешу уның «Баҡсаның аҡ сәскәһе» (Floare dalbă de liadă) йыры менән молдаван телевидениеһында[9] тәүге тапҡыр (дебют) сығыш яһаған. 1963 йылда ул үҙенең ҡыллы инструменттар өсөн тәүге квартетын ижад итә.

Консерватория тамамлағандан һуң ике йыл музыка яҙмай[10], музыка теорияһы менән мауыға, студенттар өсөн дәреслек яҙа һәм баҫтырып сығара[11].

1962—1967 йылдарҙа Ш. Няги исемендәге Музыка училищеһында композиция предметын, ә Е. Коки исемендәге Музыка училищеһында — музыка теорияһын уҡыта. Шул уҡ йылдарҙа «Молдова китабы» (Кишинёв) нәшриәтендә музыкаль редактор булып эшләй. 1976 йылдан КПСС ағзаһы[12].

Композиторлыҡ ижадынан тыш даими рәүештә концерт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһы (Женева) уның музыкалағы юғары ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп, уны 2007 йылда махсус сертификат менән бүләкләне[13].

Ижади эшмәкәрлек йылдарында төрлө жанрҙағы һәм стилдәге музыка яҙа[14]:

  • балеттары — «Лучафэрул» (Михай Эминеску поэмаһы мотивы буйынса, 1983), «Венансия» (Латин Америкаһы илдәре халҡының фольклорына нигеҙләнеп, 1989), «Королева Марго» (1997)
  • концерт операһы «Мөхәббәт диалогтары» (М. Эминеску һәм {{нп5|Вероника Микле (Veronica Micle) тураһында, 1997)[14] * «Яссы карнавалы» музыкаль комедияһы (1969)
  • хор һәм оркестр өсөн — «Әсәй» симфоник поэмаһы (А. Давидтың эстампы мотивтары буйынса, 1965), «Партияға гимн йырлайбыҙ» кантатаһы (П. Дарие һүҙҙәре, 1961), «Дуҫлыҡ хоры» (И. Подоляну һүҙҙәре, 1968), «Молдова, һиңә дан йырлайбыҙ» (Емилиан Нестерович Буков һүҙҙәре, 1968), «Быуат йөрәге» (А. Стрымбану һүҙҙәре, 1969), «Кешелек яҙы» (сл. И. Подоляну, 1970), «Һалдат йөрәге» (С. Гимпу һүҙҙәре, 1975), «Рәсәйгә ода» (Владимир Яковлевич Лазарев һүҙҙәре, 1975), «Молдавияға ода» (А. Кодру һүҙҙәре, 1976), «Молдавия тураһында поэма» (А. Кодру һүҙҙәре, 1976), «Өмөт аҡсарлығы» (чили патриоттарына бағышлана, Эмиль Владимирович Лотяну һүҙҙәре, 1979), «Юғарғы саҡырыу» (Лотяну һүҙҙәре, 1982), «Аҡ йәйғор» (Э. Лотяну һүҙҙәре, 1984), «Ҡояш сәскәләре» (Э. Лотяну һүҙҙәре, 1985), «Кеше тауышы» (Роберт Иванович Рождественский һүҙҙәре), «Бөтөн быуындар тиҫтере» (Р. Рождественский һүҙҙәренә, 1985), «Кишинёвҡа ода» (Г. Водэ һүҙҙәре, 1998)
  • балалар башҡарыуы өсөн кантата — «Аҡ ат», «Лия-чиокырлия», «Хәйерле иртә», «Яҙ килә, килә», «Тыныслыҡ була күрһен» (И. Подоляну һүҙҙәре, 1987), вокал-хореографик сюита «Ҡояшҡа гимн» (Григоре Павлович Виеру һүҙҙәре)
  • балалар өсөн — скрипка өсөн («Скрипунеллы») һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәр («Ҡара рояль өҫтөндәге аҡ дәфтәр», «Ҡышҡы дәфтәр»), песни «Ямғырҡай» (Г. Виеру һүҙҙәре) һәм «Ҡыш бабай» (Адриан Пэунеску һүҙҙәре, 1993) йырҙары
  • оркестр өсөн — симфония (1971), увертюра (1984), кескәй оркестр өсөн увертюра (1961)
  • эстрада оркестры өсөн әҫәрҙәр, шулар рәтендә «Ҡала ритмдары» музыкаль пьесаһы (1970)
  • ҡыллы уйын ҡоралдары өсөн 6 квартет (шуның 1-сеһе — 1963, 2-сеһе — 1973, 3-сөһө — 1983, 4-сеһе — 1993, 5-сеһе — 2004, 6-сыһы — 2010)[15]
  • 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Йәйге Олимпия уйындары асыу һәм ябыу церемонияһы өсөн 1-се һәм 2-се сюиталар
  • 2 скрипка, альт һәм виолончель өсөн квартет (1979)
  • камералы оркестр өсөн 5-се сюита (2004)
  • хорҙар — 10 а capella хоры (Е. Буков һүҙҙәре, 1970), 2 а capella хоры (М. Эминеску һүҙҙәре), «Теләк» (М. Эминеску һүҙҙәре, 1973), capella хоры өсөн поэма «Тирбәлеү» (Г. Виеру һүҙҙәре)
  • ике реквием (1969 — һүҙһеҙ генә, 1994 — Александр Сергеевич Пушкин шиғырҙарына)
  • вальстар (70-тән артыҡ), йырҙар, романстар, молдаван халыҡ көйҙәрен вокал һәм оркестр өсөн эшкәртеү
  • М. Эминеску һәм В. Микле шиғырҙарына 40 романс
  • скрипка, виолончель, флейта, аккордеон, фортепиано өсөн пьесалар
  • — йыр йыйынтығы: «Йыр ҡанаттарында» (1972 й. сығарылған), «Гитара оҙатыуында йырҙар» (1972 й. сығарылған), «Бында минең Тыуған илем» йырҙар циклы (молдаван шағирҙары һүҙҙәренә, 1976), «Эпоха ритмдары» (1976 й. баҫма), «Ҡояшлы көн» йыйынтығы (1978 й. баҫма), Кишинёв тураһында йырҙар йыйынтығы «Ҡала йырлай» (1967)
  • драматик театр спектаклдәре өсөн музыка, шулар араһында «Штефан Раду, беренсеһе һәм һуңғыһы» (1968) һәм А. Бусуйоканың «Һәм ошо күк аҫтында» (1970), И. Подолянуҙың «Ер» (1969) һәм «Дәртле аҙна» (1974), Александри Василеның «Яссы карнавалы» (1969), «Беҙҙең йәшлек ҡоштары» (1972), «Изгеләрҙән изгеһе» (1978), «Табыу» (1983) (барыһы ла Ион Пантелеевич Друцэныҡы), Д. Матковскиҙың «Рәйес»е (1975), «Баҙлауыҡ мажаралары» (1970), «Сихырланған суҡмар» (1974).

