Төп менюны асырға

Ду́а Ли́па (ингл.  һәм алб. Dua Lipa; 22 август 1995) — Косово албандары сығышлы Бөйөк Британия йырсыһы, йырҙар авторы һәм модель[6][7]. Уның музыкаль карьераһы 14 йәшендә башлана, был ваҡытта ул YouTube сайтына Кристина Агилера һәм Нелли Фуртадо йырҙарының кавер-версияларын урынлаштыра башлай. 2015 йылда ул Warner Bros. Records компанияһы менән контракт төҙөй һәм тиҙҙән үҙенең тәүге синглын сығара. 2016 йылдың декабрендә The Fader журналы булышлығында йырсы тураһында See in Blue тигән документаль фильм сыҡҡан[8]. 2017 йылдың ғинуарында йырсы EBBA Public Choice Award премияһына лайыҡ була[9]. 2017 йылдың 2 июнендә Dua Lipa исемле тәүге дебют альбомының релиз була. Альбомдан айырым ете сингл сыҡҡан, шуларҙың икеһе («Be the One» һәм «IDGAF») шунда уҡ Бөйөк Британия чарттарында уңыш яулай. Британияла (UK Singles Chart) беренсе урын алған «New Rules» синглы, шулай уҡ АҠШ чарттарында алтынсы урынды биләргә ирешкән. 2018 йылдың февралендә British Female Solo Artist and British Breakthrough Act номинацияһында ике Brit Awards премияһын яулай. Апрелдә Липа һәм Кельвин Харристың «One Kiss» синглы шулай уҡ UK Singles Chart чартында беренсе урын алырға ирешкән.

Дуа Липа
Dua Lipa
Dua Lipa By Daniel Åhs Karlsson.jpg
Липа 2016 йылдың авгусында Sommarkryssetruen телетапшырыуында.
Төп мәғлүмәт
Тыуған

22 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (24 йәш)

Тыуған урыны

Бөйөк Британия, Лондон

Ил

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Һөнәрҙәре

йырсы, йырҙар авторы, фотомодель

Әүҙем йылдары

2015 — х. в.

Жанрҙар
Лейблы

Dua Lipa Limited, Warner Bros. Records

www.dualipa.com
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

2019 йылдың февралендә Grammy Awards церемонияһында ике бүләк алған: «Electricity» синглы өсөн (Silk City менән бергә дуэт) Иң яҡшы башҡарыусы һәм Иң яҡшы бейеү яҙмаһы категорияларында[10].

Бала сағыҮҙгәртергә

1995 йылдың 22 авгусында Лондонда тыуған[11]. Уның исеме «Дуа» албан теленән «Яратам», «Теләйем» йәки «Мохтажмын» булараҡ тәржемә ителә[12]. Уның ата-әсәһе — 1990-сы йылдарҙа Косово Республикаһы Приштинанан сыҡҡан этник албандар[6][7]. Sylvia Young Theatre Schoolruen уҡыу йортонда белем ала[13][14]. Липа атаһы йырсы Дукагжин Липаның музыкаһын тыңлап үҫкән[3][15]. 2008 йылда ғаиләһе менән бергә Косовоға ҡайтҡан, был ваҡытта ил Сербиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән. 15 йәшендә ул йәнә Лондонға китә, сөнки музыкаль карьераһын дауам итергә теләгән һәм үҙенең дуҫтары менән йәшәй башлаған[16]. 16 йәшендә модель карьераһын башлай[17].

14 йәшендә ул YouTube сайтына Кристина Агилера һәм Нелли Фуртадо һымаҡ башҡарыусылар йырҙарының кавер-версияларын урынлаштыра башлай[17][18]. 2013 йылда The X Factor телевизион рекламаһында төшкән[19].

