Ермак-Камень
Ермак-Камень йәки Камень-Ермак — Урта Уралдағы Пермь крайының Көңгөр районындағы ҡурсаулығы биләмәләрендәге ҡая массивы.
Ермак-Камень | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Көңгөр районы[d] |
Ермак-Камень Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергәСылва йылғаһының уң ярындағы Чикали станцияһы ҡаршыһында урынлашҡан. Эзбизташтарҙан тора. Түбәләре төрлө бейеклектә. Улар Ермак, Ермачиха Ермачёнок тип йөрөтөлә.[1].
Ермак-Камень комплексы «Предуралье» заказнигына инә.Заказник 1943 йылда Пермь дәүләт университеты уҡытыусылары һәм студенттары тарафынан ғилми эштәр алып барыу өсөн ойошторола[2].
Был 250 миллион йылдар элек боронғо Пермь крайының рифтәре.
Ермак-Камень ҡаялары — тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм популяр туризм урыны.
Ермак-Камень — альпинизм һәм ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштар үткәрә торған урындарҙың береһе. Йыл һайын 9 майҙа альпинизм техникаһы буйынса һәм ҡаяға үрмәләүҙә Пермь беренселегенә, ә сентябрь аҙағында октябрь башында — «Памяти друзей» ярышы үткәрелә.[3]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЕрмак һәм Ермачиха ҡаялары — былар бейек һәм текә ҡаялар. Түбәләре ҡарағай урманы менән ҡапланған. Улар 40 һәм 30 метр бейеклектә. Ермачёнок ҡаяһы түбәнерәк — 15 метр бейеклектә, осло формала, уның урманы һәм үҫемлектәре юҡ тиерлек.
Этимологияһы
үҙгәртергәЛегенда буйынса 1581 йылда Ермак Тимофеевич үҙенең дружинаһы менән тәүҙә Чусыу йылғаһы буйлап хәрәкәт итә.
Аҙаҡ ул Сылва йылғаһы буйында ҡышларға ҡала. Был легенда ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ермак был яҡтарҙа булмаған. Данлыҡлы атаман һәм уның дружинаһы хәтеренә халыҡ ҡаяларға исемен биреп мәңгелләштергән[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ермак-камень . Дата обращения: 13 февраль 2007. Архивировано 30 сентябрь 2007 года. // Энциклопедия Пермского края.
- ↑ 2,0 2,1 Ермак Камень
- ↑ НАМ ЭТО ПРОСТО НРАВИТСЯ. Наш турклуб. Наши маршруты. Камень Ермак.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ермак-камень, Пермский край. Сайт «Kamaran.ru» 2021 йыл 2 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2021)
- Камень Ермака. Кунгурский район. Сайт «Культурный туризм» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2021)
- КАМЕНЬ ЕРМАК. ПРИВОЛЖСКИЙ ОКРУГ. Сайт «Россия 10» 2021 йыл 28 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2021)
- Каменная легенда: камень Ермак. Газета «Искра», Кунгур. Официальный сайт. 30.03.2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2021)