Композиторҙың ике вальсы барса замандарҙың 200 иң яҡшы классик әҫәрҙәре рәтенә (топ) индерелде[16].

Уның ижади ҡыҙыҡһыныуына тап килгән шағирҙар рәтенә иң беренсе булып Михай Эминеску, В. Микле, Григоре Павлович Виеру инә. Рус классиктары: рус шиғриәтенең Көмөш быуат шағирҙары, Валерий Яковлевич Брюсов, Константин Дмитриевич Бальмонт, Марина Ивановна Цветаева, Алексей Васильевич Кольцов, Сергей Александрович Есенин, Владимир Яковлевич Лазарев, Андрей Дмитриевич Дементьев һ.б. шиғриәтен яҡын күрә.

Кино өсөн музыка

үҙгәртергә

Дөйөм алғанда Дога 200-ҙән артыҡ фильмға музыка яҙған.

1967 йылдан башлап кинолар өсөн музыка яҙа. 1960 — 1970-се йылдарҙа «Молдова-фильм» киностудияһында төшөрөлгән фильмдарҙың яртыһына тиерлек музыка яҙҙы.

1970 йылда, бала саҡтан башҡарыуҙарын яратып тыңлаған Молдова халыҡ музыканттары тураһындағы «Лаутары» фильмын төшөргән дәүерҙән башлап, кинорежиссёр Э. Лотяну менән ижади хеҙмәттәшлек итә. Фильм халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә бер нисә приз яуланы.

1976 йылда Э. Лотянуның ике йәш һәм ғорур сиғандың мөхәббәтенә бағышланған «Табор күккә олғаша» фильмына музыка яҙа. Был фильм да шулай уҡ бер нисә халыҡ-ара кинофестивалдәр премияһына, шулар араһында Сан-Себастьяндағы халыҡ-ара «Алтын ҡабырсаҡ» кинофестивале премияһына (Испания, 1977) лайыҡ булды.

1983 йылда Е. Дога Э. Лотянуның легендар балерина хаҡындағы «Анна Павлова» фильмына музыка яҙҙы. Был уның кинола балет музыкаһына тәүләп мөрәжәғәт итеүе булған.

Композитор Евгений Дога Молдова-фильм, Мосфильм, Довженко исемендәге киностудия, Әзербайжанфильм, Беларусьфильм, Укртелефильм, Үҙәк ТВ-һы, Ленфильм, Одесса киностудияһы, «Экран» ижади берекмәһе (ТО «Экран»), СССР Дәүләт телерадиоһы Үҙәк телевидениеһы кино- һәм телестудиялары һ. б. менән эшләне.

Режиссёрҙар: Самсон Иосифович Самсонов, Георгий Григорьевич Натансон, Александр Андреевич Панкратов, Александр Игоревич Муратов, Александр Владимирович Сурин, Анатолий Николаевич Прошкин, Виктор Тимофеевич Туров, Вадим Клавдиевич Дербенёв, Вячеслав Сигизмундович Криштофович, Вагиф Бехбуд оглы Мустафаев, Станислав Сергеевич Говорухин һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.

«Минең һөйкөмлө һәм яғымлы кейегем» кинофильмынан вальс

үҙгәртергә
 
«Минең һөйкөмлө һәм яғымлы йәнлегем» кинофильмында яңғыраған Е. Дога ижад иткән вальсҡа бағышланған Молдова почта маркаһы, 2015 й.

А.П. Чеховтың «Һунарҙағы драма» повесы буйынса 1978 йылда ҡуйылған  » «Минең һөйкөмлө һәм яғымлы кейегем» мелодрамаһында яңғыраған романтик вальс бөтөн донъяла билдәлелек алды. Үҙенең иң популяр был әҫәрен композитор, Мәскәү янындағы (Ленин районы) Валуево усадбаһының кино төшөрөү майҙансығында, импровизациялап, бер йәйге төн эсендә ижад иткән. Быны ишеткән һәм тәүге булып был көйгә бейеү башҡарған төп ролде уйнаған Галина Викторовна Беляева, кино төшөрөү майҙансығындағы бөтөн кеше кеүек үк, уны боронғо, бөгөн ишетелмәгән классик көй яңғырай икән, тип ҡабул иткән һәм уның яңы ғына ижад ителгәнен белгәс, хайран ҡалған[17][18]. Вальс, фильмда тәүләп яңғырағандан һуң, йыраҡтарға осто: шунан бирле күп кенә яңы өйләнешкән парҙар үҙҙәренең тәүге туй бейеүе өсөн һайлайҙар, әҫәр радио һәм телевидениела йыш яңғырай. "Был данды мин дә тойҙом: «Минең һөйкөмлө һәм яғымлы кейегем» фильмындағы музыка яҙылған пластинкалар һатылған Садовый ҡулсаһында урынлашҡан музыка магазины янындағы оҙон сират ҡойроғо ошо турала һөйләй ине»[19] – тип хәтерләй композитор. Вальс масштаблы шоу-тамашаларҙа бер генә түгел, бер нисә тапҡыр файҙаланылды: ул Мәскәүҙә ойошторолған 1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындарын асҡанда, 2000 спортсы ҡатнашҡан ике композицияла яңғыраны [20], 34 йыл үткәс, был вальс көйөнә Сочиҙа уҙғарылған 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу церемонияһында Наташа Ростованың тәүге балы сәхнәһе күрһәтелде[21]. 1988 йылда, Мәскәүгә рәсми визитын яһағанда, АҠШ президенты һәм элекке йылдарҙың билдәле актёры Рональд Рейган Дога әҫәрен «быуат вальсы» тип атаны. Күп ун йыллыҡтар дауамында был мелодияны тик профессионалдар ғына түгел, урам музыканттары ла башҡара (көн һайын ул үткәүелдәрҙә, метро станцияларында һәм урамдарҙа һәүәҫкәр музыканттар башҡарыуындпа яңғырай), паркетта булһынмы, боҙҙа булһынмы, был көйҙө хореографтар һәм спортсылар, балет һәм бейеү номерҙарын башҡарғанда, йыш файҙалана[22][23][24]. Әҫәрҙе донъяға иң ныҡ билдәле киновальс тип атайҙар[25][26].

Концерт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1972 йылдан башлап, Евгений Дога элекке СССР-ҙың күп ҡалаларында, шулай уҡ Польшала, Чехияла, Болгарияла, Ҡытайҙа, Никарагуала, Кубала, Таиландта, Румынияла, Сербияла, Швейцарияла, Португалияла, Аргентинала концерттар ойошторған һәм ижади кисәләрҙә сығыш яһаған.

Уның музыкаһын күп коллективтар, шулар араһында Молдова радиоһы һәм телевидение Хоры, Рәсәй кинематографияһы дәүләт симфоник оркестры, «Дойна» академик хор капеллаһы, Дж. Энеску Бухарест филармонияһы оркестры, «Миҙгелдәр» Мәскәү камера оркестры, С. Лункевич исемендәге Модаван филармонияһы оркестры, Мәскәүҙәге «Рус филармонияһы» симфоник оркестры, «Телерадио-Молдова» йәмәғәтселек компанияһының милли симфоник оркестры, Санкт-Петербург дәүләт симфоник оркестры (Ленинград дәүләт концерт оркестры, Молдова Республикаһының президент оркестры, «Лия Чокарлия» балалар хоры, Бөтә союз радиоһы һәм Үҙәк телевидениеһы Ҙур балалар хоры (СССР Дәүләт телерадиоһының Ҙур балалар хоры), Румын милли опера оркестры (Яссы)[27].

Евгений Доганың концерттары иң ҙур концерт залдарында үткән: Кишинёвтағы «National һарайы, Дәүләт Кремль һарайы, Санкт-Петербургтағы Октябрьский концерт залы («Октябрьский» залы), Киевтағы «Украина» сәнғәте милли һарайы, Мәскәүҙәге Союздар йорто Колонна залы, Мәскәү консерваторияһының Ҙур залы, П. И. Чайковский исемендәге концерт залы, Бухарестағы Ateneul Roman һәм бик күп ерҙәрҙә.

Композитор бергә эшләгән дирижёрҙар — А. Бадхен, Юрий Васильевич Силантьев, Сергей Иванович Скрипка, И. Прунер, К. Флоря, Георгий Мустя, Александр Григорьевич Самуилэ, В. Булахов, Д. Корчумару һ.б.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Евгений Дога Молдавия ССР-ы (1966) һәм СССР композиторҙар союзы (1974) ағзаһы. Молдавия ССР-ы кинематографистар союзы (1968) һәм СССР кинематографистар союзы ағзаһы (1975).

1967—1972 йылдарҙа — Молдавия мәҙәниәт министрлығының репертуар-редакцион коллегия ағзаһы .

1987—1991 йылдарҙа — Ленин премияһы һәм СССР Министрҙар Советында СССР-ҙың Дәүләт премиялары буйынса Комитет ағзаһы.

Молдавия парламенты (Молдавия ССР-ы Юғары Советы)ның 9—11 саҡырылыштары депутаты. СССР халыҡ депутаты (1989—1991).

Молдавия фәндәр академияһының действителный ағзаһы (1992).

2001 йылдан — Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең һәләтле балалары» хәрәкәте жюрийының даими рәйесе. 2010 йылда — «Еңеү – быуындар сафында» һәм ғаилә театрҙары фестивалдәре жюрийҙары рәйесе. 1997 йылдан 2002 йылға саҡлы үҙе йәшәгән өйҙә мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгән — ансамбль «Крылатский козявкалары» (*козявка-ваҡ бөжәк) ансамбе.

Композитор бөтөн ижади эшмәкәрлеге дауамында мәҙәни-ағартыу һәм хәйриә концерттары ойоштора.

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күп төрлө музыка һәм кинематография фестивалдәре жюрийында даими ҡатнаша: : «Ут рухы» фестивале (Ханты-Мансийск, Россия), Кремль кадет балы (Мәскәү), «Бригантина» халыҡ-ара кинофестивале (Бердянск, Украина), Яссы ҡалаһындағы Халыҡ-ара мәғариф фестивале (Festivalului Internaţional al Educaţiei), «Алтын бәһлеүән» халыҡ-ара кинофестивале, Бөтә Рәсәй «Рус балалар балы — китап геройҙары маскарады» хәйриә фестивале, Ветерандарҙың “Барыбыҙға бер Еңеү» нәфис ижады фестивале, «Рәсәй менән күрешеү» фестивале, «Рус әкиәте» федераль әҙәбиәт фестивале һ.б.

  • Атаһы — Дмитрий Фёдорович Дога (1906 й. тыуған).
  • Әсәһе — Елизавета Никифоровна Дога (1915 йылда тыуған).
  • Ҡатыны — Наталья Павловна Дога (1939 йылда тыуған), инженер, Мәскәү технологик иститутын тамамлаған.
  • Ҡыҙы — Виорика Евгеньевна Дога (1966 йылда тыуған), телевидение режиссёры.
  • Ейәне — Доминик Дога (2001 йылда тыуған).

Хәҙерге ваҡытта

үҙгәртергә
 
Евгений Дога Венала, 2015 йылдың декабре

Хәҙерге ваҡытта Евгений Дога ғаиләһе менән Кишинёвта йәшәй. Яңы музыка яҙыуын, концерт һәм автор осрашыуҙары ойоштороуын дауам итә, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша.

2012 йылда Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында юбилей концерттары[28], Бухарестың Ateneul Roman концерт залында, Кишинёвтағы Милли һарайҙа, 2013 йылда — Ҡаҙағстанда, 2014 йылда — Томскиҙа, Ставрополдә, Яссыла, Бухареста Titan сәнғәт паркында һ.б. урындарҙа концерттары уҙған.