КарьераһыҮҙгәртергә

2015—17: Прорыв и Dua LipaҮҙгәртергә

 
Липа 2016 йылда

2015 йылда Липа Warner Bros. Records лейблында үҙенең дебют альбомы өҫтөндә эшләй башлай[17]. Шул уҡ йылдың авгусында үҙенең «New Love» дебют синглн сығара,[20], уның продюсерҙары Эмили Хейни һәм Эндрю Уотт була[17]. 2015 йылдың октябрендә[21] «Be the One» тигән икенсе синглы сыға. Йырҙың авторы Люси «Поус» Тейлор була[12]. Ул Европала уңышҡа эйә була, Бельгияла, Польшала һәм Словакияла беренсе урынға барып етә[22], шулай уҡ 11 Европа илдәренең беренсе тиҫтәһенә эләккән. Австралияла һәм Яңы Зеландияла йыр ярашлы рәүештә 6 һәм 20 урын биләгән[23].

Йырсы үҙенең музыкаль стилен «дарк-поп» булараҡ билдәләй[21]. 2015 йылдың 30 ноябрендә Sound of…2016 исемлегенә индереүгә номинациялана[18]. 2016 йылдың ғинуарында уның Бөйөк Британия һәм Европа буйлап тәүге концерт туры башланған[3]. 2016 йылдың көҙөнә ҡарай уның Европа буйынса туры дауам иткән[24].

2016 йылдың 18 февралендә Дуа Липа үҙенең «Last Dance» тигән өсөнсө синглын сығара, уның артынса 6 майҙа «Hotter than Hell» йыры сыға. Ул бөтә донъяла, шул иҫәптән Бөйөк Британияла (15 урынға барып етә) хит булып китә[25]. 26 августта «Blow Your Mind (Mwah)» бишенсе синглының релизы була. Ул йырсының US Billboard Hot 100 чартына эләгеп 72-се урынға барып еткән тәүге синглы була[26]. «Blow Your Mind (Mwah)» йыры шулай уҡ Billboard Dance Club Songs чартына эләгергә ирешкән[27] һәм Billboard Mainstream Top 40 чартында 23-сө урынға барып еткән[28].

 
Лос-Анджелеста Belasco Theater бинаһында сығыш яһауы, 2017 йыл

2016 йылдың ноябрендә Шон Пол йырсы Дуа Липа ҡатнашлығында «No Lie» синглын сығарған[29]. 2016 йылдың декабрендә The Fader журналының булышлығы менән йырсы тураһында See in Blue тигән документаль фильм төшөрөлгән[8]. 2017 йылдың ғинуарында Липа ҡатнашлығында Мартин Гаррикс «Scared to Be Lonely» синглын сығара[29].

2017 йылдың 2 июнендә уның «Dua Lipa» тигән дебют альбомы сыға[30][31][32]. Альбомдың «New Rules» тип аталған етенсе синглы Бөйөк Британияла беренсе урында яулай алған[25][33]. Хәҙерге көнгә йыр иң күп һатылыусы сингл булып киткән һәм төрлө илдәрҙең чарттарында top 10 эләккән (шул иҫәптән Австралияла — 2-се урын, Канадала — 7-се урын), шулай уҡ АҠШ-та 11-се урынға күтәрелгән[34]. 2017 йылдың июнендә Дуа Липа Glastonbury фестивалендә сығыш яһай[35][36]. Дүрт синглы 2017 йылда Бөйөк Британияның иң яҡшы тиҫтә йырҙары иҫәбенә ингән: «Be the One», «Bridge over Troubled Water», «New Rules» һәм «No Lie»[37][38].

2018 — хәҙерге ваҡыт: Икенсе студия альбомыҮҙгәртергә

2018 йылдың ғинуарында 2018 Brit Awards премияһының биш номинацияһында күрһәтелә: British Female Solo Artist, British Breakthrough Act, MasterCard British Album of the Year («Dua Lipa»), British Single of The Year («New Rules») һәм British Video of The Year («New Rules»). Brit Award премияһын тапшырыу тантанаһында сығыш яһай һәм British Female Solo Artist менән British Breakthrough Act номинацияларында еңеү яулай[39].

2018 йылдың 6 апрелендә Кельвин Харрис менән берлектә «One Kiss» синглын сығара[40], ул 20 апрелдә Бөйөк Британияның UK Singles Chart хит-парадында беренсе урынға күтәрелә[41]. Липа был тректа вокалсы ғына түгел, ә уның авторҙашы ла була[42].

