Дуглас Адамс

инглиз яҙыусыһы, драматург һәм сценарист, юмористик фантастик әҫәрҙәр авторы

Дуглас Ноэль Адамс (ингл. Douglas Noël Adams, 11 март 1952 йыл, Кембридж, Бөйөк Британия — 11 май 2001 йыл, Санта-Барбара, Калифорния, АҠШ) — инглиз яҙыусыһы, драматург һәм сценарист, юмористик фантастик әҫәрҙәр авторы. «Автостопом по галактике» китаптар серияһы авторы булараҡ билдәле.

Биографияһы үҙгәртергә

Дуглас Ноэль Адамс 1952 йылдың 11 мартында Кембриджда тыуа. Ата-әсәһе Джанет (Донован) һәм Дуглас Адамс. Кесе Дуглас тыуғандан һуң бер нисә ай үткәс, ғаилә Ист-Лондонға күсеп китә. Унда өс йылдан һуң уның һеңлеһе Сьюзен тыуа. 1957 йылда Адамстың ата-әсәһе айырылыша. Дуглас, уның әсәһе менән һеңлеһе Брентвудта, Эссекста Король хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте хайуандары өсөн приютҡа урынлаштырыла.

Брентвудта мәктәпте тамамлай. Изге Иоанн колледжында уҡый, 1974 йылда - бакалавр, ә һуңынан магистр дәрәжәһен ала. Уның буласаҡ һөнәре инглиз әҙәбиәте була.

Адамстың һәләтен асыуҙа Монти Пайтондан Грэм Чэпмендың роле ҙур була. Осоусы цирктың 45-се эпизодында Адамс эпизодик ролдә төшә һәм скетч авторы булараҡ ҡатнаша.

1978 йылдың мартында BBC радиоһында уның дүрт сериялы «The Hitchhiker’s Guide to the Galaxy» постановкаһы старт ала (ингл. теленән —«Путеводитель по галактике для путешествующих автостопом»), ул «Imperial Tobacco Award» (1978), «Sony Award» (1979), «Best Programme for Young People» (1980) бүләктәренә эйә була.

Бер аҙҙан Дуглас Адамс шул уҡ исемле исемле китап сығара, ул феноменаль уңышҡа эйә була һәм 1984 йылда инглиз бестселлерҙары исемлеген етәкләй. Дуглас Адамс Golden Pen (бүләк 1 000 000 һатылған китап өсөн бирелә) бүләген алған иң йәш яҙыусы була. Һуңыраҡ Адамс дауамдарын яҙа — «The Restaurant at the End of the Universe» («Ресторан в конце Вселенной») (1980) һәм «Life, The Universe and Everything» («Жизнь, Вселенная и всё остальное») (1982).

1982 йылда Адамстың китаптары New York Times bestellers list и Publishers' Weekly bestsellers list  эләгә — Ян Флеминг заманынан алып тәүге тапҡыр инглиз яҙыусыһы АҠШ-та бындай уңышҡа өлгәшә.

Шул уҡ йылда уның тәүге ике китабы алты сериялы телевизион спектакль өсөн яраҡлаштырыла, ул «Best TV Graphics», «Best VTR Editing» һәм «Best Sound» категорияларында бүләктәр ала.

1984 йылда серияның дүртенсе китабы донъя күрә —«So Long and Thanks for all the Fish» («Всего хорошего, и спасибо за рыбу!»).

1984 йылда Адамс Infocom компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә башлай, ул шул йылдарҙа мажаралы уйындарҙың жанр «короле» була, һәм «The Hitchhiker’s Guide to the Galaxy» квесын эшләүҙә туранан-тура ҡатнаша. Уйын «Thames TV» премияһына лайыҡ була. Бының менән Адамстың Infocom фирмаһы менән хеҙмәттәшлеге тамамланмай, һуңыраҡ ул тағы ла interactive  fiction —«Bureaucracy»[en] жанрында юмористик мажаралы уйын яҙа.

Адамс «Доктор Кто» сериалында Дүртенсе Докторҙың сценарисы була: эпизодтар «Планета пиратов» (ингл. The Pirate Planet) һәм «Шада»[en] (ингл. Shada).

1984 йылда Дуглас Адамс Джон Ллойд менән бергә фантастик булмаған «The Meaning of Liff»[en] китап яҙа. Китап уңышҡа эйә була һәм 1990 йылда дауамы — «The Meaning of Deeper Liff» сыға.

