Дәүләтбаев Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы

нефтсе-инженер, техник фәндәр кандидаты (1968), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996)

Дәүләтбаев Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы (20.02.1936—2.05.2014) — нефтсе-инженер, техник фәндәр кандидаты (1968), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996), «СССР уйлап табыусыһы» билдәһенә лайыҡ (1970)[1].

Дәүләтбаев Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Аҡъяр, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 май 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы Дәүләтбаев 1936 йылдың 20 февралендә БАССР-ҙың Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урта мәктәпте отличие менән тамамлаған Мөхәмәтйән Дәүләтбаев 1953 йылда Өфө нефть институтының «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса уҡырға инә һәм 1958 йылда уҡыу йортон тамамлай[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1958-1959 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресында быраулаусы ярҙамсыһы, быраулау мастеры була.

1959-1964 йылдарҙа Стәрлетамаҡ газ эшкәртеү комплексында (ГПК) мастер, техник етәксе, өлкән инженер булып эшләй.

1965 йылда «Ишембайнефть» НПУ-һында өлкән инженер. Башҡортостандағы күп нефть һәм газ ятҡылыҡтарҙы асыусыларҙың берһе.

1965—1968 йылдарҙа Өфө ғилми-тикшеренеү институтының (УфНИИ) аспирантураһында уҡый. Һуңғараҡ был институттың исеме БашНИПИнефть тип үҙгәртелә. Дәүләтбаев Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы БашНИПИнефттең өлкән инженеры, сектор мөдире вазифаһын башҡара. Һуңғараҡ лаборатрия мөдире,

1991—2001 йылдарҙа БашНИПИнефттең техника һәм скважиналар төҙөү бүлеге мөдире эшен башҡара. 7-се быраулау бүлеге мөдире булып эшләгән ваҡытында Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы Дәүләтбаев үҙенең участкаһын артта ҡалғандар рәтенән ғилми яҡтан да, финанс күрһәткестәре яғынан алдынғы бүлек итеп танытты.

БашНИПИнефть институтында 38 йыл хеҙмәт итә[3].

Ғилми тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса 100-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы. Алмас стабилизаторҙар һәм бырауҙар проектлау методикаһын ғилми яҡтан нигеҙләй[4].

Дәүләтбаев Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы 2014 йылдың 2 майында Өфө ҡалаһында вафат була[5].

Мөхәмәтйән Ғәлимйән улының ҡатыны Дәүләтбаева Венера Ғилемхан ҡыҙы — юғары категориялы нейроофтальмолог, иридодиагност. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Балалар офтальмологы.

Өлкән улы Мансур — электр элемтәһе инженеры һәм иҡтисадсы. Өс юғары уҡыу йортон, шул иҫәптән БДУ-ны, БАГСУ-ны, тамамлаған.

Кинйә улы Таһир УКСИВТ һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Хисаплау машиналары, комплекстары, селтәрҙәре һәм радиоэлектрон техника буйынса юғары квалификациялы белгес. Электр элемтәһе инженеры[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • техник фәндәр кандидаты (1968)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996)
  • «СССР уйлап табыусыһы» билдәһе (1970).
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы
  • Нефть сәнәғәте Почёт Грамотаһы

Ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с. С юбилеем Вас, Мухамедьян Галимьянович!
  • Вечерняя Уфа, 7 май 2014 Печалью сердце отзовется…
  • Вечерняя Уфа, 29 апрель 2015, 4 с. От тех, кого помним и любим. Мансур Давлетбаев.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с. С юбилеем Вас, Мухамедьян Галимьянович!
  2. Вечерняя Уфа, 29 апрель 2015, 4 с. От тех, кого помним и любим. Мансур Давлетбаев.
  3. Вечерняя Уфа, 7 май 2014 Печалью сердце отзовется…
  4. Давлетбаев Мухамедьян Галимьянович
  5. Вечерняя Уфа, 7 май 2014 Печалью сердце отзовется…
  6. Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с. С юбилеем Вас, Мухамедьян Галимьянович!