Шунут (Шунут-Таш) — Рәсәйҙәге Свердловск өлкәһендәге тау. Уралдың тау түбәһе, оҙонлоғо 15 саҡрым, Екатеринбургтан көнбайышта. Боронғо төр булып һанала, Коновал ҡырласының иң юғары нөктәһе. Туристар йыш килгән Уралдағы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Таш — бағаналары , ҡарағусҡыл ылыҫлы тайгаһы,һирәк осрай торған үҫемлектәре менән билдәле.

Шунут
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Яҡынса бейеклеге 70 метр
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 726,2 метр
Карта
 Шунут Викимилектә

Географик урыны

үҙгәртергә

Шунут тауы Түбәнге Серге районы һәм "Ревда ҡалаһы округы " муниципаль берәмектәрҙең сиктәрендә урынлашҡан. Һырттың иң бейек түбәһе — Коновал ҡырласының үҙәк өлөшө. 726,2 метр бейеклектәге тау тотош ҡарағусҡыл ылыҫлы урман менән ҡаплаған. Краснояр ҡасабаһынан көньяҡ- көнбайышҡа ун саҡрым алыҫлыҡта ята[2]. Тауҙан көньяҡтараҡ Шунут һаҙлығы урынлашҡан. Шул һаҙлыҡтан Шунут йылғаһы башланып китә,уң ҡушылдығы Барҙым йылғаһы[3]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тау түбәһендә ҡаялар — тау ҡалдыҡтары, улар көнсығыштан 60-70 метр бейеклеккә етә. Алыҫтан урта быуаттарҙағы ҡәлғәне хәтерләтә.Улар боронғо кварцит тоҡомдарынан, конгломерат, кварцит-ҡомташтарҙан тора. Тауҙа һирәк осрай торған бик күп үҫемлектәр үҫә (урал елбәгәйе, урал цицербиты, европа тәпәш ағастар ярусы, көтөүсе ситеге, һарына). Һырттың көнсығыш битләүе буйлап барыусы урман ташыу юлынан, түбәһенә тиклем ҡырҡынты буйлап тигеҙ һуҡмаҡ киткән. Тау түбәһенән, һауа торошо яҡшы саҡта, Екатеринбург ҡалаһы күренә. Тау көньяҡ тайга ландшафты һәм европа элементлы ҡарағусҡыл ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандары, яланғас ҡаялары һәм һирәк осрай торған үҫемлектәре менән тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[2].

Тауҙар, түбәләр һәм ундағы ҡаяларҙан башҡа, нигеҙҙә, урман менән ҡапланған. Ҡаяларҙың бейеклектәре — көнбайыштан — 25-40 метр, көнсығыштан — 60-70 метр, йәштәре — 600 млн йылдан ашыу. Был тау массивы биләмәһе һәм уға ҡараған ерҙәр тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаһы характеры буйынса тайга зонаһына инә. Урман араларынан насар күренә,аныҡ ҡына йүнәлеште белмәһәң,уны табыуы ҡатмарлы була. Шунут тауы тармағында билдәле Ҡарт-Таш ҡаяһы бар. Уны Шунуттың башы тип атайҙар.. Мариинск ҡалаһы ситенән тауға арба юлы китә. Шунут менән эргәләш (ярайһы ҡыҙыҡлы тарихы менән) Платонида шифалы родон шишмәһе бар[4].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Манси теленән шун — «йән эйәһе», башҡортса ул-«ут». Тау ҡарауыл тауы булараҡ файҙаланылған, ҡурҡыныс янағанда хәүеф белдереү өсөн ут яндырғандар. Башҡа төрки телдәрҙә шун — «сана», «нарта». Бер нисә эштә Шунут-таш атамаһы өсөн Аҡ таш ҡулланыла (моғайын, ҡая асыҡ төҫтә булғаны өсөн). Шулай уҡ Шунут йылғаһы киң ҡулланыла. Шунут руднигы, Шунут ҡырласы Шунут һырты, Шунут тауҙары, Шунут теҙмәләре был йылға исеменең тәүге булыуын һөйләй[3].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

үҙгәртергә

1983 йылдан Шунут тау- таш уратып алған урман менән 3806 гектар майҙанда Түбәнге Серге урмансылыҡ территорияһында. Белембай урмансылыҡ идараһы Свердловск өлкәһенең айырыуса һаҡланған территорияһы һанала[5]. Геоморфологик, стратиграфик ҡомартҡы, ландшафт заказнигы[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  3. 3,0 3,1 Матвеев А.К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 324—325. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
  4. Павел Распопов Гора Шунут (Шунут-камень). — UraloVed.ru, 12.02.2015.
  5. Положение о ландшафтном заказнике «Гора Шунут-камень» 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.//Уникальные геологические объекты России, ФГБУ «ВСЕГЕИ»
  6. Потапова Н. А., Назырова Р. И., Забелина Н. М., Исаева-Петрова Л. С., Коротков В. Н., Очагов Д. М. Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II//ООПТ России, ФГБУ «ААНИИ», стр. 163.