Дубровин Борис Анатольевич
Борис Анатольевич Дубровин (1950 йыл 6 апрель, Мәскәү — 2019 йыл 19 март, Триест) — СССР һәм Рәсәй математигы, математик физиканың геометрик ысулдары буйынса белгес.
Биографияһы
үҙгәртергә1972 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. Физика-математика фәндәре кандидаты (1976, диссертация темаһы «Конечнозонные потенциалы оператора Штурма — Лиувилля и римановы поверхности»), физика-математика фәндәре докторы (1984, диссертация темаһы «Геометрия абелевых многообразий и римановых поверхностей и нелинейные уравнения»).
1988—1993 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының юғары геометрия һәм топология кафедраһы профессоры.
1993 йылдан 2019 йылға тиклем — «Халыҡ-ара алдынғы тикшеренеүҙәр мәктәбе» (Триест ҡалаһы) Халыҡ-ара институтының математика профессоры.
2010 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының «Н. Н. Боголюбов исемендәге математик физиканың геометрик ысулдары» лабораторияһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институтының геометрия һәм топология кафедраһының штаттан тыш хеҙмәткәре.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң, 2019 йылдың 19 мартында вафат була (амиотрофик латераль склероз)[7].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: геометрияла һәм физикала интеграль системалар теорияһы: Фробениус күп төрлөлөгө, Громов—Виттен инварианттары, үҙенсәлектәр теорияһы, айырым сығарылмаларҙа интегралланыусы тигеҙләмәләрҙең нормаль формалары, гиперболик системаларҙың Гамильтон ҡуҙғыуҙары, изомонодром деформациялар геометрияһы, Риман йөҙөндә тэта-функцилар һәм һыҙыҡһыҙ тулҡындар.
«Современная геометрия» (М.: Наука, 1979 — «Современная геометрия. Методы и приложения», 1984 — «Современная геометрия. Методы теории гомологий») уҡыу әсбаптарының авторҙашы (С. П. Новиков иһәм А. Т. Фоменко менән берлектә), улар 1986—2013 йылдарҙа күп тапҡыр яңынан баҫыла [2]. 1982 йылдан 1992 йылға тиклем Спринтер нәшриәтендә шулай уҡ китаптың инглиз теленә тәржемәһе баҫылып сыға [3] [4] [5] [6] [7].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Ирина, ҡыҙҙары — Лиза һәм Даша[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #56740629 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://www.sissa.it/news/remembering-boris-dubrovin
- ↑ 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 7,0 7,1 [1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография на сайте «Летопись Московского университета»
- Список публикаций на сайте МИАН
- Фотоальбом: Дубровин Борис Анатольевич (1950—2019)