Дүртенсел осор

(Дүртенсел период битенән йүнәлтелде)

Дүртенсел осор, йәки антропоген — Ерҙең тарихындағы хәҙерге геологик период, кайнозой эраһы менән тамамлана. 2,588 миллион йыл элек башланған, хәҙерге көнгә тиклем дауам итә[1].

Дүртенсел осор кайнозой эратемаһының һуңғы системаһы, Ерҙең геология тарихында кайнозой эраһының хәҙер ҙә дауам итеүсе һуңғы осорона тура килә, бынан 1,8 млн йыл элек неогенсистемаһынан (осоронан) һуң башланған. 1760 йылда итальян ғалимы Д. Ардуино барлыҡ тау тоҡомдарын 4 төркөмгә бүлә һәм арала иң йәштәрен «тауҙарның дүртенсе бүлесәһе» тип атай. 1825 йылда француз ғалимы Ж. Денуайе өсөнсөнән һуңғы ултырмаларға яңы Дүртенсел система тигән исем бирә. 3 бүлеккә: эоплейстоцен, неоплейстоцен һәм голоценға бүленә. Дүртенсел осор дауамында Ер ҡабығының көслө тектоник хәрәкәттәре булып уҙа, вулкандар күренеше көслө була, климат күп тапҡырҙар үҙгәреш кисерә. 10 мең йыл тирәһе элек глобаль үҙгәрештәр була, океан тигеҙлеге хәҙергенән 100 метрға тиәрлек күтәрелә, ландшафт, үҫемлектәр ҡапламы үҙгәрә, урмандарҙың сиге йөҙҙәрсә километр төньяҡҡа күсә, хайуандарҙың күп төрҙәре (мамонттар, йөнлө носорогтар һ.б.) юҡҡа сыға. Дүртенсел осор менән неоген араһында Африкала хәҙерге кешенең боронғо бабалары барлыҡҡа килә.

Дүртенсел осор ҡатламдарында моллюсктар (сөсө һыу), һыу үҫемлектәре, Имеҙеүсе хайуандарҙың (мамонт, бизон, арыҫлан, дөя, төньяҡ боланы, антилопа һ.б.) ҡалдыҡтары, шыршы, ҡарағай, йүкә, тирәк, әрем, ҡыяҡлылар һ.б. дала, урман-дала, ярым cүл үҫемлектәренең споралары һәм һеркәләре осорай. Дүртенсел осор тоҡомдарында күп кенә файҙалы ҡаҙылмалар: мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары (кирбес балсығы, ҡомһол балсыҡ, ҡом, минераль буяуҙар), мәрмәр оникс, сапропель, һоро күмер, торф, дауалау ләмдәре сығанаҡтары; алмаз, алтын, титан, цирконий, ильменит, гранат, топаз ятҡылыҡтары һ.б. барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Международная стратиграфическая шкала (версия за август 2012) на сайте Международной комиссии по стратиграфии

Геология Татарстана: Стратиграфия и тектоника. М., 2003.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә