Оло Һарыкүл

Силәбе өлкәһе

Оло Һарыкүл — уҙған быуаттың 50-се йылдарына тиклем һыу өҫтө көҙгөһө майҙаны буйынса Силәбе өлкәһенең иң ҙур күле булып торған. Яманйылға (Еманжелинск) ҡалаһы янында урынлашҡан.

Оло Һарыкүл
Күлгә ҡойоусы йылғалар Яманйылға (Силәбе өлкәһе)
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Һарыкүл - башҡорт теленән килеп сыҡҡан атама, һары һәм күл тигән һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма исем.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

XX быуатта күлдең майҙаны 103 квадрат километр тәшкил иткән. 1993 йылда һыуын Оло Дыуанкүлгә ҡойҙортоу сәбәпле ул 66-ға тиклем төшкән. Тәүге тапҡыр күлде 1952 йылда И. В. Сталин үҙе ҡушыуы буйынса киптерергә тырышып ҡарағандар. Ул Оло Һарыкүл һыуын Оло Дыуанкүлгә һурҙыртыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған булған. Бының өсөн ике күл араһында майҙаны 94 гектар тәшкил иткән канал үткәргәндәр.

Был эштәр Күмер сәнәғәте министрлығының «Еманжелинскуголь» тресы өсөн тәғәйенләнгән булған. Һарыкүлде киптергәс, төбөндәге ташкүмерҙе сығарып, шунда ебәрергә тейеш булғандар. Төньяҡ-көнбайыш мөйөштә 45 метр тәрәнлектәге канал ҡаҙғандар, уға тиклем тимер юл полотноһы һалып, бер аҙ ғына күмер сығарғандар ҙа ташлап ҡуйғандар.Бының һөҙөмтәһендә Һыу кимәле 225 метрҙан 220 метрға тиклем төшкән. Күл соҡоро 10 мең гектарҙан 6 гектарға тиклем кәмейгән. 90-сы йылдарҙа, Красногорск сусҡасылыҡ комплексы өсөн таҙартҡыс ҡоролмаларҙы реконструкциялау һәм Оло Һарыкүл буйында туплағыс карталарҙы ремонтлау башланғас, һыуҙы йәнә бер тапҡыр күрше Дыуанкүлгә һурҙырталар[1].

1993 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, күл майҙаны 66 квадрат километр тәшкил итә. Иң тәрән ере — 3 метр, уртасаһы — 1 метр, татырлығы — 4 г/л. Күлгә Яманйылға, Ключи һәм Силкин үҙәндәре ҡоя.

Ҡасандыр күл балыҡлы булыуы менән дан тотҡан, тик хәҙер уны 98 %-ҡа тиклем ҡамыш алған, бик һирәк кенә табан, ротан, суртан эләккеләй.

Бөгөн Оло Һарыкүл ҡоштары менән дан тота: 60 төрлө ҡош осрай, уларҙың 5 төрө Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Китабына индерелгән. Бында аҡҡоштар, селәндәр, ҡаҙҙар, торналар, өйрәктәр, көйөлдөләр һәм башҡалар төйәкләнә.

2016 йылда "Оло Һарыкүлде тергеҙеү һәм һаҡлау" төбәк йәмғиәт ойошмаһы төҙөлгән.

Һуңғы йылдарҙа күлдең майҙаны тағы ла нығыраҡ кәмегән һәм 22,6 квадрат км ҡалған тип хәбәр ителә [2]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • А.В. Измайлова.Большой Сарыкуль. -Научно-популярная энциклопедия "Вода России"[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Актуально. Сарыкуль: право на жизнь. (недоступная ссылка — история). Новая жизнь (26 май 2012). Дата обращения: 9 август 2012. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
  2. Большой Сарыкуль