2014 йылда Румыния академияһының мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын бүләкләү тантанаһында Ateneum Roman залында, Вольфганг Амадей Моцарт, Джордже Энеску, Иоһанн Штраус (улы), Александр Порфирьевич Бородин әҫәрҙәре менән бер рәттән , уның «Граммофон» вальсы ла яңғыраған[29][30].

Йәмәғәтселек эшмәкәрлеген дә дауам итә. 2012 йылда Халыҡ-ара «Доминанта» Фондын ойоштора[31]. 2014 йылда Кишинёвта «Eugen Doga» тип аталған музыка салоны аса[32], бында, композитор әйтеүенсә, рухи яҡтан яҡын кешеләр, музыканттар, сәйәсмәндәр, рәссамдар, эшлекле кешеләр, өсөн музыкаль кисәләр уҙғарыла. Кишинёвта уның исеме менән музыкаль мәктәп һәм урам аталған.[33]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Молдавия ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974)
  • Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1984)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1987)
  • СССР Дәүләт премияһы (1984) — «Лучафэрул» балеты музыкаһы һәм кино музыкаһы өсөн
  • Молдавия ССР-ы Дәүләт премияһы (1980)
  • Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге премияһы (1973)
  • Молдова Республикаһының Дәүләт премияһы (2008)
  • Молдавия Республикаһы ордены (1997)
  • IV дәрәжәле «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008) — музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[34]
  • «Хеҙмәттәшлек» ордены (СНГ (БДБ) Парламент-ара ассамблея, 2007)[35]
  • «Тоғро хеҙмәт өсөн» ордены гранд офицеры (Румыния, 2014)[36]
  • «Дан Рубин Тәреһе» орден знагы (билдәһе) («Милли байлыҡ» Хәйриә Фонды, Рәсәй, 2007)[37]
  • «Быуат меценаты» ордены (2003)
  • Изге Николай II ордены
  • «Рәсәй ғорурлығы» ордены
  • «Ватан файҙаһына тырышҡан өсөн» ордены (2004)
  • «Сәнғәткә хеҙмәт итеү» ордены
  • «Намыҫ, ғәйрәт, ижад, шәфҡәтлек өсөн» ордены
  • Бөйөк Пётр ордены (2006)
  • С. Вавилов миҙалы (1998)[15]
  • Михаил Ломоносов миҙалы (2005)
  • В. Розов миҙалы (Рәсәй, 2004)[38]
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (Рәсәй, 2009)
  • «Кеше -2000» алтын миҙалы (АҠШ)
  • «Михай Эминеску» почётлы дипломы (Михай Эминеску исемендәге фонд һәм «Бөтә румындарҙы мәҙәни берләштереү лигаһы», Бухарест, 2000)
  • Брно ҡалаһында үткән музыкаль фильмдарҙың халыҡ-ара фестивале Гран-прийы (Чехословакия, 1991) — киномузыка өлкәһендә айырым ҡаҙаныштары өсөн
  • «Алтын Бәһлеүән» - славян һәм православие динлеләрҙең Халыҡ-ара кинофестивале призы (1993) — «Ҡара ҡауҙы» фильмына музыка өсөн
  • Ялта ҡалаһында үткән I Халыҡ-ара кинофестивалендә «Сағыштырғыһыҙ» фильмына иң яҡшы музыка өсөн приз (1997)
  • «Овация» премиялары (2002, 2008)[39][40]
  • «Тыуған ил хазинаһы» премияһы («Родина» журналы, 2004)
  • «Мээрим» халыҡ-ара хәйриә фонды премияһы (Ҡырғыҙстан, 2005)
  • «Ватан маяҡтары» Бөтә Рәсәй премияһы (2007)[41]
  • Композиторҙар союзының халыҡ-ара CALLATUIS премияһы (Румыния, 2009) — музыка үҫешенә индергән өлөшө өсөн
  • «Алтын бөркөт» кино премияһы (2010) — «Миләшле вальс» фильмына музыка өсөн
  • «Алтын Бәһлеүән» - славян һәм православие динлеләрҙең Халыҡ-ара ХХ Кинофестивале (МКФ) призы (Курск, 2011) — за музыку к фильму «Миләшле вальс» фильмына музыка өсөн[42]
  • «Тыуған ил хазинаһы» премияһы («Родина» журналы, 2004)
  • «Алтын йөрәктәр» - Мәрхәмәтлек өсөн Беренсе Милли премия (Рәсәй, 2014)[43]
  • Халыҡ-ара «Мастер Класс» сәнғәт фестиваленең Оҫта Башлығы (Шапочка Мастера) (2004)[44][45]
  • Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһының махсус сертификаты (Женева, 2007) — музыкала юғары ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп[13]
  • 2007 йылды, композитор үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән йылды, Молдовала Евгений Дога Йылы тип иғлан иттеләр
  • «Почётлы доктор» («Почётный доктор», «Doctor honoris causa») (Молдавия Фәндәр Академияһы, 2000)
  • «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы
  • К.В.Россинский исемендәге Краснодар халыҡ-ара хоҡуҡ, иҡтисад, гуманитар фәндәр һәм идара итеү институтының почётлы профессоры
  • Халыҡ-ара Меценатлыҡ Академияһы академигы (Рәсәй)
  • Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт Академияһы почётлы академигы (Рәсәй)
  • Петр фән һәм сәнғәт академияһы академигы (Рәсәй)
  • Кишинёв ҡалаһының почётлы гражданины (2007).

Ҡырым астрофизика обсерваторияһы астрономы Людмила Васильевна Журавлёва 1987 йылдың 22 октябрендә асҡан астероидты (кескәй планета) Евгений Дога исеме менән атаған: (10504) Дога [46].

