Бодров Евгений Александрович
Бодров Евгений Александрович (8 ғинуар 1988 йыл, Тольятти) — Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры. Тольятти «Лада» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған Тольяттиҙан «Ладья» хоккей клубы тренеры. 2010 йылда Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһы составында Гагарин кубогын яулаусы.
Евгений Бодров | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
һөжүмсе | ||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
187 см | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
89 кг | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Уң | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||||||||||||||||||||
2005—ә.в.
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Тренер карьераһы | |||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Хоккейсы карьераһы
үҙгәртергә«Лада» (2009 йылға тиклем)
үҙгәртергәЕвгений Бодров профессиональ хоккейсы карьераһын тыуған Тольятти ҡалаһында һөжүмсе позицияһында башлай. 2005 йылда үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финалында ҡатнаша. Ә киләһе миҙгелдән башлап «Лада» составында Рәсәй суперлигаһында уйнай башлай. Тольятти командаһы даими миҙгелдә туғыҙынсы урынды ала, ә плей-оффта сирекфиналда көрәштән төшөп ҡала. Бодров 19 уйында бер һөҙөмтәле пас бирә. Тағы ла Евгений клубы менән Континенталь кубокты яулай. Шулай уҡ ул «Лада-2» составында Беренсе лигала 46 уйын уҙғара һәм 17 мәрәй йыя. Киләһе 2006/2007 йылдар миҙгелендә Евгений Бодров тик Суперлигала ғына уйнай. «Лада» 11-се урындан плей-оффҡа эләгә. Шунда Тольятти хоккейсылары тәүге раундта ЦСКА хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола. Евгений бөтәһе был миҙгелдә 38 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя.
2007/2008 йылдар миҙгелендә «Лада» даими чемпионатты 12-се урында тамамлай, ә плей-оффтың тәүге этабында Ярославлдән «Локомотив» хоккей клубына отола. Евгений бөтәһе 38 уйында 18 (6+12) мәрәй йыя. Шулай уҡ ул беренсе лигала «Лада-2» өсөн дә сығыш яһай: 10 уйында 10 мәрәй йыя. 2008 йылда Рәсәй суперлигаһы урынына Континенталь хоккей лигаһы булдырыла. «Лада» Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа дөйөм таблицала 13-сө урындан сыға. Ә шунда тәүге раундта ЦСКА-ға серияла 2-3 иҫәбе менән отола. Евгений бөтәһе 61 уйында 14 (6+8) мәрәй йыя. Тағы ла Евгений беренсе лигала һуңғы миҙгелен үткәрә. Шунда 6 уйында 6 мәрәй йыя. 2009/10 йылдар миҙгеле алдынан үткән «Лада» кубогында иң яҡшы бомбардир итеп Евгений Бодров таныла[1]. Октябрҙә клубта эш хаҡы түләмәгәнгә күрә Евгений Бодров команданан китеү хоҡуғы менән файҙалана. «Лада» өсөн ул 14 уйын үткәреп өлгөрә, шунда 3 гол индерә һәм 10 һөҙөмтәле пас бирә.
«Аҡ Барс» (2009—2014)
үҙгәртергәЕвгений Бодров Гагарин кубогының ғәмәлдәге эйәһе Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубына күсә[2]. Даими миҙгелдә ул 41 уйында 12 (5+7) мәрәй йыя. «Аҡ Барс» плей-оффта бер-бер артлы «Барыҫ», «Металлург» Мг, «Салауат Юлаев» һәм ХК МВД командаларын ота һәм икенсегә Гагарин кубогын яулай. Евгений плей-оффтың 21 осрашыуында дүрт һөҙөмтәле пас бирә. Киләһе миҙгелдә Ҡазан клубы конференциялар ярымфиналында буласаҡ чемпионға «Салауат Юлаев» командаһына отола. Евгений бөтә миҙгелдә 61 уйында 11 (4+7) мәрәй йыя. 2011 йылдың дүртенсе май көнөндә Евгений клуб менән яңы контракт төҙөй[3].
Киләһе өс миҙгелдә «Аҡ Барс» конференция сирекфиналында, ярымфиналында һәм финалында миҙгелде тамамлап өлгөрә. Ошо ваҡыт эсендә Евгений Бодров бер йыл ярым гол керетә алмай йөрөй. 2014/15 йылдар миҙгелен ул Татарстандың баш ҡалаһында башлай. 20 ноябргә тиклем ул ун өс уйында өс мәрәй йыйып өлгөрә.
