Дәүек
Дәүек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Тауаҫты Байлар ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Дәүек татар. Дәвек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
447 человек (2002) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85555 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
География
үҙгәртергәАуыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысынан 3 км, Минзәлә ҡалаһынан көнбайыштараҡ 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәДәүек — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1717 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл пугачевсылар отрядтарының ял итеү һәм йыйылыу урыны булып торған[1].
ХХ быуат башында һыу тирмәне, тимерлек, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].
1929 йылда «Алға» колхозы ойошторола, ул 1959 йылда «Яңы юл» колхозы составына керә (1991 йылдан элекке исемдә йәнә айырым хужалыҡ булып тора)[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда ир енесле 74 йән башҡорт һәм 122 типтәр; 1816 йылда — 136 башҡорт (шуларҙың 6-ы — ике ҡатынлы) һәм 80 типтәр; 1834 йылда — 187 башҡорт (2-һе — өс ҡатынлы) һәм 175 типтәр; 1870 йылда — 538 башҡорт һәм 535 типтәр; 1902 йылда — 335 башҡорт һәм 479 типтәр йәшәй[2].
1859 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
814 | 1310 | 1543 | 1696 | 1701 | 1419 | 1157 | 919 | 870 | 936 | 717 | 445 | 447 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.