Билдәле йырҙары

үҙгәртергә
  • «Минең аҡ ҡалам» (Георгий Дмитриевич Водэ һүҙ.) — София Михайловна Ротару башҡара
  • «Ямғыр тауышы минең төшөмә керҙе» (Владимир Яковлевич Лазарев һүҙ.) — Надежда Алексеевна Чепрага һәм В. Коннов башҡара
  • «Миңә йәйҙе кире ҡайтар» (Р. Казакова һүҙ.) (халыҡ һүҙҙәре) — Н. Чепрага башҡара
  • «Һинең күҙҙәреңә ышанам» (И. Подоляну һүҙ.) — С. Ротару башҡара«
  • «Яҙ-мөхәббәт тиҫтере» (Илья Рахмиэлевич Резник һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Нептун йыры» (Михаил Исаевич Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
  • «Ҡояшлы көн» (В. Лазарев һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Егеттәр етешмәй» (Феликс Иванович Чуев һүҙ.) — М. Кодряну башҡара
  • «Мария, Мирабела» (Г. Виеруһүҙ. , Валентин Дмитриевич Берестов һәм Евгений Данилович Агранович тәрж.) — Леонид Фёдорович Серебренников, Н. Чепрага башҡара
  • «Амор» (Г. Виеру һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Строевой йыр» (Ф. Чуев һүҙ.) — Мария Петровна Кодряну башҡара
  • «Днестр — ғорурлығым минең» (Г. Водэ һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Барыһы ла мөхәббәттән башлана» (Андрей Дмитриевич Дементьев һүҙ. — Павел Евгеньевич Смеян башҡара
  • «Беҙҙең урам күгәрсендәре» (Э. Лотянуһүҙ.) — М. Ивануш башҡара
  • «Кеше тауышы» (Роберт Иванович Рождественский һүҙ.) — Н.А. Чепрага башҡара
  • «Мөхәббәт ябай ғына башлана» (М. Танич һүҙ.) — Лариса Александровна Долина башҡара
  • «Һағыш — һәр саҡ һағыш» (П. Крученюк һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Таңда ер ҡалай матур» (В. Лазарев һүҙ.) — Иосиф Давыдович Кобзон башҡара
  • «Йөҙөргә, йөҙөргә» (Николай Михайлович Рубцов һүҙ.) — Л. Серебренников башҡара
  • «Кешеләр, бәхетле булығыҙ!» (А. Дементьев һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Мин уйланым да юраным» (Ф. Чуев һүҙ.) — И. Баженова, М. Кодряну башҡара
  • «Киноның һуңғы сеансында» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
  • «Раданың йыры» (В. Захарие һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Күк йондоҙҙар яҡтылығы» (Лев Иванович Ошанин һүҙ.) — М. Кодряну һәм Ион Андреевич Суручану башҡара
  • «Нанэ цоха» (В. Василаки һүҙ.) — Н. Чепрага
  • «Беҙҙе сиркәүҙә никахламанылар» (А. Никифоров һүҙ.) — А. Литвиненко башҡара
  • «Мәскәү менән күрешеү» (М. Лаписов һүҙ.) — Н. Чепрага һәм Л. Серебренников башҡара
  • «Сейә» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
  • «Гитара ҡылдары» (Яков Аркадьевич Халецкий һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Алыҫ алыҫтарҙа» (В. Лазарев һүҙ.) — Алла Борисовна Пугачёва башҡара
  • «Күңелле туй» (Н. Чепрага һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Бейеү майҙансығы» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
  • «Осрашҡанға саҡлы» (Г. Виеру һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
  • «Ер тәьҫире» (Леонид Николаевич Мартынов һүҙ.) — Л. Серебренников башҡара
  • «Таня Савичева хаҡында йыр» (Виктор Борисович Гин һүҙ.) — Э. Пьеха башҡара
  • «Көҙгө көнкәйҙәр» (Михаил Львович Матусовский һүҙ.)
  • «Молдова Кодры тауы» (Г. Водэ һүҙ., В. Лазарев тәрж.) — С. Ротару, Н. Чепрага башҡара
  • «Сәскәләр диңгеҙе» (А. Чокану һүҙ.)
  • «Кодрий мей фрумошь» («Минең гүзәл Кодры») (П. Крученюк һүҙ.)
  • «Мин һәм һин» (Л. Ошанин һүҙ.)
  • «Панчавэ»
  • «Кәкүккәй»
  • «Хуш еҫле гөлләмә кеүек» һ.б.[14].

Инструменталь кинохиттар

үҙгәртергә
  • «Сонет для клавесина с оркестром» (к/ф «Мерседес» уходит от погони»)
  • «Парафраз на тему романса Алябьева „Соловей“» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Я жду тебя» (к/ф «Портрет жены художника»)
  • «Здравствуй, утро» (к/ф «Танцплощадка»)
  • «На катере» (к/ф «Дом для Серафима»)
  • «Сирень» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Прощание» (к/ф «Господа артисты»)
  • «Девушки идут на работу» (к/ф «Одиноким предоставляется общежитие»)
  • «Отъезд Урбенина (Вальс)» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
  • «Моя золотая» (к/ф «Танцплощадка»)
  • «Египетский танец» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Рондо» (к/ф «Королева Марго»)
  • «Катя» (к/ф «Восьмое чудо света»)
  • «Берёзовая аллея» (к/ф «Гонки по вертикали»)
  • «Открытые окна» (к/ф «Гонки по вертикали»)
  • «Прощание» (к/ф «Господа артисты»)
  • «Берёзовая аллея» (к/ф «Гонки по вертикали»)
  • «Открытые окна» (к/ф «Гонки по вертикали»)
  • «Пригласи меня» (к/ф «Танцплощадка»)
  • «Девушки идут на работу» (к/ф «Одиноким предоставляется общежитие»)
  • «Отъезд Урбенина (Вальс)» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
  • «Моя золотая» (к/ф «Танцплощадка»)
  • «Египетский танец» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Рондо» (к/ф «Королева Марго»)
  • «Катя» (к/ф «Восьмое чудо»)
  • «Граммофон» (к/ф «Без улик»)
  • «Детство» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Кафе» (к/ф «Казино»)
  • «Хмурый закат» (к/ф «Столкновение»)
  • «Дорога» (к/ф «Табор уходит в небо»)
  • «Яблоко» (к/ф «Табор уходит в небо»)
  • «Расстрелянные розы» (к/ф «По Муромской дороге»)
  • «Прогулка» (к/ф «Звёзды на море»)
  • «Война в Европе» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Ручейки» (к/ф «Весенняя олимпиада»)
  • «Дорога домой» (к/ф «Маэстро с ниточкой»)
  • «Прощание-2» (к/ф «Господа артисты»)
  • «Вальс» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
  • «По аллее» (к/ф «Портрет жены художника»)
  • «Дилижанс» (к/ф «Чёрная вуаль»)
  • «Поляна» (к/ф «Мой ласковый и нежный зверь»)
  • «Танец Шуры» (к/ф «Танцплощадка»)
  • «У моря» (к/ф «Несравненная»)
  • «Я иду к тебе» (к/ф «Восьмое чудо света»)
  • «Увертюра» (к/ф «Одиноким предоставляется общежитие»)
  • «На поляне» (к/ф «Маэстро с ниточкой»)
  • «Парижский каскад» (к/ф «Анна Павлова»)
  • «Сонет» (к/ф «Зеленая волна», 1973)