2014 йылдан алып карьераһы
үҙгәртергә2014 йылдың 20 ноябрендә «Аҡ Барс» Бодровты «Атлант» хоккей клубына Алексей Глуховҡа алмаштыра[4]. Яңы командаһы өсөн ул 32 уйын уҙғарып өлгөрө һәм 9 (3+6) мәрәй йыя. «Атлант» финанс ауырлыҡтары булғанға күрә КХЛ составынан сыға. Миҙгел тамамланғас, СКА «Атлант» хоккей клубының 10 уйынсыһына спорт хоҡуҡтарын үҙенә һатып ала. Шул уйынсылар араһында Евгений Бодров та була[5]. Шунан һуң СКА-ның 24 хоккейсыһы КХЛ-дың үткән миҙгелен ҡалдырып торған Мәскәүҙең «Спартак» хокей клубына күсә[6]. Евгений Бодров «Спартак» составын тулыландыра. Мәскәү командаһы сафында Евгений КХЛ-да үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтә — ул 59 осрашыуҙа 24 мәрәй йыя. Тик командаһы плей-оффҡа эләкмәй. Ә беренсе майҙа Евгений Бодров сикһеҙ ирекле агент статусы менән командалар эҙләй.
2016 йылдың май айында Евгений Бодров Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[7]. Был командала уның ағаһы Денис Бодров сығыш яһай ине. Быға тиклем улар бергә «Лада» өсөн уйнайҙар ине. Октябрь, ноябрь айҙарында Энвер Лисин, Игорь Макаров һәм Евгений Бодровтан торған звено командала беренсе булып китә, ә уйынсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрәһәт. Әммә аҙаҡтан Макаров миҙгел аҙағына тиклем йәрәхәтләнә, ә Лисин менән Бодров яҡшы уйындарын күрһәтә алмайҙар. Даими чемпионатта Евгений 51 уйында 23 (8+15) мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» КХЛ-да үҙенең иң насар миҙгелен үткәрә, ә плей-оффта Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубына отола.
2017 йылдың 26 октябрендә «Салауат Юлаев» Евгений Бодровты Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубына һаҡсы Федор Беляковҡа алмаштыра[8]. Яңы клуб өсөн Евгений даими чемпионатта 21 уйын үткәрә һәм бер генә һөҙөмтәле пас бирә. «Себер» конференцияла плей-оффҡа икенсе йыл рәттән эләкмәй. 2018 йылдың 20 апрелендә Евгений «Себер» менән бер йылға килешеү төҙөй[9]. 2018 йылдың 30 ноябрендә Новосибирск командаһы Бодров менән килешеүҙе өҙә[10]. Ул ваҡытҡа тиклем һөжүмсе 19 уйында 3 мәрәй йыйып өлгөрә. Бер аҙнанан һуң Евгений «Северсталь» менән миҙгел аҙағына тиклем контракт төҙөй[11]. Бодров яңы клуб өсөн 21 уйын үткәрә һәм 4 мәрәй йыя, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай.
2019 йылдың 24 июнендә «Северсталь» һәм Бодров яңы килешеүҙә ҡултамғаһын ҡуялар[12]. 2019/2020 йылдар миҙгелендә Евгений «Северсталь» өсөн 33 осрашыуҙа 4 (2+2) мәрәй йыя, тик командаһы Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа эләкмәй. Миҙгел тамамланғас, Евгений Бодровтың команданан китеүе тураһында билдәле була[13]. 2020 йылдың декабрендә хоккейсы тыуған ҡалаһынан «Лада» клубы менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөй[14]. Юғары хоккей лигаһы миҙгелендә 14 осрашыуҙа 5 (2+3) мәрәй йыя, ә «Лада» плей-оффҡа эләкмәй.
2021 йылдың 16 авгусында Евгений Бодров Польша чемпионатында «Краковия» командаһына күсә[15]. Польшаның даими чемпионатында Бодров командаһында иң һөҙөмтәле уйынсы була, 40 осрашыуҙа 12 гол керетә һәм 35 мәрәй йыя. Плей-оффта «Краковия» сирекфиналда Кубок өсөн көрәштән төшөп ҡала, ә Евгений алты осрашыуҙа биш мәрәйгә өлгәшә. Шулай уҡ «Краковия» составында Евгений Бодров Европа клубтары араһында үткән Континенталь кубогын яулай. 2022 йылдың 31 майында һөжүмсе тағы ла «Лада» хоккей клубына ҡайта[16]. 2022 йылдың 18 октябрендә Евгений Бодров профессиональ карьераһында һуңғы уйынын уҙғара.