2018 йылдың 26 майында Киевта «Олимпийский» стадионында УЕФА Чемпиондар Лигаһы финалы алдынан сығыш яһай (шул иҫәптән бер йырҙы Sean Paul менән бергә башҡара). Эфир донъяның 220 иленә трансляцияланған[43][44][45].

2018 йылдың 8 сентябрендә Марк Ронсон менән берлектә «Electricity» синглының релизын сығара[46][47][48]. Атаһы менән бергә үҙенең музыкаль фествалендә — SunnyHill Festival сығыш яһай. Августта Косовоға фестивалде уҙғарыу өсөн ҡайтҡанда Приштинаның мэры Шпенд Ахмети уға ҡала асҡысын тапшыра[49]. Сентябрҙә Липа 2018 йылғы Формула-1 Сингапур Гран-приһында сығыш яһай[50]. 19 октябрҙә үҙенең «Dua Lipa» тигән дебют студия альбомының Complete Edition исеме аҫтында суперэксклюзив сығарылышын сығара, уға яңы өс йыр өҫтәлә (улар өҫтөндә эшләгәндә ул төрлө башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек иткән[51].

Шәхси тормошоҮҙгәртергә

2018 йылдың ғинуарында Липа биш ай дауамында осрашҡан үҙенең егете Пол Клейн менән айырылышҡан. Хәҙерге ваҡытта Айзек Кэрью менән мөнәсәбәттәрҙә[52][53].

ФилантропияҮҙгәртергә

2016 йылдың йәйендә Дуа атаһы менән бергә Sunny Hill Foundation фондын ойошторған, ул Косово Республикаһы халҡына ярҙамға йүнәлтелгән[54].

ФильмографияҮҙгәртергә

Телевидение
Йыл Атамаһы Роль Иҫкәрмәләр
2017 Sounds Like Friday Night Үҙ үҙен уйнай 1 сезон, 6 эпизод
2018 Saturday Night Live Музыкаль ҡунаҡ Натали Портман/Дуа Липа

ДискографияҮҙгәртергә

  • Dua Lipa (2017)

ТурҙарҮҙгәртергә

Хедлайнер
  • 2016 UK Tour (2016)
  • Hotter Than Hell Tour (Dua Lipa) (2016)
  • US and Europe Tour (2017)
  • The Self-Titled Tour (2017—2018)
Концерттарҙа ҡатнашлығы
  • Трой Сиван — Suburbia Tour (2016)
  • Бруно Марс — 24K Magic World Tour (2017—2018)
  • Coldplay — A Head Full of Dreams Tour (2017)[55]

Бүләктәр һәм номинацияларҮҙгәртергә

Йыл Ойошма Бүләк Номинацияланған эш Һөҙөмтә
2016 BBC Sound of… 2016[18] Ул үҙе Номинация
MTV Europe Music Awards Best Push Act
Popjustice £20 Music Prize Best British Pop Single «Hotter Than Hell»
2017 Eurosonic Noorderslag European Border Breakers Awards: United Kingdom Ул үҙе Еңеү
Public Choice Еңеү
Best Newcomer of the Year Еңеү
Brit Awards Critics' Choice Номинация
NME Awards Best British Female Artist Номинация
Best New Artist Еңеү
SCTV Music Awards Young and Promising International Artist Еңеү
Glamour Awards Next Breakthrough Еңеү
Teen Choice Awards Choice Breakout Artist Номинация
BBC Radio 1’s Teen Awards Best British Solo Artist Номинация
Best Single «New Rules» Еңеү
MTV Europe Music Awards Best UK & Ireland Act Ул үҙе Номинация
Best New Act Еңеү
Best Look Номинация
Telehit Awards Emerging Artist in Networks Номинация
UK Music Video Awards Best Pop Video — UK «New Rules» Еңеү
VEVO Must See Award Номинация
BAMA Music Awards BAMA’s Best Video Номинация
Urban Music Awards Best Pop Act Ул үҙе Номинация
BBC Music Awards Album of the Year Dua Lipa Номинация
The Beano Awards Pop Song of the Year «New Rules» Номинация
2018 Wish 107.5 Music Awards Wishclusive Performance of the Year by an International Artist «Blow Your Mind (Mwah)» Еңеү
Global Awards[56] Best Song «New Rules» Номинация
Best Female Ул үҙе Номинация
Rising Star Award Номинация
Best Pop Номинация
Brit Awards MasterCard British Album of the Year Dua Lipa Номинация
British Breakthrough Act Ул үҙе Еңеү
British Female Solo Artist Еңеү
British Single of the Year «New Rules» Номинация
British Video Төшөп ҡалыу
Gaygalan Awards[57] International Song of the Year Номинация
iHeartRadio Music Awards[58] Иң яҡшы музыкаль видео Номинация
WDM Radio Awards Best Bass Track «Scared to Be Lonely»
(Мартин Гаррикс ҡатнашлығында)
Еңеү
Иң яҡшы электрон вокалисы Ул үҙе Еңеү