Композиторҙың фильмографияһы

үҙгәртергә
  1. 1968 — Нужен привратник
  2. 1968 — Коза и трое козлят (анимационный)
  3. 1969 — Десять зим за одно лето
  4. 1969 — Один перед любовью
  5. 1969 — Свадьба во дворце
  6. 1969 — Кошелек с двумя денежками (анимационный)
  7. 1970 — Взрыв замедленного действия
  8. 1970 — Вино долгой жизни
  9. 1970 — Крутизна
  10. 1970 — Трынта
  11. 1971 — Красная метель
  12. 1971 — Лаутары (фильм) (совм. с Исидор Моисеевичем Бурдиным)
  13. 1971 — Лето рядового Дедова
  14. 1971 — Время Ч
  15. 1971 — Cişinău,Chişinău (документальный)[47]
  16. 1972 — Красно солнышко
  17. 1972 — Весенние созвучия
  18. 1973 — Советская Молдавия (документальный)
  19. 1973 — Днестровские мелодии — эпизод
  20. 1973 — Дом для Серафима
  21. 1973 — Зарубки на память
  22. 1973 — Зеленая волна (короткометражный)
  23. 1973 — Хвастунишка Петрикэ (анимационный)
  24. 1974 — Гнев (фильм, 1974)
  25. 1974 — Долгота дня
  26. 1974 — Обновлённая земля (документальный)
  27. 1974 — Секрет ЛСУ (анимационный)
  28. 1974 — Птицы нашей молодости (фильм-спектакль)
  29. 1975 — Парта Гугуцэ (анимационный)
  30. 1975 — Мария (фильм) (телефильм)
  31. 1975 — Конец света
  32. 1975 — Москва-Владивосток
  33. 1975 — Спасибо, Тулица (военфильм)
  34. 1976 — Не верь крику ночной птицы
  35. 1976 — Случай на фестивале
  36. 1976 — Стажёр (фильм, 1976)
  37. 1976 — Табор уходит в небо (совм. с Исидором Моисеевичем Бурдиным и Валерием Александровичем Зубковым)
  38. 1975 — Гугуцэ-почтальон (анимационный)
  39. 1977 — Корень жизни
  40. 1977 — Кто - кого
  41. 1977 — Сказание о храбром витязе Фэт-Фрумосе
  42. 1978 — Яблоко раздора
  43. 1978 — Мой ласковый и нежный зверь
  44. 1978 — Человек и время
  45. 1978 — По совести
  46. 1978 — Телега
  47. 1978 — Сказка как сказка
  48. 1979 — Весенняя Олимпиада, или Начальник хора
  49. 1979 — Этот фантастический мир Выпуск 1 (фильм-спектакль)
  50. 1979 — Этот фантастический мир Выпуск 2 (фильм-спектакль)
  51. 1979 — Здесь, на моей земле
  52. 1979 — И придет день...
  53. 1979 — Я хочу петь
  54. 1980 — Этот фантастический мир Выпуск 3 (фильм-спектакль)
  55. 1980 — Этот фантастический мир Выпуск 4(фильм-спектакль)
  56. 1980 — «Мерседес» уходит от погони
  57. 1981 — Восьмое чудо света (фильм, 1981)
  58. 1981 — Этот фантастический мир Выпуск 5 (фильм-спектакль)
  59. 1981 — Этот фантастический мир Выпуск 6 (фильм-спектакль)
  60. 1981 — Мария, Мирабела (анимационный)
  61. 1981 — Портрет жены художника
  62. 1981 — Андриеш (фильм) (анимационный)
  63. 1981 — Дети, солнышко и снег (анимационный)
  64. 1982 — Гонки по вертикали
  65. 1982 — Этот фантастический мир Выпуск 7 (фильм-спектакль)
  66. 1982 — Остановите поезд! (анимационный)
  67. 1982 — Про белую розу, которая умела краснеть (анимационный)
  68. 1983 — Анна Павлова (фильм)
  69. 1983 — Найди на счастье подкову
  70. 1983 — Серебряный возраст
  71. 1983 — Одиноким предоставляется общежитие
  72. 1984 — Зачем человеку крылья
  73. 1984 — Если можешь, прости (фильм)
  74. 1984 — Этот фантастический мир Выпуск 9 (фильм-спектакль)
  75. 1984 — Хроника одного лета
  76. 1984 — Как стать знаменитым
  77. 1984 — Столкновение (фильм)
  78. 1984 — Третий в пятом ряду
  79. 1984 — Что у Сеньки было
  80. 1985 — Валентин и Валентина
  81. 1985 — Далёкий голос кукушки
  82. 1985 — Дикий ветер (фильм)
  83. 1985 — Осенние утренники
  84. 1985 — Танцплощадка (фильм)
  85. 1985 — С юбилеем подождём
  86. 1986 — Белая лошадь - горе не моё (фильм-спектакль)
  87. 1986 — Затянувшийся экзамен
  88. 1986 — Лучафэрул (фильм)
  89. 1986 — Дань (фильм)
  90. 1986 — Bujorel. Легенда о пионе (анимационный)
  91. 1987 — Возвращение (фильм, 1987)
  92. 1987 — Причалы (фильм)
  93. 1988 — Брат, найди брата!
  94. 1988 — Дикарь (фильм, 1988)
  95. 1988 — Умение кидать мяч (видеофильм)
  96. 1988 — Борьба с тенью
  97. 1988 — Этот фантастический мир Выпуск 14 (фильм-спектакль)
  98. 1988 — Коршуны добычей не делятся
  99. 1989 — Мария, Мирабела в Транзистории
  100. 1989 — Стук в дверь
  101. 1989 — Неприкаянный
  102. 1989 — Святая святых (фильм-спектакль)
  103. 1990 — Захочу — полюблю
  104. 1990 — Взбесившийся автобус
  105. 1990 — Внимание, ведьмы!
  106. 1991 — Маэстро с ниточкой
  107. 1991 — 1000 долларов в одну сторону
  108. 1991 — Виновата ли я (фильм)
  109. 1991 — Исчадье ада
  110. 1991 — Путана
  111. 1991 — Седая легенда (фильм)
  112. 1992 — Без улик (фильм, 1992)
  113. 1992 — Господа артисты
  114. 1992 — Звёзды на море
  115. 1992 — Зверь, выходящий из моря
  116. 1992 — Убийство в Саншайн-Менор
  117. 1992 — Казино (фильм, 1992)
  118. 1992 — Кооператив «Политбюро», или Будет долгим прощание
  119. 1993 — Несравненная (фильм)
  120. 1993 — На Муромской дорожке
  121. 1993 — Рядовой случай
  122. 1993 — Сделай мне больно
  123. 1993 — Чёрный аист (фильм)
  124. 1994 — Джамиля (фильм, 1994)
  125. 1994 — Бульварный роман
  126. 1995 — Грешные апостолы любви
  127. 1995 — Чёрная вуаль (фильм)
  128. 1995 — Абрахам (фильм) (анимационный)
  129. 1996 — Королева Марго (телесериал)
  130. 1996 — Милый друг давно забытых лет
  131. 1997 — На заре туманной юности (фильм, 1997)
  132. 1998 — Кольца всевластия (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
  133. 1999 — Опять надо жить
  134. 2001 — Курортный роман
  135. 2001 — Прокрустово ложе
  136. 2002 — Там, где восток
  137. 2003 — Благословите женщину
  138. 2003 — Чёрная метка (фильм, 2003)
  139. 2004 — Весьегонская волчица (фильм)
  140. 2004 — На углу у Патриарших-4
  141. 2004 — Начало пути
  142. 2004 — Не все кошки серы
  143. 2004 — Рокировка
  144. 2004 — Я тебя люблю
  145. 2005 — Косвенные улики
  146. 2005 — Плата за любовь
  147. 2006 — Дом-фантом в приданое
  148. 2006 — Кромъ
  149. 2006 — Первое правило королевы
  150. 2006 — Седьмое небо
  151. 2006 — Проверка (фильм)
  152. 2006 — Соблазн
  153. 2007 — Артистка (фильм)
  154. 2007 — Каникулы любви
  155. 2007 — Тормозной путь
  156. 2008 — Ой, мамочки...
  157. 2008 — Поллианна (фильм, 2008)
  158. 2009 — Оправдание Гоголя (документальный)
  159. 2009 — Румынский Стате (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
  160. 2009 — Кромовъ
  161. 2009 — Рябиновый вальс
  162. 2010 — Отдых в Ницце (телефильм) (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
  163. 2010 — Золотая рыбка в городе N
  164. 2010 — Выпускной на минном поле[48]
  165. 2010 — Наследственность (фильм) (совм. с Л. Мустатой и R. Mada)