Рәсәй йыйылма командаһында
үҙгәртергә2006 йылда Швецияла үткән юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнашырға Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла. Турнирҙа Рәсәй хоккейсылары сирекфиналда Канадаға еңелә һәм миҙалдарһыҙ ҡала, ә Евгений 6 уйында 4 (2+2) мәрәй йыя. 2007 йылдың авгусы аҙағынан сентябрь башына тиклем Рәсәй менән Канаданың йәштәр йыйылма командалары араһында 1972 йылдағы Суперсерияның 35 йыллығына арналған 8 осрашыуҙан торған яңы суперсерия үткәрелә. Канада хоккейсылары 7 уйында көслөрәк була, ә Бодров ете уйында бер гол керетә. Был миҙгелдә ул Чехияла үткән йәштәр донъя чемпионатына саҡырыла. Рәсәй йыйылма командаһы төркөмөндә икенсе урынды ала, сирекфиналда Чехияны ота, ярымфиналда Швеция хоккейсыларына отола. 3-сө урын өсөн уйында Рәсәй йәштәре АҠШ-тан дәғүәселәрен ота һәм бронза миҙалдарҙы яулайҙар. Евгений 7 осрашыуҙа 4 (1+3) мәрәй йыя.
2011 йылда Евгений тәү тапҡыр Рәсәйҙең милли йыйылма командаһына саҡырыла. Еврохоккейтурҙың Карьяла кубогында ул өс уйында бер мәрәй ҙә йыймаһа ла, Беренсе канал кубогында Бодров һөҙөмтәле пас бирә. Тағы ошо миҙгелдә ул Рәсәй өсөн биш уйын үткәрә һәм бер гол керетә. Шунан бирле йыйылма командаға саҡырылмай.
Тренер карьераһы
үҙгәртергә2023 йылдың 15 сентябрендә Евгений Бодровтың Континенталь хоккей лигаһына кире ҡайтҡан «Лада» хоккей клубында тренер-аналитик вазифаһын башҡара башлауы тураһында иғлан ителә.[17]. Шул уҡ ваҡытта Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған Тольяттиҙан «Ладья» уйынсыларының үҫеше буйынса тренер була. 2024 йылдың 30 апрелендә Евгений Бодров «Ладья» клубының тренерҙар штабына инә[18].
Статистика
үҙгәртергә- Һуңғы яңыртыу: 19 май 2024
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
үҙгәртергәДаими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/− | Штр | У | Г | П | М | +/− | Штр | ||
2005/06 | Лада-2 | БЛ | 46 | 10 | 7 | 17 | — | 58 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2005/06 | Лада | РСЛ | 17 | 0 | 1 | 1 | -2 | 8 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
2006/07 | Лада | РСЛ | 36 | 2 | 1 | 3 | -6 | 22 | 2 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 | ||
2007/08 | Лада | РСЛ | 34 | 6 | 12 | 18 | -3 | 48 | 4 | 0 | 0 | 0 | -2 | 2 | ||
2007/08 | Лада-2 | БЛ | 5 | 0 | 3 | 3 | — | 8 | 5 | 1 | 6 | 7 | — | 2 | ||
2008/09 | Лада | КХЛ | 56 | 5 | 8 | 13 | -5 | 52 | 5 | 1 | 0 | 1 | 1 | 6 | ||
2008/09 | Лада-2 | БЛ | 3 | 1 | 3 | 4 | — | 2 | 3 | 1 | 1 | 2 | — | 4 | ||
2009/10 | Лада | КХЛ | 14 | 3 | 10 | 13 | 1 | 18 | Команданан китә | |||||||
2009/10 | Аҡ Барс | КХЛ | 41 | 5 | 7 | 12 | 9 | 8 | 21 | 0 | 4 | 4 | 3 | 14 | ||
2010/11 | Аҡ Барс | КХЛ | 52 | 4 | 7 | 11 | 5 | 28 | 9 | 0 | 0 | 0 | -3 | 2 | ||
2011/12 | Аҡ Барс | КХЛ | 54 | 7 | 8 | 15 | -2 | 30 | 12 | 2 | 0 | 2 | 1 | 2 | ||
2012/13 | Аҡ Барс | КХЛ | 34 | 0 | 3 | 3 | 0 | 16 | 15 | 0 | 2 | 2 | 0 | 6 | ||
2013/14 | Аҡ Барс | КХЛ | 28 | 3 | 3 | 6 | -6 | 28 | 6 | 0 | 0 | 0 | -1 | 2 | ||
2014/15 | Аҡ Барс | КХЛ | 13 | 2 | 1 | 3 | 2 | 16 | Команданан китә | |||||||
2014/15 | Атлант | КХЛ | 32 | 3 | 6 | 9 | -4 | 8 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2015/16 | Спартак | КХЛ | 59 | 8 | 16 | 24 | 2 | 55 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 51 | 8 | 15 | 23 | 4 | 45 | 5 | 0 | 0 | 0 | 2 | 2 | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 20 | 2 | 3 | 5 | -3 | 12 | Команданан китә | |||||||