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. http://www.kosovo-info.com/dua-lipa/
  2. Yeung, Neil Z. Dua Lipa | Biography & History. AllMusic. 22 июль 2016 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 Davidson, Amy Meet your new favourite popstar Dua Lipa – just don't call her the new Lana Del Rey. Digital Spy (11 December 2015). 9 июль 2016 тикшерелгән.
  4. Green, Chris Dua Lipa, O2 ABC, Glasgow, review: Jazz-infused songs recall a smoke-filled cabaret bar. The Independent (27 January 2016). 22 июль 2016 тикшерелгән.
  5. Pop Corner: Dua Lipa saves the Last Dance; Adele is done with James Bond, The Irish Times.
  6. 6,0 6,1 Savage, Mark Dua Lipa: A pop star in waiting. BBC News (9 February 2016). 7 май 2016 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 Lester, Paul Shake it up: the future female pop stars of 2016. The Guardian (1 January 2016). 7 май 2016 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 The Fader Dua Lipa - See in Blue (Documentary) (20 December 2016). 5 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  9. Legrand, Emmanuel. Dua Lipa scoops Public Choice Award at the EBBAs (12 January 2017).
  10. Grammys 2019: Full list of winners. 9Honey Celebrity (11 February 2019). 11 февраль 2019 тикшерелгән.
  11. Dua Lipa - English singer from Kosovo. Kosovo Info.
  12. 12,0 12,1 Shake it up: the future female pop stars of 2016. The Guardian (1 January 2016).
  13. Meet your new favourite popstar Dua Lipa - just don't call her the new Lana Del Rey. DigitalSpy (11 December 2015).
  14. The Realest It Gets: Dua Lipa.
  15. Njihuni me Dua Lipa, shqiptarja që premton të bëhet ylli i ardhshëm në muzikë (Albanian) (2015-12-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 декабрь 2015. 16 апрель 2016 тикшерелгән.
  16. Band Crush: Dua Lipa. NYLON (23 October 2015).
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 Meet Dua Lipa, A Restless Spirit With A Mighty Big Voice. The Fader (9 December 2015).
  18. 18,0 18,1 18,2 BBC Radio 1 - Dua Lipa talks dark pop and hip hop influences. BBC (10 December 2015).
  19. Murphy, Lauren Watch: Turns out Dua Lipa appeared on an ad for The X Factor back in 2013. entertainment.ie (30 August 2017). 3 декабрь 2017 тикшерелгән.
  20. Lana Del Rey’s management have a new artist and she is amazing. Pop Justice (21 August 2015).
  21. 21,0 21,1 The playlist: new bands – with the Prettiots, Dua Lipa and Mind Enterprises. The Guardian (9 November 2015).
  22. Discografie Dua Lipa  (нид.). Ultratop. Hung Medien. 3 май 2016 тикшерелгән.
  23. Peaks in Australia:
  24. Dua Lipa Tickets. Livenation (13 May 2016).
  25. 25,0 25,1 Dua Lipa. Official Charts Company. 14 май 2016 тикшерелгән.
  26. [[[:Ҡалып:BillboardURLbyName]] Dua Lipa – Chart history: Hot 100]. Billboard. 26 октябрь 2016 тикшерелгән.
  27. Dua Lipa - Chart history | Billboard. 5 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  28. Dua Lipa - Chart history | Billboard. 5 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  29. 29,0 29,1 Martin Garrix and Dua Lipa Drop New 'Scared to Be Lonely' Video: Watch. Billboard. 27 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  30. Sonis, Rachel Dua Lipa Reveals Cover Art For Self-Titled Album. Idolator (24 August 2016). 24 август 2016 тикшерелгән.