Фильмдарҙа ҡатнашыу

үҙгәртергә
  1. 1997 — Воспоминание (документальный)
  2. 2007 — Эмиль Лотяну
  3. 2007 — Как уходили кумиры (документальный)
  4. 2008 — Мой ласковый и нежный зверь. Эмиль Лотяну (документальный)

Евгений Дога тураһында китаптар һәм фильмдар

үҙгәртергә

Китаптар

  • «Евгений Дога» — Ефим Маркович Ткач. Кишинев, 1980 (на молд. яз. кирилица)
  • «В созвездии таланта» Е. Ткач. (о композиторе Е. Доге; там же, 1979, № 4)
  • «Мир звуков Евгения Доги» Е. Ткач. (Aurora, СРР, 1979, № 15)
  • «В зеркале мгновений». Е. Шатохина. Издательство «Тимпул» (1989, рус.)[49]
  • Eugen Doga: Compozitor, academician /Acad. de Şt. a Moldovei; coord. : GheorgheDuca. — Ch. : Î.E.P. «Ştiinţa». — (Col."Academica").Vol. 3. — 2007. (румын.)
  • «Евгений Дога — знакомый и неизвестный». Евгений Самойлович Клетинич. Издат.объед. Композитор, 1999. — 227 с.
  • «În do major / Eugen Doga»; Лариса Туря, Tipografia Centrală. graf.: V. Cutureanu, D. Mazepa. — Ch.: [s.n.], 2007. — 63 p.)румын.)
  • «Немузыкальные россыпи, или Вихревая спираль времени». В настоящей книге собраны автобиографические заметки Е. Д. Доги, его эссе, интервью, переписка с поклонниками, друзьями, близкими и родными. Издательство: Любимая Россия, 2008 г.
  • «Meditaţie pe portativ», Victor Crăciun, Eugen Doga, Ducureşti. (румын.)
  • «Eugen DOGA: Muzica este prima şi ultima mea iubire» Luminiţa Duimbrăveanu, (editura Prut Internaţional, 296 pagini, Chişinău). 7 mai 2013. (румын.)[50]

