Дәрбәнт ханлығы

тарихи төньяҡ Ширван территорияһында урынлашҡан ханлыҡ, хәҙерге Дағстандың көньяҡ өлөшө.

Дәрбәнт ханлығы (фарс. خانات دربند, кириллаштырылған: "Ханәт-е Дәрбәнд"; әзерб. Dərbənd xanlığı) — тарихи төньяҡ Ширван территорияһында урынлашҡан ханлыҡ, хәҙерге Дағстандың көньяҡ өлөшө. Боронғо Кавказ Албанияһының тарихи төньяҡ сиге. Ханлыҡтың баш ҡалаһы — Дәрбәнт.

Дәрбәнт ханлығы

Кавказ аръяғы һәм Иран Әзербайжаны ханлыҡтары, XVIII — XIX быуат башы.[1]
Кавказ аръяғы һәм Иран Әзербайжаны ханлыҡтары, XVIII — XIX быуат башы.[1]

 
 
1747 — 1806
Баш ҡала

Дәрбәнт

Телдәр

фарсы (рәсми[2][3]), азербайджанский, лезгинский[4] и другие.

Дин

Ислам (башлыса шиғыйсылыҡ, өлөшләтә сөннилек)

Аҡса берәмеге

аббаси, фулюс

Халҡы

әзербайжандар[5][6], лезгиндар[7][4], таулы йәһүдтәр һ.б.

Идара итеү формаһы

монархия (ханлыҡ)

Династия

Ибрагимгули (Курчи)

 Дәрбәнт ханлығы Викимилектә

XVIII быуат башында Дәрбәнт Сәфәүиҙәр дәүләте составында була. Был осорҙа Көнсығыш Кавказда шаһ хакимлығына ҡаршы ҙур ихтилалдар булған. Сәфәүиҙәр дәүләтендәге көрсөк менән Рәсәй һәм Ғосман империялары файҙалана. 1722 йылда император Пётр I етәкселегендәге рус армияһы фарсыларҙың Каспий диңгеҙе буйы биләмәләренә яу менән бара. Пётр I Дәрбәнтте биләгәндә, ҡаланың наибы Имам Кули хан була[8]. Ул Рәсәй императорына ҡала ҡапҡаларынан асҡыс тапшыра. Пётр I Сенатҡа ошолай яҙа: «ошо ҡаланың наибы беҙҙе ҡаршы алды һәм ҡапҡаларҙан асҡыс алып килде. Был кешеләр беҙҙе ихлас ҡабул иттеләр һәм үҙҙебеҙҙекеләрҙе ҡамауҙан азат иткәндәй беҙгә шул тиклем ҡыуандылар»[9]. Император Имам Кулиға Дәрбәнт ханы титулын бирә һәм, уға генерал-майор чины менән бергә төбәк ғәскәре түрәһе итеп тәғәйенләй[8].

1723 йылдың сентябрендә Рәсәй һәм Фарсия араһында Петербург тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уға ярашлы фарсы шаһы Дәрбәнт һәм Баҡы ҡалалары менән бергә уға яҡын булған ерҙәрҙең Рәсәй империяһы составына инеүен таный[10]. 1735 йылдың мартында Рәсәй һәм Фарсия араһында Гәнжә килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Дәрбәнт һәм Баҡы провинциялары менән бергә Фарсияға ҡайтарыла[11].

1747 йылда Надир шаһ вафат булғас, фарсыларҙың дәүләте тарҡалыуға дусар була — уның элекке провинцияларында (бәклербейлектәрҙә) ике тиҫтәнән ашыу ярым бойондороҡло ханлыҡтар һәм солтанлыҡтар, шул иҫәптән йәнә Дәрбәнт ханлығы барлыҡҡа килә. 1747 йылдан Дәрбәнттә хан титулы менән Имам Кулиның улы — Мөхәмәт-Хәсән (Мөхәмәт-Хөсәйен) хакимлыҡ итә[8][12].

1765 йылда Куба ханы Фатали хан Дәрбәнтте яулап ала һәм Дәрбәнт ханлығын үҙенең биләмәләренә ҡуша[13]. Мөхәмәт-Хөсәйен хан Дербендиҙы һуҡырайталар һәм башта Куба ҡалаһында бикләп тотола, аҙаҡ Баҡыға күсерелә һәм бында үлә[14].

Фатали-хан вафат булғас, ул төҙөгән дәүләт тарҡала, уның улы Әхмәт хан ике йыл хакимлыҡ итә һәм 1791 йылдың мартында үлә. Унан һуң ҡустыһы Шәйех Али хан Куба ханы тип иғлан ителә. Яңы хандың сәйәсәте менән ризаһыҙлыҡ белдереп, Дәрбәнт йәнә үҙ-аллы ханлыҡ булып китә, 1799 йылдың майында Фатали хандың кесе улы — Хәсән-аға Дәрбәнт ханы тип иғлан ителә[15].

1802 йылда Хәсән хан вафат булғас Шәйех Әли хан йәнә Дәрбәнт биләмәләрен Куба ханлығына ҡуша[15].

