Дыроватый Камень (Горноуральск районы)
Дыроватый Камень — Свердловск өлкәһе «Горноуральск ҡала округы» муниципиаль берәмегенә ингән Чусыу йылғаһы буйындағы таш — яугир. Геоморфологик, геологик, археологик һәм ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Дыроватый Камень | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Горноуральский городской округ[d] |
Географик урыны
үҙгәртергәҠая Дыроватый Камень Свердловск өлкәһе «Горноуральск ҡала округы» муниципиаль берәмегендәге Чусыу йылғаһының һул ярында , Харенка ауылынан туғыҙ саҡрым түбәндәрәк урынлашҡан[1].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә70 метр оҙонлоҡтағы һәм 500 метрҙан ашыу бейеклектәге таш. Ҡая эзбизташтарҙан тора. Ҡая эргәһендә һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә. Орхидея, пермь астрагалдары ә ҡаяның үҙендә — тау-дала үҫемлектәрен осратырға мөмкин. Ҡаяла ике мәмерйә урынлашҡан : туристар, мәмерйәһе (Тишекле-1, Үгеҙ быҙауҙар) дөйөм оҙонлоғо 80 метр, бейеклеге 35 метр, 5 ҡыуышлыҡ бар, ярҙан уға һуҡмаҡ менән барырға. Мәмерйә Скалолаз (Тишекле −2, Спелеолог) бейеклеге 20 метр, дөйөм оҙонлоғо 100 метр, 7 ҡыуышлығы бар. Ҡаяла сәйер формалы бер нисә тау ҡалдығы бар[1]. Ҡая геоморфология, геология, ботаника һәм ҡаялар флораһы менән археология комплексы булып тора[2].
Тарихы
үҙгәртергәДыроватый Камень элек ҡорбан килтереү урыны булған. Был хаҡта 1776 йылда Иоганн Готлиб Георгиҙың ғилми хеҙмәтендә лә әйтелә. 1932—1933 йылдарҙағы һәм 1937 йылда эсендә мәмерйәлә ҡаҙыу эштәре башҡарған Н. А. Прокошев раҫлай . Шулай уҡ 1982—1983,1988 йыл,1991 — 1993 йылдарҙа тау итәгендә ҡаҙыу эштәре алып барған Ю. Б. Сериков та быны иҫбатлай. Плейстоцен дәүерендәге стрелецкий төр (үрге палеолит) хайуан ҡалдыҡтары табыла. Таш мезолит осоронда уҡ (VIII—VI мең йыллыҡ б э.) мәмерйәгә һәм уның итәгенә уҡ атыу йолаһы башҡарылғанда ғибәҙәтхана булып ҡала.. Уҡ башаҡтары: кремень микропластиндан төҙөлгән бысаҡ йөҙҙәре,һөйәк нигеҙенә йыш ҡына геометрик орнамент ҡуйылған, охра һөртөлгән; биконуслы; энәле; гарпунлы. Неолит, энеолит дәүерен һәм һуңғы бронза, иртә тимер быуат (ананьин мәҙәниәте, этҡол мәҙәниәте) уҡтары бар. Төрлө һөйәктән, таштан, баҡырҙан, бронзанан, урта быуаттарҙағы тимер уҡ башаҡтары осрай. Күп уҡтарҙың осло остары һынған йәки иҙелгән. Хатта VI быуат иран тәңкәһе, һөйәктән һәм металдан эшләнгән сулпылар, пластинкалар, быяла муйынсаҡтар, ҡырсынташ (таш ырғытыу ҡоралы- праща өсөн йәҙрәләр), меңәрләгән хайуан һөйәктәре табылған. Күрәһең, хайуан һөйәктәре уҡтарға бәйләнгән ҡорбан ите киҫәктәре менән мәмерйәгә эләккәндәр.. Мәмерйәгә атыу йолаһы XX быуатҡа тиклем һаҡланған..Быны унда табылған ҡурғаш йәҙрә бөртөктәре һәм пулялар раҫлай. Мәмерйәләге табылған әйберҙәр — 21 мең дананан ашыу[3].
Табылған әйберҙәр коллекцияһы Санкт-Петербургтағы Дәүләт Эрмитажында һаҡлана.Был коллекция составында ете меңдән ашыу уҡ башағы бар[4]
Ҡая рәссам А. К. Денисов-Уральскийҙың «Камень Дыроватый» картинаһында һүрәтләнә[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Паспорт государственного памятника природы Камень «Дыроватый»(недоступная ссылка)
- ↑ Кузьминых С.В. Дыроватый Камень. — Энциклопедия «Всемирная история».
- ↑ Пещерное святилище Камень Дыроватый в Свердловской области. (рус.)
- ↑ Камень Дыроватый 2020 йыл 19 февраль архивланған.//Главная река Урала — река Чусовая