Фильмдар

  • Евгений Дога. Эмиль Лотяну.
  • Поэты Европы. Юрий Вондрак, 2000.[51]
  • Петербургские каникулы. 2007.[52]
  • Eterna. Teleradio Moldova. 2010 год. (Румынский язык).[53]
  • Белый город. ГТРК «МИР». 2010 г.[54]
  • Партитура моей жизни. Partitura vieţii: Eugen Doga la 75 de ani. 2012.(румын.)[55]
  • Filmul «Eugen Doga». Studioul «Flacăra Film», Luminiţa Dumbrăveanumai, 2013.(румын.)[56] (Фильм получил главный приз на Международном фестивале «HERCULES.ro». UNIMEDIA[57]. 28 июля 2014)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. выгрузка данных FreebaseGoogle.
  2. Интерфейс программирования приложения YouTube
  3. [http://www.1tv.ru/news/culture/200272 Композитор Евгений Дога бөтөн халыҡ яратып ҡабул иткән әҫәрҙәр ижад иткән. Первый канал. 1.03.2012, 75-летие Е. Доги
  4. Композитор Евгений Дога празднует 70-летний юбилей. 01.03.2007 // Росбалт, Главные новости
  5. Почетный гражданин Кишинева. 2014 йыл 19 август архивланған. Экономическое обозрение. № 7 (695) 23 февраля 2007
  6. Евгений Дога
  7. «Семью надо изначально строить по своему разумению, беречь друг друга, любить…» 2014 йыл 14 август архивланған.. Камертон. издание Фонда «Русское единство». Москва, № 58 — Август 2014
  8. «Именно в оркестре Шико Аранова прозвучали первые произведения начинающего композитора Евгения Доги». Аранов, Шико Бениаминович — Джаз-оркестр Шико Аранова «Букурия»
  9. Евгений Дога назвал Марию Биешу великой артисткой с уникальным голосом. 2014 йыл 11 сентябрь архивланған. Канал Россия. Культура.
  10. Творческий портфель композитора " Евгений Дога "
  11. Teoria elementară a muzicii: man. pentru şc. de muz. / Eugen Doga, Loghin Ţurcanu. — Ch.: Lumina, 1991. — 464 p
  12. ДОГА Еужениу (Евгений Дмитриевич) Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.- М.: Сов. энциклопедия, 1987.- 640 с., 96 л. ил.
  13. 13,0 13,1 Certificate Wipo Creativity avard 2014 йыл 19 август архивланған.
  14. 14,0 14,1 14,2 Каталог произведений " Евгений Дога "
  15. 15,0 15,1 Центральная Научная Библиотека "А. Лупан" 2015 йыл 12 февраль архивланған.
  16. Top 200 Classical Music Pieces. This is a complete list of the 200 best classical music pieces ever composed, from Beethoven’s 5.th Symphony to Chopin’s Waltz Op.64. 83. Eugen Doga, Gramofon. 94. Eugen Doga, My Sweet and Tender Beast. History Rundown.
  17. Евгений Дога принимает поздравления. Запись с эфира телеканала «Культура», 1.03.2007
  18. Мой ласковый и нежный зверь 2014 йыл 3 декабрь архивланған.. КиноПоиск
  19. Бульвар Гордона. 2014 йыл 14 август архивланған. 1.11.2011
  20. Ҡалып:Cite video1-46-50
  21. Ҡалып:Cite video1-46-50
  22. Ҡалып:Cite video
  23. Ҡалып:Cite video
  24. Ҡалып:Cite video
  25. Автор самого известного киновальса принимает поздравления. Сегодня Евгению Доге исполняется 75 лет. НТВ. 1.03.2012
  26. Ҡалып:Cite video
  27. În premieră la Iași — Gala extraordinară — Eugen Doga 2014 йыл 28 сентябрь архивланған.. 25.06.2014
  28. В Большом зале московской консерватории прошел авторский вечер Евгения Доги 2014 йыл 14 август архивланған.. Мир 24. 19.05.2012
  29. Gala Premiilor Marii Loji Naţionale din România 2014 йыл 14 август архивланған.. 1-08-26 — Eugen Doga, «Gramofon»
  30. Gala Premiilor Marii Loji, Editia a IV-a. Concert extraordinar la Ateneul Roman Программа концерта.
  31. Фонд «Доминанта» 2014 йыл 12 сентябрь архивланған.
  32. Евгений Дога реализовал давнюю мечту о создании творческой мастерской. 2014 йыл 14 август архивланған. Publica.md. 18.01.2014
  33. Появились таблички с новыми названиями улиц Кишинева. Дата обращения: 6 август 2016.
  34. Указ Президента Российской Федерации от 10.01.2008 № 27 2013 йыл 10 май архивланған.
  35. Постановление Совета МПА СНГ 13.05.2007 № 19 2012 йыл 5 ғинуар архивланған.
  36. Președintele României, Traian Băsescu a decorat mai multe personalităţi din RM printre care Constantin Tănase, Dorin Chirtoacă și Eugen Doga. Timpul. 26 Martie 2014
  37. Национальное достояние :: Новости 2015 йыл 12 февраль архивланған.
  38. Дога, Евгений Дмитриевич — RuData.ru 2021 йыл 18 апрель архивланған.
  39. «Овация» в зале и за кулисами. Ваш досуг. 11 июня 2002 г.
  40. Овация. Национальная российская премия в области музыкального искусства 2014 йыл 17 декабрь архивланған.
  41. НАЗВАНЫ ЛАУРЕАТЫ ВСЕРОССИЙСКОЙ ПРЕМИИ «МАЯКИ ОТЧИЗНЫ» 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  42. Ограничение нагрузки сайта 2015 йыл 8 февраль архивланған.
  43. ТАСС
  44. Городовой. 2014 йыл 19 апрель архивланған. 23 июня 2010
  45. Шапочка Мастера была торжественно вручена Евгению Доге. 2014 йыл 19 август архивланған. Событие состоялось на Дворцовой площади Петербурга, награду вручил Президент фестиваля — Михаил Пиотровский.
  46. Ҡалып:IAU
  47. Ограничение нагрузки сайта 2015 йыл 12 февраль архивланған.
  48. КиноПоиск.ru - Все фильмы планеты
  49. «В зеркале мгновений».(недоступная ссылка) Издательство «Тимпул» (1989 г.). Елена Шатохина
  50. Prima şi ultima iubire a lui Eugen Doga. Teleradio Moldova. 08 Mai 2013
  51. Ҡалып:Cite video
  52. Ҡалып:Cite video
  53. Ҡалып:Cite video
  54. Ҡалып:Cite video
  55. Partitura vieţii: Eugen Doga la 75 de ani. TRM
  56. Ҡалып:Cite video
  57. (video) Documentarul «Eugen Doga» a adus la Chişinău Premiul Mare la Festivalul Internaţional de Film HERCULES 2016 йыл 5 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Фильмға иң яҡшы музыка өсөн «Алтын бөркөт» премияһы