2017/18 | Себер | КХЛ | 21 | 0 | 1 | 1 | 0 | 4 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2018/19 | Себер | КХЛ | 19 | 1 | 2 | 3 | -6 | 29 | Команданан китә | |||||||
2018/19 | Северсталь | КХЛ | 21 | 1 | 3 | 4 | -4 | 4 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2019/20 | Северсталь | КХЛ | 33 | 2 | 2 | 4 | -4 | 22 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2020/21 | Лада | ЮХЛ | 14 | 3 | 2 | 5 | 1 | 6 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2021/22 | Краковия | Польша | 40 | 12 | 23 | 35 | 23 | 32 | 6 | 2 | 3 | 5 | — | 0 | ||
2022/23 | Лада | ЮХЛ | 14 | 4 | 4 | 8 | 1 | 12 | — | — | — | — | — | — | ||
Бөтәһе Беренсе лигала | 54 | 11 | 13 | 24 | — | 68 | 8 | 2 | 7 | 9 | — | 6 | ||||
Бөтәһе Суперлигала | 87 | 8 | 14 | 22 | -11 | 78 | 8 | 0 | 0 | 0 | -3 | 2 | ||||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 28 | 7 | 6 | 13 | 2 | 18 | — | — | — | — | — | — | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 548 | 54 | 95 | 149 | 1 | 375 | 73 | 3 | 6 | 9 | 3 | 34 |
Халыҡ-ара карьераһы
үҙгәртергәЙыл | Йыйылма команда | Ярыш | Урын | У | Г | П | М | Штр | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2006 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 5 | 6 | 2 | 2 | 4 | 14 | |
2008 | Рәсәй U20 | ЙДЧ | 7 | 1 | 3 | 4 | 6 |
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Континенталь кубок еңеүсеһе — 2006, 2022.
- Йәштәр донъя чемпоинатының бронза миҙалсыһы — 2008.
- Гагарин кубогы еңеүсеһе һәм Рәсәй чемпионы — 2008/09.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәЕвгений Бодров өйләнгән. Уның бер туған ағаһы Денис Бодров һәм ҡәйнеше Руслан Хасаншин шулай уҡ профессиональ хоккейсылар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Определены лучшие игроки Кубка «Лады»
- ↑ Евгений Бодров перешел из «Лады» в «Ак Барс»
- ↑ «Ак Барс» продлил контракты с Иммоненом и Бодровым
- ↑ «Ак Барс» обменял Бодрова в «Атлант» на Глухова
- ↑ СКА получил права на десятерых игроков «Атланта»
- ↑ Трансферные новости: обмен между СКА и «Спартаком» 2017 йыл 5 июль архивланған.
- ↑ ХК «Салават» подпишет контракты с Евгением Бодровым и Дмитрием Воробьевым — Вайсфельд
- ↑ «Салават Юлаев» произвёл обмен 2017 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ БОДРОВ ОСТАЕТСЯ, ЛОКТЕВ ВОЗВРАЩАЕТСЯ 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ «Сибирь» расторгла контракт с Бодровым
- ↑ Бодров перешел в «Северсталь»
- ↑ Евгений Бодров подписал новый контракт с «Северсталью»
- ↑ «Северсталь» менән Бодров юлдары айырылыша
- ↑ «Лада» подписала экс-форварда «Северстали» Бодрова. Контракт – до конца сезона
- ↑ Форвард Евгений Бодров подписал контракт с польским клубом «Краковия»
- ↑ Хоккейный клуб «Лада» заключил контракт с нападающим Евгением Бодровым. Срок соглашения - один сезон
- ↑ «Лада» и 35-летний Бодров расторгли контракт по обоюдному согласию. Форвард завершит карьеру и войдет в тренерский штаб клуба в роли аналитика
- ↑ В тренерский штаб молодежной команды «Ладья» вошел Евгений Бодров
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Евгений Бодров — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Sports.ru сайтында профиле