  31. Дуа Липа перенесла релиз дебютной пластинки «Dua Lipa»
  32. DUA LIPA – ALBUM OUT NOW. DUA LIPA. 2 июнь 2017 тикшерелгән.
  33. Copsey, Rob Dua Lipa's New Rules becomes the first solo female UK Number 1 single since Adele's Hello: 'This means a lot'. Official Charts Company (18 August 2017). 19 август 2017 тикшерелгән.
  34. Trust, Gary (January 8, 2018). «Ed Sheeran & Beyonce's 'Perfect' No. 1 on Hot 100, Camila Cabello's 'Havana' Back Up to No. 2». Проверено January 9, 2018.
  35. Daly, Rhian Dua Lipa pulls one of the biggest crowds at Glastonbury 2017 so far with hit-packed set. NME (23 June 2017). 26 август 2017 тикшерелгән.
  36. Laura Snapes How Dua Lipa became the most streamed woman of 2017. The Guardian (5 December 2017). 6 декабрь 2017 тикшерелгән.
  37. Official Singles Chart Top 100. Official Charts Company. 11 ғинуар 2018 тикшерелгән.
  38. Metro.co.uk, Rebecca Lewis for Simon Cowell’s Grenfell Tower charity single available from 8am on June 21 (20 June 2017). 21 июнь 2017 тикшерелгән.
  39. Brit Awards 2018: The winners and nominees. BBC (13 January 2018). 22 февраль 2018 тикшерелгән.
  40. iTunes - Music - One Kiss - Single by Calvin Harris, Dua Lipa. iTunes Store.
  41. Calvin Harris and Dua Lipa depose Drake in UK chart (13 May 2018).
  42. Calvin Harris & Dua Lipa – One Kiss  (инг.).
  43. Dua Lipa to Perform at UEFA Champions League Opening Ceremony: 'There'll Be a Whole Lot of Girl Power', Billboard (13 May 2018).
  44. Дуа Липа выступит на церемонии открытия финала Лиги чемпионов, представленной Pepsi. 8 мая 2018 года. uefa.com
  45. DUA LIPA’s full performance at the 2018 UEFA Champions League Final opening ceremony! Youtube.com
  46. Diplo and Mark Ronson Debut Silk City, Confirm Dua Lipa Collab Is Coming | HipHop Magz
  47. Diplo & Mark Ronson's new group Silk City are releasing a song with Dua Lipa
  48. Dua Lipa's new single co-written by Florence Welch and The xx. Official Charts Company (17 July 2018). 18 июль 2018 тикшерелгән.
  49. DeSantis, Marissa. Dua Lipa Was Given The First Ever Key To Hometown In Kosovo, MTV.
  50. Raguraman, Anjali. Dua Lipa and Martin Garrix share the stage at Singapore Grand Prix concert, The StraitsTime.
  51. White, Jack. Dua Lipa will release a super deluxe edition of her debut album featuring three new songs this October, Official Charts.
  52. Wootton, Dan Singer Dua Lipa splits with boyfriend Paul Klein — and is already back in contact with ex Isaac Carew (January 21, 2018).
  53. Dua Lipa 'splits' with musician boyfriend Paul Klein after five months, Mail Online.
  54. DeSantis, Marissa. 21-Year-Old Dua Lipa Is About to Blow Your Mind  (инг.), Teen Vogue.
  55. Special guests announced for Argentina and Brazil dates. Coldplay (27 июля 2017). 23 август 2017 тикшерелгән.
  56. Global Awards Vote Open. globalawards.com. 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
  57. Dags att nominera till QX Gaygala 2018! – QX. QX (1 December 2017).
  58. 2018 iHeartRadio Music Awards: See The Full List of Nominees, iHeartRadio (January 10, 2018).

ҺылтанмаларҮҙгәртергә