1987 йылда Адамс башҡа жанраҙа көсөн һынап ҡарай һәм «Dirk Gently's Holistic Detective Agency» («Детективное агентство Дирка Джентли»[en]) китабын сығара, ул мистика, детектив һәм юмор ҡатышмаһынан тора. Тыйнаҡ баһалар булыуына ҡарамаҫтан, бер йылдан һуң — «Long Dark Tea-the time of Soul» («Долгое чаепитие»[en]) дауамы сыға.

1990 йылда Адамс зоолог Марк Карвардайн менән берлектә «Last Chance to See»[en] — хайуандарҙың һирәк төрҙәре тураһында китап сығара.

1991 йылда «HHGG» аудиокитабы «Иң яҡшы һөйләшеү йәки музыкаль булмаған яҙмалар» (or Best Spoken Word Non-Recording Musical) номинацияһында Грэмми премияһына эләгә.

Тағы бер йылдан һуң Адамс һуңғы, бишенсе китабын Адамс һуңғы —«Путеводитель» «Mostly Harmless» (Төп безвредный) китабын яҙа.

1993 йылда «Making Of HHGG» видеофильмы Video Home Entertainment Awards-та «Best Documentary» номинациялана.

1996 йылда «The Hitchhiker’s Guide to the Galaxy» «Быуаттың йөҙ бөйөк китабы» исемлегендә 24-се урынды яулай.

1998 йылда Адамс «The Digital Villiage» — компанияһына нигеҙ һала, ул шул уҡ йылда «Starship Titanic» компьютер уйыны-квест сығара.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Дуглас Адамс яңы роман яҙа һәм «Дисней» студияһына тулы метражлы «Автостопом по Галактике» фильмын төшөрөргә ярҙам итә. Был йәһәттән ул аңлатма бирә: «Мин „Дисней“ҙы „Бэмби“ төшөргәнен беләм, әммә онотмағыҙ, ул шулай уҡ „Терминатор“ҙы ла төшөрҙө. Мин „Путеводитель“ фильмы был ике фильм араһында бер уртаса булырына өмөтләнәм...» 

Дуглас Адамс тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн хәрәкәттәр, шул иҫәптән ҡара мөгөҙморондарҙы һәм гориллаларҙы һаҡлау буйынса программалар активисы була. Бынан тыш, Pink Floyd и Procol Harum төркөмдәре йоғонтоһонда булып, ул гитарала күп уйнай (һулаҡайҙар өсөн уның колллекцияһында 24 гитара була). Адамс технологиялар прогресы энтузиасы була, үҙен «радикаль атеист» итеп күрһәтә; Ричард Докинз уға «Бог как иллюзия» китабын бағышлай, шаяртып, уны «атеизмға мин күндергән, бәлки, берҙән-бер кеше» тип атай.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

1981 йылда Адамс Излингтонға күсә, бында ул башта — Аппер Стритта, ә 1980 йылдар аҙағында Дункан Терраста йәшәй.

1980 йылдар башында Адамстың шул ваҡытта ире менән айырым йәшәгән яҙыусы Салли Эмерсон менән романы була. Һуңыраҡ Адамс Эмерсонға «Жизнь, Вселенная и все остальное» китабын арнай. 1981 йылда Эмерсон ире, Адамс менән бер Брентвудта мәктәптә уҡыған, һуңыраҡ The Times мөхәррире булып киткән Питер Стотхардҡа кире ҡайта.Иптәштәре тиҙҙән Адамсты Джейн Белсон менән таныштыра, уның менән Адамстың романтик мөнәсәбәттәре башлана. Белсон яҙыусының 1980-се йылдар уртаһында үҙенең китаптарында, туҡтауһыҙ килтерелгән ҡыҫҡаса биографияһында телгә алынған «адвокат ханым» була:

«Ул [Адамс] Излингтонда адвокат ханым һәм Apple Macintosh компьютеры менән йәшәй».