1806 йылда ханлыҡ рус ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына. 1813 йылғы Гөлистан тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Иран элекке Дәрбәнт ханлығы биләмәләренең Рәсәй империяһы составына инеүен таный. Дәрбәнт ханлығынан тыш, Рәсәйгә Баҡы, Ҡарабах, Гәнжә, Ширван, Шәке, Куби, һәм шулай уҡ Талыш ханлыҡтары ҡушыла.

Территорияһы һәм халҡы

үҙгәртергә

Дәрбәнт ханлығының территорияһы көньяҡҡа табан кайтаг уцмияның биләмәләренә ҡәҙәр, көнбайышта Бент-Табасаран һырты битләүҙәренә тиклем һәм Куби ханлығының төньяҡ-көнсығыш сиктәренә тиклем һуҙылған[16]. Көнсығышта ярҙарын Каспий диңгеҙенең һыуҙары менән йыуылған. Ханлыҡ составында Дәрбәнт ҡалаһы һәм Улус магалы ауылдары булған[17].

Дәрбәнт ханлығының халҡы башлыса әзербайжандарҙан[18][19][20], һәм шулай уҡ лезгиндарҙан, башҡа Дағстан халыҡтарынан, йәһүдтәрҙән һ.б. торған[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Muriel Atkin, Russia and Iran, 1780-1828. 2nd. ed. Minneapolis: University of Minnesota Press Press, 2008, ISBN 0-521-58336-5

  2. Tadeusz Swietochowski «Russian Azerbaijan, 1905-1920: The Shaping of a National Identity in a Muslim Community», Cambridge University Press, 2004, стр. 11

  3. Илья Павлович Петрушевский «Очерки по истории феодальных отношений в Азербайджане и Армении в XVI — начале XIX вв.», издательство Ленинградского гос. университета имени А. А. Жданова, 1949. Стр. 6:

  4. 4,0 4,1 4,2 Большая российская энциклопедия, т. 8, 2007, стр. 555

  5. Дубровин Н. Ф. История войны и владычество русских на Кавказе. Очерк Кавказа и народов его населяющих: Закавказье. — СПб., 1871. — Т. 1, книга 2. — С. 328.
  6. «Историческая география Дагестана, XVII — нач. XIX в: Историческая география Южного Дагестана.» — Махачкала, 2001. — С. 122. Ф. Ф. Симонович писал: «Народ Кубинского владения происходит с дербентским от одних поколений и секты Алиевой, изъемля Юхарибаш и Кубинский Дагестан, причисляющих к дагестанским татарам, исповедующим магометанскую веру секты Алиевой и Сунинской»
  7. Minahan James. Encyclopedia of the stateless nations. 3. L - R. — Greenwood Publishing Group, 2002. — P. 1086. — ISBN 9780313321115.

  8. 8,0 8,1 8,2 Гаджиева С. Ш. Дагестанские азербайджанцы, XIX — начало XX в.: историко-этнографическое исследование. — «Восточная литература» РАН, 1999. — С. 169.
  9. История народов Северного Кавказа с древнейших времён до конца XVIII в.. — М.: Наука, 1988. — С. 414.
  10. Русско-иранский договор 1723. БСЭ. Архивировано 17 июнь 2012 года.
  11. Гянджинский трактат 1735. БСЭ. Архивировано 17 июнь 2012 года.
  12. Г. Б. Абдуллаев. Из истории Северо-Восточного Азербайджана в 60-80-х гг. XVIII в.. — Баку: Изд-во АН Азербайджанской ССР, 1958. — С. 14.
  13. Х. Х. Рамазанов, А. Р. Шихсаидов. Очерки истории Южного Дагестана. — Махачкала: Дагестанский филиал Академии наук СССР, 1964. — С. 184.
  14. İnayətullah Rza. «Aran» adı niyə məhv oldu?(недоступная ссылка) (әзерб.)
  15. 15,0 15,1 Дж. М. Мустафаев. Северные ханства Азербайджана и Россия: конец XVIII-начало XIX в.. — Элм, 1989. — С. 35.
  16. История Дагестана. — М.: Наука, 1967. — Т. 1. — С. 326.
  17. С.О. Хан-Магомедов «Дербент» Москва, 1958 г.
  18. Дубровин Н. Ф. История войны и владычество русских на Кавказе. Очерк Кавказа и народов его населяющих: Закавказье. — СПб., 1871. — Т. 1, книга 2. — С. 328.
  19. «Историческая география Дагестана, XVII — нач. XIX в: Историческая география Южного Дагестана.» — Махачкала, 2001. — С. 122. Ф. Ф. Симонович писал: «Народ Кубинского владения происходит с дербентским от одних поколений и секты Алиевой, изъемля Юхарибаш и Кубинский Дагестан, причисляющих к дагестанским татарам, исповедующим магометанскую веру секты Алиевой и Сунинской»
  20. «Русский сборник: исследования по истории России ХIХ-ХХ вв»: Махмудова З. У. «Взаимодействие этноконфессиональных общин в городской среде Дербент XIX века». Стр.145.

Һылтанмалар

үҙгәртергә