1983 йылда Адамстың кино өсөн «Путеводитель» сценарийының тәүге версияһы өҫтөндә эшләгән ваҡытта парҙар Лос-Анджелеста йәшәй. Килешеү өҙөлгәс, Дуглас менән Джейн Лондонға күсә. Бер нисә айырылышыуҙы һәм ара боҙолошоуҙы үткәргәс, улар 1991 йылдың 25 ноябрендә өйләнешә. 1994 йылдың 22 июнендә ҡыҙҙары — Полли Джейн Рокет Адамс тыуа. 1999 йылда ғаилә Лондондан Санта-Барбараға (Калифорния штаты) күсеп килә, ғаилә Адамстың вафатына тиклем шунда йәшәй.

Дуглас Адамс 2001 йылдың 11 майында Санта-Барбарала үҙенең йортонда 49 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат була[1].

Ерләгәндән һуң Джейн Белсон һәм Полли Адамс Лондонға ҡайта. Джейн 2011 йылдың 7 сентябрендә вафат була.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Экранлаштырыу үҙгәртергә

Иң билдәле әҫәре «The Hitchhiker’s Guide to the Galaxy» (тәржемәләрҙең береһе — «Руководство для путешествующих автостопом по Галактике») ВВС радиопостановка булараҡ тәүге тапҡыр 1978 йылда барлыҡҡа килә.

Һуңғараҡ әҙәби «биш өлөштә трилогия» сыға:

  • 1979 — «Руководство для путешествующих автостопом по Галактике» / The Hitch-Hiker’s Guide To The Galaxy
  • 1980 — «Ресторан в конце Вселенной» / The Restaurant At The End Of The Universe
  • 1982 — «Жизнь, Вселенная и всё остальное» / Life, The Universe And Everything
  • 1984 — «Всего хорошего, и спасибо за рыбу!» / So Long And Thanks For All The Fish
  • 1992 — «В основном безвредна» / Mostly Harmless

Дирк Джентли тураһында серия үҙгәртергә

Башҡа әҫәрҙәре үҙгәртергә

Экранлаштырыу үҙгәртергә

Компьютер уйындары үҙгәртергә

  • 1984 йыл компьютер уйындарында — «The Hitchhiker’s Guide to the Galaxy», интерактив фантастик компьютер уйын, Адамстың шул уҡ исемле романына нигеҙләнгән.
  • 1987 йыл компьютер уйындарында — [[|en]] (Bureaucracy (video game)), интерактив әҙәбиәт жанрында компьютер уйыны.
  • 1998 г1984 йыл компьютерйыл компьютер уйындарында — [[|en]] (Starship Titanic), квест жанрында компьютер уйыны.

Хәтер үҙгәртергә

  • (25924) Дугласадамс — астероид, яҙыусы хөрмәтенә атала
  • Астероид (18610) Артур Дент хөрмәтенә — Дуглас Адамстың китабы геройы исеме менән атала[2]
  • Таҫтамал көнө йыл һайын 25 майҙа Дуглас Адамс табыныусылары тарафынан билдәләнә.
  • Д.Адамс хөрмәтенә «Адамстың күсмә геомагнит ваҡиғаһы» — Лашамп экскурсына тиклем, Ерҙең магнит полюстары урындары менән алмашҡан саҡта Ерҙең магнит ҡырының күп тапҡыр көсһөҙләнеү осоро. Фараз ителеүенсә, Адамстың ваҡиғаһы күп төр хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең, неандерталецтарҙың юҡҡа сығыуына, Австралияның сүллеккә әйләнеүенә, шулай уҡ мәмерйә һынлы сәнғәтенең һәм мифологияның үҫешенә килтерә: бер яҡтан, көньяҡ һәм төньяҡ балҡыш бөтә Ер буйлап күренә, был мифтар барлыҡҡа килтереүе мөмкин; икенсе яҡтан, йыһан радиацияһының кимәле юғары булыу сәбәпле мәмерйә йәшәү рәүеше тарала. Ваҡиға 42 мең йыл самаһы элек булған һәм Адамс хөрмәтенә аталған, сөнки «Автостопом по галактике» романында ул, 42 һаны - «тормоштоң, йыһандың һәм башҡа бик күп һорауҙарға төп яуап», тип яҙа

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Русская фантастика» — Умер Дуглас Адамс. Дата обращения: 20 ғинуар 2009. Архивировано 24 ноябрь 2011 года.
  2. Стивен Фрай. Книга всеобщих заблуждений = The Book of General Ignorance. — Фантом Пресс, 2008. — С. 480. — (The Best of Phantom). — 15 000 экз. — ISBN 978-5-86471-439-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә